Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дрон технологиялары Өфөгә килерме?
Дрон технологиялары Өфөгә килерме?Башҡортостан “Бөтә Рәсәй пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы күҙәтеү системалары” федераль проектын һынау төбәге буласаҡ. Һынауҙар программаһы 2017 йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгән. Артабан эш яңы проекттар буйынса дауам итәсәк.
“Роскосмос” дәүләт корпорацияһы составындағы “Рәсәй ракета-космик приборҙар һәм мәғлүмәт системалары корпорацияһы” акционер йәм­ғиәтенең (ҡыҫҡаса – “Рәсәй космик системалары”) “Пилотһыҙ авиация системалары” проекты баш конструкторы Михаил Киречко аңлатыуынса, Башҡортостан – авиакосмик мәғлүмәт системалары ныҡ үҫешкән алдынғы төбәктәрҙең береһе.
Федераль проект инфраструк­тураһы ГЛОНАСС глобаль навигация систе­ма­һы составындағы космик ер юлдаш­тары комплексы, навигация эшмә­кәр­леге өлкәһендәге федераль селтәр операторы “Навигация мәғлү­мәт системалары” асыҡ акционер йәмғиәте, “Ростелеком” публик акционер йәмғиә­те, “Росавиация” һауа транспорты федераль агентлығы, Һауа хәрәкәтен ойоштороу буйынса дәүләт корпора­цияһы һәм башҡа дөйөм федераль структуралар базаһына нигеҙләнә.
Проект авторы – Рәсәй космик приборҙар төҙөү фәнни-тикшеренеү институты (РНИИ КП, совет осоронда – данлыҡлы 885-се фәнни-тикшеренеү институты), етәксеһе – РНИИ КП институты генераль директоры, Баш конструкторҙар советы рәйесе Андрей Тюлин.
Проектҡа был тиклем абруйлы ойошмаларҙы, белгестәрҙе йәлеп итеүҙең сәбәбе нимәлә?
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла пилотһыҙ осоусы аппараттар төҙөү өлкәһе көслө үҫеш алды, Рәсәй иһә был эшкә һуңлабыраҡ тотондо. Совет осоронда хәрби тәғәйенләнештәге аппараттарға иғтибар ҙур булды, әммә беҙҙә, Америка Ҡушма Штаттарын­дағы кеүек, был төр техниканың ауыр типтарына, атом ҡоралы ҡуйылған ҡанатлы ракеталарға өҫтөнлөк бирелде. Өфө заводтарында улар өсөн двигателдәр, агрегаттар, борт электроникаһы оҙаҡ йылдар дауамында етештерелде.
90-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалған осорҙа, Көнбайыш илдә­рендә был төр техниканың еңел, арзан типтарын күпләп етештереү ысын бум кисерә башланы. Инженер лексиконында “коптер” (йышыраҡ “квадрокоп­тер” – дүрт моторлы аппарат), “дрон” (инглизсә – “иңкеш”) һүҙҙәре нығынды. Аппараттарҙың арзан уйынсыҡ моделдәре тарала баш­лағас, дрон бумы глобаль төҫ алды.
Дрондар миниатюр телекамералар менән йыһазландырылып, телекоммуникациялар өлкәһендә ысын технология революцияһы яһаны. Теледрондар хәҙер төрлө тармаҡтарҙа киң ҡулланыла: хәрби эштә, полицияла, геодезияла һәм картографияла, электр линияларын тикшереүҙә һ.б. Һиҙгер газ анализаторҙары тағылған дрондар газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә, портатив дозиметрҙар менән йыһазланды­рыл­ғандары тиҙ арала ҙур майҙанда радиация разведкаһы үткәрә. Теледрондар төнгө ҡараңғыла ла, томанда ла эшләй, бер ниндәй төр транспорт сараһы үтә алмаған ергә лә барып килә. Дронға ҡаршы радиоэлектроника көрәше техникаһы ҡулла­нылһа (мәҫәлән, хәрби хәрәкәт райондарында), ул үҙаллы программа буйынса йөрөп, үҙ эшен башҡарып ҡайта ала.
Дрондарҙың етди хәүеф сыға­нағына, террористар ҡоралына әйләнеү мөмкинлеген иҫәпкә алып, Дәүләт Думаһы пилотһыҙ авиация системаларын ҡулланыу тәртибен көйләү маҡсатында 2015 йылдың 30 декабрендә ҡабул иткән 462-се федераль законға ярашлы, ауырлығы 250 грамдан артығыраҡ аппарат­тарҙы теркәүҙе талап итә башланы. Әммә был закон донъя практикаһына ҡаршы килеү сәбәпле, ул 2016 йылдың 29 июнендә ҡабул ителгән 291-се закон аша ғәмәлдән сығарылды. Хәҙер ауырлығы 30 килограмдан ашыуыраҡ аппараттар ғына теркәү үтә. Ә яҡын киләсәктә аппараттарҙы күҙәтеү системалары һәм уларҙың операторҙарының эшен көйләүсе норматив акттар ғәмәлгә инергә тейеш.
Пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыуҙы закондар аша көйләү был яңы төр техниканы етештереүгә лә булышлыҡ итергә тейеш. Ауыр типтағы аппараттар буйынса АҠШ донъя лидеры иҫәпләнһә, еңел системалар етештереүҙә әлегә Израиль алда бара, һәм уның өлөшөнә донъя экспортының 60 проценты тура килә, АҠШ өлөшө – 24, Рәсәйҙеке 2 процент тәшкил итә. РФ Оборона министрлығы 2009 – 2011 йылдарҙа был төр техникаға үҙ бюджетынан 5 миллиард һум бүлеп, бер нисә моделгә заказ бирә, әммә уларҙың береһе лә һынауҙарҙы үтәй алмай һәм ҡулланыуға ҡабул ителмәй.
Дрондар баҙары һуңғы осорҙа йылдам үҫешә. Уҙған 2016 йылда бөтә донъяла 3 миллиард долларлыҡ продукция һатылһа, 2020 йылда уның күләме 125 миллиард долларҙан артасаҡ. Рәсәй Федерацияһында ла айырым предприятиелар пилотһыҙ осоусы аппараттар менән шөғөлләнә. Уларҙың иң уңышлы эшләгәндәре иҫәбенә Мәскәү ҡалаһындағы А.Н. Туполев исемендәге конструкторлыҡ бюроһы, “Сухой” авиахолдингы, Ижевск ҡалаһындағы “ZALA”, Сколковолағы “Аэроксо”, Ҡазандағы “Аэрокон”, “Эникс” предприятиелары һәм М.П. Симонов исемендәге конструкторлыҡ бюроһы инә. Был төр техниканың иң ҡатмарлы һәм ҡиммәтле өлөшөн авионика – борт электроникаһы тәшкил итә. Ундай продукция етештереү буйынса Өфө предприятиелары һәр саҡ танылған лидер иҫәпләнде. Баш ҡалабыҙ был яңы, перспективалы өлкәлә барлыҡ мөмкинлектәрен, компетенцияларын һынап ҡарарға һәм пилотһыҙ авиация системалары етештереүселәр араһында үҙенең лайыҡлы урынын алырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487