Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙгә бары йыбанмаҫҡа кәрәк
Беҙгә бары йыбанмаҫҡа кәрәк Иген үҫтерә, икмәк бешерә, мал-тыуар ишәйтә, сауҙа итә, йорттар төҙөй... Теге йәки был эшен башлар өсөн аҡса һала, бурысҡа бата, килеп сыҡмаһа, икенсеһенә тотона... Ул – эшҡыуар. Бөгөн тәүәккәлдәр дәүере. Заман уңғандары үҙен һәр тармаҡта һынай ала. Уларҙы дәртләндереү өсөн төрлө дәүләт программалары эшләй. Мәҫәлән, былтырҙан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында планлы тикшереүҙәр үткәреү тыйыла. Был сара Рәсәйҙә йүнселлекте үҫтереү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы янындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтағы уңыштар, борсоған кәмселектәр, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы.
Кесе эшҡыуарлыҡ менән бөгөн көндәлек тормошобоҙҙа һәр кем аҙым һайын тигәндәй осраша. Уларҙан кейем һатып алабыҙ, улар беҙҙе туйҙыра… Машинабыҙ ватылһа ла, йүнселдәрҙең ярҙамына мохтажбыҙ. Былтыр йыл башына республикала 136 меңдән ашыу кеше кесе һәм урта, шулай уҡ шәхси эшҡыуарлыҡ предприятиеларында мәшғүл булған. Йыл һуҙымында йәнә 24 мең йүнсел өҫтәлгән. Был, әлбиттә, ҙур һан. Шулай ҙа төрлө сәбәптәр менән 19 мең эшҡыуар бизнесын туҡтатыуҙы хуп күргән. Ысынбарлыҡта дөйөм һөҙөмтә ни бары дүрт мең өс йөҙгә генә үҫкән. Был мәсьәләгә ҡарата республика Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Әгәр урындағы власть әһелдәре, белгестәр муниципалитеттарҙа был мәсьәләгә етдиерәк иғтибар биргән булһа, үҫеш күберәк тә булыр ине”, – тип билдәләне. Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Төбәктәрҙә үҙ эшен асыу дәрте менән янғандар йыш ҡына төрлө ҡаршылыҡтарға дусар булыуы сер түгел. Бәғзеләре әжеренә нимәлер өмөт итеп, документ эштәрен һуҙа, икенселәре яңы эш башлағандарға теләнселәп тынғылыҡ бирмәй.
Әлбиттә, илдәге дөйөм хәл менән сағыштырғанда, республикала кесе эшҡыуарлыҡ емеше лайыҡлы күренә. Төбәктәге тулайым продукт күләменең өстән бер өлөшө самаһы улар иҫәбенә тура килә. Ә Рәсәйҙә был күрһәткес – 20 процент тирәһе. Былтыр Башҡортостанда кесе, урта, шәхси эшҡыуарлыҡтың тауар әйләнеше 25 процентҡа үҫкән һәм бер триллионға яҡынлашҡан (940 миллиард һум). Был тармаҡта мәшғүлдәр өлөшө 2015 йылдағы 29,5 проценттан 31,1 процентҡа еткән.
Әлбиттә, был ҡыуаныслы һөҙөмтәнең нигеҙендә республикала һуңғы ике йылда мәшғүллектең абруйын күтәреү юҫығында башҡарылған сараларҙың һөҙөмтәһе ҙур. Шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре араһында саммиттың Өфөлә үтеүе республикаға һәм баш ҡалаға яңы үҫеш мөмкинлектәре асты. Башҡорт­остан – хәҙер халыҡ-ара саралар уҙғарыу урыны ғына түгел, ә бизнес өсөн ҙур мөмкинлектәр майҙаны. Саммиттарға әҙерлек сиктәрендә үткән осрашыуҙар, форум барышындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе – республикала тиҫтәләгән бизнес-проектҡа нигеҙ һалды. “Йыл эшҡыуары” конкурсы юғары кимәлдә уҙғарыла. Быйыл сентябрҙә үтәсәк өсөнсө йыйын да әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы, файҙалы буласаҡ.
Былтыр моноҡалаларҙа бизнесты үҫтереү йүнәлешенә алынған федераль ярҙам күләме буйынса үткәрелгән конкурста республика беренсе урынды алған. Быйыл да был маҡсатта алдынғылыҡты бирмәйбеҙ.
Рөстәм Зәки улы 2016 йылдың ноябрендә “Кесе бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” тигән өҫтөнлөклө проекттың паспорты раҫланыуын иҫкә төшөрҙө. Ғинуарҙа Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән бизнес эшмә­кәрлеген көйләү һәм инвестиция йәлеп итеүҙең махсус ҡыҫҡартылған алымдары ҡабул ителгән. Был эшмәкәрлектә республика әүҙем ҡатнашырға тейеш.
Әйткәндәй, республикала эшҡыуарлыҡ төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңә-еңә алға бара, уңыштарға өлгәшә. Үҙенең мөмкинлеген, эшсәнлеген ошо өлкәлә раҫлаған йүнсел­дәр бихисап. Был юҫыҡта закондарҙы көйләү йәһәтенән һиҙелерлек эштәр атҡа­рыла. Республика хөкүмәтендә, ведом­ство­ларҙа, министрлыҡтарҙа уларға ярҙам йөҙөнән һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул ителә.
Әлбиттә, барлай китһәң, уңыштар шаҡтай. Әммә былар сик түгел.Тап шуға ла Рөстәм Хәмитов барыһына хушһынып йәшәргә ярамауҙы ҡат-ҡат иҫкәртте.
– Һандар менән артыҡ мауығып, аҙа­шып ҡалмайыҡ, – тине ул. – Әле бихисап проблемалар бар. Беҙгә эшҡыуарлыҡ йәшәү сығанағы ғына түгел, ә тормош өлгөһө булырға тейеш. Кешеләр был юлда үҙҙәрен уңайлы, иркен хис итһен.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов белдереүенсә, былтыр 17 мең эшҡыуарлыҡ субъекты дәүләт ярҙамы алған. Уның һөҙөмтәһендә өс мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Республика ҡаҙнаһына һалым түләүе артҡан.
“Башҡортостандың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү инфраструктура проекттары” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте директоры Ирина Абрамова социаль эшҡыуарлыҡ хаҡында бәйән итте. Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә был йүнәлеш тә үҙенең ыңғай емештәрен бирә.
Былтыр Башҡортостан һәм шулай уҡ илдең 12 төбәге социаль эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы алыуға профилле дәүләт программаһына индерелгән. Уларҙың эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреү, эҙмә-эҙлекле ярҙам итеү йәһәтенән республикала махсус үҙәк булдырылған. Уның нигеҙендә тейешле белем биреү программалары эшләй.
“Экохим” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Игорь Царев кесе эшҡыуарлыҡ өсөн технопарктар һәм сәнәғәт майҙансыҡтары етешмәүе, уларға был юҫыҡта ярҙам кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барҙы. Бөгөн республикала һигеҙ индустриаль парк һәм бер технопарк бар.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ хаҡында һөйләгәндә, ер эшсәндәре проблемаларына ла күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. Тап шуға ла Ауыл хужалығына консультация биреү үҙәге етәксеһе Ирек Сакаев үҙ сығышында был хаҡта ентекле һөйләне. Бөгөн кооперативтарҙың үҫеше хаҡында күп яңғырай. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй өлгөләре өҫтөнлөклө йүнәлеш ала, илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Фермер ер эшкәртә, иген үҫтереү, мал-тыуар үрсетеү менән шөғөлләнә. Республикалағы һыйыр малының – 66, һарыҡ-кәзәнең – 98, йылҡының – 70, балдың – 75 , бәрәңгенең – 98, йәшелсәнең 83 проценты самаһы фермерҙар, шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә.
Сер түгел: ауыл кешеһе табышының ни бары 16 –18 проценты үҙенә ҡала. Ә бит кооперацияға берләшһә, аҙыҡты эшкәртеү, һаҡлау, тейешле урынға илтеү, һатыу өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Йәғни баҫыуҙан һатып алыусы кәштәһенә барып еткәнсе барлыҡ мәшәҡәт аралашсыһыҙ башҡарыла. Әлбиттә, үҙ хеҙмәте өсөн тейешле аҡса алған ер кешеһенең дәрте күтәрелә, ең һыҙғанып эшләргә теләк уяна. Әлбиттә, кооперация фермерлыҡты көсәйтеүгә, эреләтеүгә килтерәсәк. Был үҙ нәүбәтендә табышлы эшләүгә юл аса. Бөгөн сауҙа селтәрҙәренә аҙыҡ-түлектең даими килеп тороуы кәрәк. Ә һәр кем былай эшләй алмай. Кооперацияға берләшкән эшҡыуарҙар үҙ-ара килешеп, уны эҙмә-эҙлекле башҡарыр ине.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә кооперативты теркәү юлдары ҡатмарлы түгел, әммә йүнселдәр әллә ни атлығып тормай. Бының үҙ сәбәбе лә бар – ҡанундар һәм хоҡуҡи акттарҙың ҡатмарлы һәм буталсыҡ булыуы, әҙер продукцияны һатыу юлдары көйләнмәүе, ауыл халҡының эре сауҙа компаниялары менән бергә эш итергә әҙер түгеллеге, финанс йәһәтенән аң-белемдең самалылығы, мәғлүмәт етмәүе...
Бөгөн Башҡортостанда 49 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән, шуның 36-һы эшләй. Был һан буйынса республика илдә егерменсе урынды биләй. Былтыр республикала грант ярҙамы 14 миллион самаһы булған. Был йәнә дүрт кооперативҡа теркәлергә булышлыҡ иткән.
Ултырышта шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа сығыш яһаны, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Kumpan Coffee бренды аҫтында шәхси эшҡыуар Михаил Кумпан йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә ғаиләһе менән кофе сауҙаһында мәшғүл. Ул Башҡортостанда дүрт йыл эшләй. “Был йүнәлештә үҙ эшеңде ҙур булмаған сығым – 500 меңдән миллион һумға тиклем аҡса менән дә башларға мөмкин”, – ти ул. Бөгөн ул франчайзинг өлкәһендә үҙ көсөн һынай. Ҡул аҫтында эшләгән белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә етди иғтибар бирә.
Эшҡыуар бизнесының үҫешенә, етәкселек һәм ойоштороуға бәйле проблемалар янамауын, төрлө фестивал­дәрҙә һәм йыйындарҙа мобиль сауҙа селтәрҙәре эшен көйләү өсөн хоҡуҡи нормаларҙың юҡлығын, яңы эшкә тотонғандарға уның үтә файҙалы буласағын әйтте. “Беҙгә бары баҙар шарттарына ныҡлап эйәләшеү, һәләтте үҫтереү йәһәтенән йыбанмаҫҡа кәрәк”, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов был идеяға етди иғтибар биреп, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙҙәренең вариантын әҙерләргә ҡушты.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090