Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙәк банк йәнә киҫәтә
Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел Пекинда үткән халыҡ-ара форум нигеҙендә ойошторолған матбуғат конференцияһында ил валютаһы курсы тураһындағы һорауҙарға яуап биреп, үҙенең был мәсьәләлә Үҙәк банк позицияһын тулыһынса яҡлауы тураһында: “Һумдың курсын яһалма рәүештә үҙгәртергә ярамай – бында мин Үҙәк банк сәйәсәте менән тулыһынса килешәм. Ул сәйәсәт ил иҡтисады өсөн иң мөһим компоненттарҙы иҫәпкә алып ҡоролған. Ғәмәлдә беҙ Үҙәк банктың барлыҡ аҙымдары теүәл иҫәпләнгәнен күрәбеҙ”, – тип белдерҙе.
Шул уҡ көндә таратылған аналитик белешмәлә Үҙәк банктың Тикшеренеү һәм фаразлау департаменты Президент В. Путин сығышына ауаздаш мөһим белдереү яһаны. Документта нефть һәм газ экспортерҙары һәм уларҙың лоббистары талап иткән яһалма девальвацияның ҙур зыян килтереүе иҫбатлана. Доллар курсы уҙған 2016 йыл башындағы максимумда 83,5913 һумға барып етһә, быйыл апрелдәге минимумда 55,8940 һумға тиклем төштө. Билдәле булыуынса, 2014 йыл аҙағында Үҙәк банк милли валютаның ирекле курсын иғлан иткәйне. Әммә ирекле курс шарттарында һумдың көсәйеүе сит ил валютаһындағы килемдәрҙе (нефть һәм газ экспортынан килгән долларҙарҙы) өлөшләтә юғалтыуға килтерҙе. Был долларҙарҙы ҡабул иткән “Внешэкономбанк” етәкселеге, ризаһыҙлыҡ белдереп, һумдарға яһалма девальвация үткәреү мәсьәләһен күтәрә. Айырым сәйәсмәндәр, киреһенсә, һумдың курсын арттырып, кәмендә триллион һумлыҡ эмиссия үткәреп, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарына, пенсияларға, барлыҡ социаль түләүҙәргә реаль инфляция кимәлендә индексация талап итә. Был шарттарҙа иң мөһиме – реаль етештереү тармаҡтарын үҫтереүгә эре, оҙайлы инвестициялар һала башлау. Оҙайлы инвестицияларға йүнәлтелгән ҙур финанс массивтары инфляцияға ҡаршы һөҙөмтәле сара – көслө демпфер ролен үтәй. Ә милли валюта – һум курсын яһалма девальвация аша түбән төшөрөү инвестицияларға зыян килтерәсәк.
Бөгөнгө Рәсәй шарттарында минераль ресурстар экспортына бәйле тармаҡтар мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк бирелеп, реаль етештереү тармаҡтары мәнфәғәттәре инҡар ителә. Һум курсын яһалма девальвация аша кәметеү авантюраһы тотош ил иҡтисадын ҙур хәүефкә – хаҡтар демпингына этәрәсәк. Реаль етештереү тармаҡ­тары арзаныраҡ эш көсө йүнәлешенә этәрелеп, юғары технологияларҙан сит­ләшәсәк. Үҙ сиратында был хәл иҡтисадты артабанғы деградацияға, юғары техно­логияларға бәйле кадрҙарҙы һәм компе­тенцияларҙы юғалтыуға килтерәсәк. Нефть һәм газ экспортерҙары мәнфәғәтендә яһалма девальвация аша милли валюта курсын кәметеү финанс системаһын гиперинфляцияға килтереп, реаль етеш­тереү тармаҡтарын тулыһынса тарҡатыуы ихтимал.
Цивилизациялы, иҡтисади яҡтан үҫеш­кән илдәр алдынғы технологияларға, тауар сифатына, юғары хеҙмәт етештереү­сән­легенә иң тәүҙә эш хаҡын күтәреү һәм һөҙөмтәлә кеше потенциалын – хеҙмәт­кәрҙең барлыҡ һәләттәрен, белемен, компетенцияларын, квалификацияһын мөмкин булған тиклем тулыраҡ файҙаланыу аша өлгәшә. Рәсәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмәлдә бының киреһен эшләп, цивилизациялы үҫеш юлынан ситләшә; арзан эш хаҡына өҫтөнлөк биреп, күберәкте юғалта – юғары технологиялар, хеҙмәт етештереүсәнлеге, тауарҙар сифаты, халыҡтың көнкүреш кимәле өлкәһендә ныҡ ҡалыша. Илдәге ресурстар, капиталдар (шул иҫәптән сеймал экспортынан килгән ифрат ҙур валюта массивтары) юғары технологиялар үҫешә алырлыҡ реаль етештереү тармаҡтарына үтә алмай – эшкә һалынмай һәм, Стаб­фондҡа эләгеп, әрәм-шәрәм ителә, юҡҡа сыға. Был ауыр хәлдән ҡотолоу өсөн дөрөҫ финанс сәйәсәте менән генә сикләнеү етмәй – етештереү тармаҡтарында етди структура үҙгәрештәре талап ителә.
Милли валюта курсын яһалма девальвация аша кәметеү ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына сеймал экспортынан килгән валюта килемдәрен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, әммә бер аҙҙан ул буш иллюзия ла юғаласаҡ. Рәсәй бөгөн дәүләт бюджеты килемдәрен долларҙар (ғәмәлдә – нефть, газ) иҫәбенә тултыра, әммә бюджет сығымдары һумдарҙа башҡарыла, һөҙөмтәлә ил етәкселегенең ҙур өлөшөнөң аңында оло иллюзия нығынды: йәнәһе, һумдың долларға ҡарата курсын кәметәбеҙ ҙә (ысынбарлыҡта иһә һумдың барлыҡ позицияларын хәлһеҙләндереп), доллар­ҙарҙағы килемдәрҙе һәм һумдарҙағы сығымдарҙы тигеҙләп, бюджет балансына өлгәшәбеҙ. Ундай примитив фекерләү Рәсәй финанстарын тулыһынса сеймал экспортына бәйләп, долларлаштырыуға, милли валютаны ҡыҫырыҡлауға, йәғни илдең финанс суверенитетын юғалтыуға килтереүе ихтимал. Быны, мәҫәлән, Латин Америкаһындағы “банан республикалары” иҡтисады миҫалында айырыуса асыҡ күрергә мөмкин. Бөгөнгө ауыр хәлдән сығыу өсөн бик һаҡ, һығылмалы финанс сәйәсәте үткәреп, иҡтисадта – иң тәүҙә реаль етештереү тармаҡтарында етди структура үҙгәрештәренә тотоноу талап ителә. Үҙәк банк идараһы аналитик­тарының, айырыуса идара рәйесе Эльвира Нәбиуллинаның һуңғы ҡыйыу инициативалары, Президент В.В. Путиндың был инициативаларҙы яҡлап сығыуы финанс өлкәһендә килеп тыуған ауыр пробле­маның уңышлы хәл ителеүенә ыша­нысты арттыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490