Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тешләшкән хаҡтарға ауыҙлыҡ
Федерация Советында 31 мартта ойошторолған парламент тыңлауҙарында 2009 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында”ғы федераль закондың һәм уға 2016 йылдың 3 июлендә ғәмәлгә ингән 273-сө яңы федераль законға ярашлы индерелгән үҙгәрештәрҙең үтәлеше тикшерелде. Үҙгәрештәр ватан етештереүсеһенең мәнфәғәттәрен сауҙа өлкәһендә яҡлауҙы һәм монополияға ҡаршы закондарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Парламент тыңлауҙарын сенатор, Федерация Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек программаһы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Лисовский әҙерләй. Уның фекеренсә, ғәмәлдәге закондар сауҙа эшмәкәрлеген көйләүҙе тейешенсә тәьмин итә алмай. Тәҡдим ителгән материалдарҙан күренеүенсә, сауҙа өлкәһе, тейешле закондар булмауынан файҙаланып, хаҡтарҙы бер ниндәй сикләүһеҙ арттырыуға юл ҡуя. Һөҙөмтәлә халыҡтың һатып алыу һәләте кәмей: былтыр ил граждандары 2015 йыл менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлекте, тауар күләмендә иҫәпләгәндә, 13 процентҡа, сәнәғәт тауарҙарын 16 процентҡа кәмерәк алған.
2006 йылдың 26 июлендә ҡабул ителгән “Конкуренцияны яҡлау тураһындағы” 135-се федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһында сикләнгән сауҙа өҫтәмәһе ҡулланыу тыйыла. Был хәл бөтә донъяла уңышлы ҡулланылған практикаға ҡаршы килә. Мәҫәлән, Евросоюз илдәрендә сауҙа өҫтәмәһе уртаса 12 процент тәшкил итә, иң юғары норма – 25 процент (диңгеҙ утрауҙары һәм башҡа алыҫ төбәктәр өсөн); АҠШ-та уртаса күрһәткес 17 процентҡа етә, иң юғары норма, Европалағы кеүек, 25 проценттан артмай (Аляска, Гавай штаттары һәм утрауҙар өсөн).
Сенатор Сергей Лисовский парламент тыңлауҙарында бәйән иткән мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында закон менән сикләнмәгән реаль сауҙа өҫтәмәһе 100–300 процентҡа етә. Сауҙа селтәре, бының менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, инфляцияға һылтанып, хаҡтарға өҫтәмәләрҙе артабан арттыра. Халыҡтың ризаһыҙлығын, йәмғиәттәге үҫә барған социаль көсөргәнешлекте иҫәпкә алып, һуңғы йылда айырым төбәктәрҙә губернаторҙар һәм урындағы парламенттар, хөкүмәттәр үҙҙәрендә сауҙа өҫтәмәләрен сикләү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә башланы. Улар, ғәҙәттә, элекке СССР практикаһына мөрәжәғәт итә: Советтар Союзында сауҙа өҫтәмәләре, географик пояс зоналарына ҡарап, 8–12 процент тәшкил итә (I пояс – 8 процент, II пояс – 10 процент, III пояс – 12 процент).
Төмән өлкәһендә 2016 йылда хаҡтар айырым төр аҙыҡ-түлеккә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә самаһыҙ үҫә башлағас (мәҫәлән, Ямал ярымутрауында йәшелсәгә һәм емеш-еләккә өс тапҡырҙан күберәккә), максималь сауҙа өҫтәмәһен 15 процент кимәлендә сикләү тураһында ҡарар ҡабул итәләр. Төмән инициативаһына Калуга, Курск, Ростов өлкәләре, Краснодар крайы ҡушыла. Әммә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) губернаторҙарҙан был ҡарарҙарҙы ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Айырым төбәк­тәрҙән Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар сауҙа өҫтәмәһен сикләү тураһында закон сығарыу инициативаһын күтәрә, әммә парламентта уларҙың тәҡдиме үтмәй. Депутаттар шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡтар формалашыу процесындағы өс контроль һанды ныҡлы күҙәтеүгә алыуҙы талап итә: ауыл хужалығы продукцияһы – сеймал хаҡын, эшкәртеүсе һәм сауҙа хаҡтарын. Был хаҡтар нисбәтендәге дисбаланс иң тәүҙә ауыл хужалығына зыян килтерә. Хаҡтар балансы дәүләт тарафынан ныҡлы күҙәтеүгә алынып, бик теүәл көйләнеп тормаһа, ауыл хужалығы тармаҡтары рентабеллелеген юғалта, ә барлыҡ юғалтыуҙарҙың бөтә ауырлығы ҡулланыусылар – граждандар иңенә төшә. Көйһөҙләнгән хаҡтар балансы уларҙың туҡтауһыҙ үҫеүенә, илдә инфляцияның артыуына этәрә.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең хаҡтарҙы көйләү мөмкинлектәре бәхәсле. Хаҡтар монополист эшмәкәрлеге йәки картель килешеүе һөҙөмтәһендә артҡанда ғына, был хеҙмәт сауҙа өҫтәмәһен кәметеүҙе талап итә ала. Сенатор С. Лисовский раҫлауынса, Рәсәй шарттарында хаҡтар монополист йәки картель эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә түгел, ә стихиялы рәүештә һәм туҡтауһыҙ үҫә. Көнбайыш илдәрендә картель килешеүенә килгән ритейлерҙар, үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, ҡапыл хаҡтарҙы демпинг буйынса байтаҡҡа төшөрөп, конкуренттарын тауар баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарырға тырыша, монополист та шулай уҡ демпинг ысулын ҡуллана. Беҙҙәге ритейлерҙар иһә хаҡтарҙы бер-береһенән күреп, ярышып күтәрә генә. Барлыҡ ошо факттар илдә хаҡтар сәйәсәте тулыһынса баҙар стихияһына тапшырылып, әлегә был өлкәлә ышаныслы көйләү механизмдары булмауын бик асыҡ күрһәтә.
Хаҡтарҙы көйләүҙең нигеҙе – уларҙың формалашыу принциптарын теүәлерәк билдәләүсе закондар. Был эште тулыһынса үҙ ағышына ебәреү, дәүләт ҡулында булырға тейешле функцияны сауҙа өлкәһенә йөкмәтеү хаҡтарҙың туҡтауһыҙ һәм сикһеҙ үҫеүенә, иҡтисадты тарҡатыуға алып барғанын күп йылдар дауамында күҙәтәбеҙ. Сауҙа өлкәһендәге процестарҙы көйләй алмаған, ғәмәлдә эшләмәгән закондарҙың төп етешһеҙлеге – уларҙың сауҙа өҫтәмәләрен сикләмәүендә, сауҙа өлкәһенең сикһеҙ дәғүәләренә юл ҡуйыуында. Хаҡтарҙы көйләү боронғо замандарҙан уҡ дәүләттең төп функцияларының береһе тип иҫәпләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485