Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман менән бергә атлап
Заман менән бергә атлап Кисә Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар-2017” исемле халыҡ-ара күргәҙмә эш башланы.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сараны асып, быйыл Башҡортостан нефте үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын байрам итеүе төбәк өсөн генә түгел, илебеҙ кимәлендә мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.
– 1932 йылда Ишембайҙа тәү урынлаштырылған быраулау скважиналары беҙҙең ил тарихында иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән нефтселәр төбәктәге ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексына нигеҙ һалды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөн яҡынайтыуҙа, унан һуң халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә лә ҙур өлөш индерҙе. Барығыҙҙы ла ошо иҫтәлекле юбилей менән ҡотлайым.
Заман менән бергә атлапӘйткәндәй, сараны уҙғарыу урыны итеп Өфө ҡалаһы осраҡлы һайланманы, сөнки Башҡортостан – күптән нефть химияһы алға киткән төбәктәр исемлегендә. Бөгөн республика “Роснефть” йөҙөндә аңлашып эш итә, башҡа тармаҡтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Һуңғы йылдарҙа республикалағы нефть эшкәртеү комплексы заман менән бергә атлап, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бөгөн был тармаҡҡа һалынған инвестиция күләме арта.
Әлбиттә, бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. Заман технологиялары көндән-көн үҫә һәм үҙгәрә барғанда нефть һәм газ тармағындағы яңылыҡтарҙы бүлешеү, тәжрибә уртаҡлашыу – көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Йыйында Австрия, Германия, Ҡытай, АҠШ, Финляндия, Сербия, Италия, Польша, Көньяҡ Кореянан һәм башҡа илдәрҙән йыйылған белгестәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, хәл итәһе проблемалар хаҡында фекер алышасаҡ, эшлекле килешеүҙәр буласаҡ.
Күргәҙмә 26 майға тиклем дауам итә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501