Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҡтисад өлкәһендәге яүылыҡтар
Алтынға күмеләбеҙ


Рәсәйҙә алтын етештереү етенсе йыл рәттән күтәрелә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ул, 1,2 процентҡа артып, 297,4 тоннаға еткән. Быйыл күрһәткес тәү тапҡыр 304 – 305 тоннаға етеүе ихтимал. Рәсәй алтын сәнәғәтселәре берләшмәһе шундай мәғлүмәт биргән.

Ҡыйбатлы металл етештереүҙе илдең бер нисә төбәге арттырған. Красноярск крайында биш процентҡа үҫеп, 52 тоннаға, Магадан өлкәһендә – 17 (27 тонна), Байкал аръяғы крайында 8 процентҡа (12 тонна) еткән. Камчатка ла яҡшы һөҙөмтә күрһәткән – 75 процентҡа үҫкән. Шулай ҙа абсолют күләм ярайһы ҡайтышыраҡ – 6,3 тонна.

Әлдә бәрәңге бар әле


Ошо көндәрҙә Рәсәй хөкүмәте эргәһендәге Аналитик үҙәк илдәге халыҡтың нисек туҡланыуын тикшереп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтергән. Мәҫәлән, граждандар ит, балыҡ кеүек ҡыйбатлы аҙыҡтар алыуҙы кәметеп, башлыса бәрәңгегә күсә башлаған.

Былтыр Рәсәйҙә йорт хужалығына кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығым биш процентҡа тиклем кәмегән. Ә 2015 йылда 10 процентҡа ҡәҙәр аҙайған.
2016 йылда балыҡ консервалары, диңгеҙ аҙыҡтары һатып алыу 2014 йыл кимәленә ҡарағанда ла түбәнәйгән. Шулай ҙа ыңғай үҙгәреш бар: бәрәңге ҡулланыу күләме ҡапыл артҡан.

Бензин ҡайҙа ҡыйбат?


Бөтә донъя энергетика агентлығы 61 илдәге бензиндың хаҡын тикшергән. Былтыр Рәсәй нефть сығарыу буйынса донъяла тәүге урынға сыҡһа ла, беҙҙең яғыулыҡты осһоҙ тип әйтеп булмай.

АҠШ-та үткән йыл бензин 1,4 процентҡа арзанайһа, Рәсәйҙә “Аи-95” маркаһына күмәртәләм хаҡ – 25,6, дизель яғыулығына 10,7 процентҡа артҡан. Белгестәр Рәсәйҙә бензинға хаҡтың күтәрелеүенә ғәжәпләнә. Сөнки бының өсөн етди сәбәп тә юҡ кеүек – илдә бензин былай ҙа күп етештерелә, хатта эре заводтар артығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
Йәнә, хаҡынан тыш, уның сифаты ла уйға һала. Рәсәй автомобилселәре федерацияһы белдереүенсә, бөтә төбәктәрҙәге заправкалау станцияларының 70 процентында һатылған “Аи-92” һәм “Аи-95” бензины ялған. Яһалма солярка күләме генә йылына 10 миллион тоннаға етә. Әйткәндәй, “Росстандарт” башҡа һандарҙы күрһәтә. Күптән түгел үткән күләмле тикшереү заправкаларҙың 18 процентында мутлашыуҙы асыҡлаған. Энергетика министрлығы белгестәре тәҡдим иткән өсөнсө вариант шулай уҡ борсоулы. Ведомство иҫәпләүенсә, былтыр Рәсәйҙә 34,3 миллион тонна автомобиль бензины һәм 31,8 миллион тонна солярка таратылған. Уның һәр өсөнсөһө сифатһыҙ тип табылған.

Аҡса баҫыу ҙа – сәнғәт


Аҡса баҫыу ҙа үҙенә күрә сәнғәт төрө. Быйыл 2000 һәм 200 һумлыҡ яңы банкноталарҙы яңы символдар менән эшләү конкурсы еңеүселәре хөрмәтенә саф алтындан иҫтәлекле тәңкәләр пәйҙә буласаҡ. Ул бығаса Рәсәйҙә ҡулланылмаған өр-яңы технология буйынса 20 мең һум күләмендә ҡойола. Был хаҡта “Гознак”тың генераль директоры Аркадий Трачук белдергән.

999-сы пробалы алтындан 1,75 килограмм тәшкил иткән тәңкәне Рәсәй банкы быйыл икенсе ярты йыллыҡта ни бары 50 дана сығарасаҡ. Ул Мәскәү Тәңкә һарайында баҫыла. Һуңғы йылдарҙа бында эште тиҙләтеү йәһәтенән шаҡтай эш башҡарылған. Ҡыйбатлы булмаған металдан, шулай уҡ алтын һәм көмөштән иҫтәлекле тәңкәләрҙе ҡойоу, уларҙы төрөү йәһәтенән заманса автоматлаштырылған ҡорамалдар алынған.
Тәңкә һарайы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ни бары 10 -15 минутта яңы ҡорамал ярҙамында бер кеше аласаҡ эш хаҡын баҫырға мөмкин. Предприятиела уртаса хеҙмәт хаҡы – 50 – 55 мең һум самаһы. “Аҡса эшләүҙә автоматлаштырылған техника үтә юғары кимәлдә. Шулай ҙа ҡул көсө ҡағыҙ аҡса, тәңкәләр эшләүҙә барыбер кәрәк, сөнки бары кеше ҡулы ғына башҡара алған операциялар бар”, – тип билдәләй Аркадий Трачук. Әйткәндәй, етәксе 2018 йылда Рәсәйҙә футбол буйынса үтәсәк донъя чемпионаты хөрмәтенә тулыһынса пластик банкноталар сығарыласаҡ, ти. Унда ҡағыҙ бөтөнләй ҡулланылмаясаҡ.

Утыҙ тәүлек өҫтәнеләр


Рәсәй халҡының Төркиәгә визаһыҙ килеү көнөн 60-тан 90-ға тиклем оҙайттылар.

Әлбиттә, яңы ҡағиҙәнең үҙ көсөнә инәсәк ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Белгестәр уның һөҙөмтәһен әле үк күҙаллай: улар быйыл Төркиәгә 3,3 миллион самаһы Рәсәй халҡы ял итергә юлланасаҡ тигән ҡарашта. Ә төрөктәр иһә унан күберәк – биш миллион самаһы сәйәхәтсене көтә. Әммә күптәр быға шикләнеп ҡарай, сөнки иң яҡшы йылдарҙа ла Төркиәгә йөрөгән халыҡтың һаны дүрт миллиондан артмаған.
Әйткәндәй, Төркиәлә ял итеү ваҡытын өс айға тиклем оҙайтыу башлыса балалары менән йәй буйына, йәнә башҡа сәбәптәр менән илдә йәшәп торорға мәжбүр булғандар өсөн кәрәк. Шулай ҙа ни бары ике аҙна ял итә алған туристарға яңы ҡағиҙә бер нәмә лә бирмәй. Был һуңғы йылдарҙа төрөк хәрбиҙәре Рәсәй пилоты Олег Пешковты бәреп төшөрөүе сәбәпле киҫкенләшеп киткән мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән эшләнгән аҙым булараҡ ҡабул ителә.

Ҡытайға беҙҙең аҙыҡ кәрәк


Күптән түгел Рәсәй бойҙайының тәүге ҙур ылауы Поднебесныйға оҙатылды. Был хаҡта 2015 йылда уҡ килешелгән булһа ла, билдәле сәбәптәр арҡаһында бәйләнеш тотҡарлана килде.

Ҡытайҙар беҙҙең бойҙайҙы юғары сифатлы һәм был файҙалы тип баһалай. Шулай ҙа Рәсәй ашлығы халыҡ-ара бойондороҡһоҙ ойошмаларҙың ныҡлы тикшереүе үткәндән һуң ғына һатып алынған. Иген Маньчжурия сик буйы аша оҙатыла. Алдағы йылдарҙа ҡытайҙар был төбәк аша Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһын алыу буйынса сит ил сауҙа үҙәге ойоштороуҙы планлаштыра. Тиҙҙән бынан илгә Рәсәй оно, шоколад, кәнфит һәм туңдырма тейәгән поезд ҡуҙғаласаҡ.
Яңы маршруттың төп өҫтөнлөгө – юлдың ҡыҫҡалығы. Ошоғаса ылау диңгеҙҙән Ҡытайға бер айҙан да күберәк бара ине, хәҙер иһә Рәсәй үҙәгенән Далянь портына ҡәҙәр ул ни бары 14 тәүлектә (Ҡытай) еткерелергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 361

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500