Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мул уңышҡа өмөтләнһәң, орлоғоңдо ҡайғырт
Мул уңышҡа өмөтләнһәң, орлоғоңдо ҡайғыртЯҙ — сәсеү эштәре менән бәйле тығыҙ һәм яуаплы миҙгел. Һәр йылда ла иген культуралары, ҡуҙаҡлылар йәки кукуруз сәсеп тотороҡло уңыш алырға мөмкинме? “Ниндәй шарттарҙа?” тигән һорау тыуа. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: бөгөн ашлама һәм пестицидтарҙың ҡырҡа ҡиммәтләнеүе бер бәлә булһа, һуңғы ваҡытта климат үҙгәреүҙән һауа температураһының юғары күтәрелеүе – икенсе мәсьәлә. Әлбиттә, был үҙгәреш иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың үҫешенә кире йоғонто яһай. Шулай ҙа килеп тыуған мәсьәләнән сығыу юлдары бар – беҙ үҫемлек үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға йә заманса “сыныҡҡан” орлоҡ әҙерләргә бурыслыбыҙ. Күп осраҡта һәм күптәр өсөн икенсеһе уңайлыраҡ булып тойолор. Сәселгән орлоҡ үҫентеләренең, уларҙың тамыр системаһының сифатлы һәм көслө булыуы, орлоҡтоң зарарланмайынса матур итеп һаҡланыуы мул уңышты тәьмин итә.
Ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм яңы биотехнологиялар булдырыу буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм республикала күп эш башҡарыла. “БашИнком” ғәмәлгә индереү предприятиеһы сәсеү эштәренә һәм орлоҡтарҙы эшкәр­теүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын үҙҙәре әҙерләгән АВЗ биотехнологияларын ҡулланыуҙа күрә. Бигерәк тә ҡоролоҡ йылдарында был технологияны ғәмәлдә ҡулланыу уңыш кимәленең тотороҡ­лолоғон һаҡларға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.
Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы эш­кәртеү һәм әҙерләүгә бәйле үтә лә мөһим һорауҙарға яуап алыр өсөн “БашИнком” фәнни-етештереү пред­приятиеһының үҫемлектәр физиоло­гияһы лабораторияһы етәксеһе, биология фәндәре кандидаты Зәлифә ЙОСОПОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Үҙенсәлекле технология­ның эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?
– Биотехнологияларҙың иң тәүге мөһим этабы – ул орлоҡ­тарҙы эшкәртеү (1-се таб). Был этап орлоҡтарҙы, фитопатологик экспертиза яһау үҙенсә­леген иҫәпкә алып, өс төрлө эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Сир тыуҙырған шарттар бар­лығы асыҡланған хәлдә йәки таш­ландыҡ яландарҙы сәсеү әйләнешенә индергән осраҡта орлоҡ тулы миҡдарҙа “Хипротравитель” ҡулланып эшкәр­телә. Орлоҡтарға фитоэкспертиза үткәреү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алғанда, 0,5 өлөш миҡдарҙа хипротравитель йәки бары биопрепараттар ғына ҡулланып эшкәртеү үткәрелә.
– Һәр төр культуралар өсөн ниндәйҙер тәғәйен препараттар ҡулланыламы?
– Әлбиттә, биотехнология буйынса һәр төр культураның үҫеш үҙенсәлек­тәрен иҫәпкә алып әҙерләнгән препараттар ҡаралған. Мәҫәлән, ҡуҙаҡлы культуралар өсөн “Молибден Борогум” ҡулланыла. Кукуруз орлоҡтары иһә “Фитоспорин-М,Ж-Фунги-бактерицид” ҡатнашмаһы һәм “Кукуруз Борогум” препараты менән эш­кәртелә. Ә “Комплекслы Борогум” препараты менән эшкәртеү бөтә төр культуралар өсөн дә ҡулай.
– Был осраҡта климат шарттары ла иҫәпкә алынамы?
– Ҡоро килгән йылдарҙа йәки ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында орлоҡтарҙы эшкәртеү өсөн төрлө препараттар ҡушыл­маһын ҡулланырға мөмкин. Яҡшы уҡ булмаған фитосанитар шарттарҙа тамырҙағы серек ауырыуына ҡаршы орлоҡто эшкәртеү өсөн “БиоПолимик – Cu (0,2 л/т)” йәки “Фитоспорин – Фунгибактерицид (1 л/т)” биопрепараты менән бергә “БиоПолимик – Cu, Zn (0,2 л/т)” ҡатнашмаларын ҡулланыу кәңәш ителә. Билдәле булыуынса, баҡыр ҡушылған препараттар яҡшы фунгицид ҡына түгел, ә үҫемлектәрҙең ҡо­ро­лоҡҡа һәм һыуыҡҡа сыҙам­лылығын да арттыра, үҫенте тамырҙарының формалашыуында ҙур әһәмиәткә эйә. Иген культуралары өсөн тәғәйенлән­гән баҡыр ҡушылған препараттар төп тамыр йәйеү быуы­нының тәрәнгә китеүен тәьмин итә. Был иһә үҙ сиратында үҫемлек­тәрҙең ҡоролоҡҡа, түбән температураға сыҙам­лылығын һәм тамырҙың серек ауырыуына ҡаршы тороу мөмкинлеген арттыра.
– Бындай препараттар менән эшкәртелгән орлоҡтар оҙаҡ һаҡ­ланамы?
– Биопрепараттар һәм биоактив ашламалар менән эш­кәр­телгән орлоҡто бер ай һаҡ­ларға мөмкин. Шуға ла мул уңыш алыу өсөн сәсеү эштә­ренән бер аҙ алда тап орлоҡто эшкәртергә кәрәк.
– Тимәк, тәү сиратта ор­лоҡто эш­кәртеү киләсәктә мул уңыш бирәсәк культу­раларҙың уңышлы үҫеүен тәьмин итә. Уның культура­ларға ыңғай тәьҫирен айырып күрһәтергә мөмкинме?
– Орлоҡто эшкәртеү ул уңыш алыуҙың нигеҙе тип әйтергә була. Айырым әйткәндә, был уның шытып сығыуына һәм үҫешенә, тамырҙарҙың артыуына һәм үҫеүенә булышлыҡ итә. Был осраҡта күп кенә ваҡ тамырҙар барлыҡҡа килеп, тиҙ арала тупраҡтың тәрәнерәк һәм дымлы ҡатламдарына үтеп инә ала. Күп осраҡта орлоҡтар йәки ағыуланған тупраҡ аша үҫем­лек­тәрҙең фитопатогендар йоғонтоһонда зарарланыу их­тималлығы кәмеүен һәм башҡа насар шарттарға ҡаршы тора алыу мөмкинлеген тәьмин итә, шулай уҡ иген культурала­рының өйкөмләнеү коэффициентын һәм үҫемлек биомас­саһының уңышын арттыра, биомасса үҫешен тиҙләткән ҡе­үәтле япраҡ япмаһының формалашыуына ла булышлыҡ итә. Был үҙ сиратында фотосинтез процесын әүҙемләштерә.
– Тимәк, биотехнологиялар үткән орлоҡтан шытым бар­лыҡҡа килеүе һәм көслө тамырҙың формалашыуы – культураның артабанғы үҫеше өсөн тәүшарт...
– Иген культураларының төп тамыр йәйеү быуынының тә­рәнгә китеүе үҫемлек өсөн үтә лә мөһим. Тамырҙағы серек ауырыуының үтеп инеү урыны булған төп быуын тәрәнгә кит­кән һайын, ер аҫты үренде­һенең оҙонлоғо ҡыҫҡара. Был осраҡта төп үренде ҡыҫҡара, ә был үҙ сиратында ян яҡ үренде­ләренең тамырланыуына һәм ныҡлап үҫеүенә булышлыҡ итә. Ә ер аҫты үренделәре булмаһа, тамырҙағы серек ауырыуы ла юҡ тигән һүҙ. Көслө икенсел тамыр системаһының бар­лыҡ­ҡа килеүе ян яҡ үренделәренең продуктлылығын арттырыуға килтерә. Айырыуса был бойҙай өсөн үтә мөһим, сөнки ошо культураның ян яҡ үренде­лә­ренең тамырланыуы уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытынан һуңғараҡ була.
Һәр бер айырым тамырһа­баҡтан үҫешкән һут үткәргән бәләкәй тамырсалар тулы­һынса башаҡты, сәкәнде йәки борсаҡты туҡландыра, уның продуктлылығын арттыра. Шул уҡ ваҡытта ул лигнин менән байытылып, һабаҡтың нығыны­уына ла булышлыҡ итә һәм культураны йығылыуҙан һаҡ­лай.
Тәүге үҫеш фазаларында ҡуҙаҡлыларҙың эшкәртелгән орлоҡ үҫентеһенең тамырҙа­рында актив симбиотик аппарат формалаша. Тамырҙар күберәк булған һайын, тамыр бүлбеләре лә нығыраҡ үҫешә. Ә ҡеүәтле тамыр системаһының формалашыуы тупраҡтағы туҡлыҡлы элементтарҙы үҙләштереүҙе арттыра. Бигерәк тә киҫкен осорҙа – шытыу осоронан алып артабанғы үҫеш барышында улар фосфор менән тәьмин ителә. Был ваҡытта ашлама­ларҙан һәм ҙур күләмдә туп­раҡтың үҙенән алынған минераль матдәләр үҫемлек био­массаһына ҡушыла.
Һуңғы йылдарҙа йышайған ҡоролоҡ йә башҡа төрлө уңай­һыҙ тәбиғәт шарттарында та­мыр­ҙың барлыҡҡа килеү һәм иген культураһы тамырҙарының тәрәнгә китеүе – үҫемлектең сыҙам­лылығын билдәләгән һәм культура­ларҙың матур уңышын тәьмин иткән мөһим фактор. Шуға ла орлоҡтарҙы биопрепараттар һәм биоашламалар менән эшкәртеү тотороҡло юғары уңыш алыу мөмкинлеген бирә. Шул рәүешле сәсеү алдынан орлоҡ­тарҙы эшкәртеү уңдырышлылыҡтың 10-15 про­центҡа тиклем артыуына бу­лыш­лыҡ итә. Был иһә – иҡти­сади яҡтан маҡсатҡа ярашлы һәм һәр хужалыҡта ҡулланы­лырға мөмкин, экологик хәүефе аҙ булған һөҙөмтәле саралар­ҙың береһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494