Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайын сүсенән күлдәк
Ҡайын сүсенән күлдәк Һуңғы йылдарҙа сауҙа нөктәләрендә пальманан тегелгән ойоҡбаш, колготкаларҙы күреп, ағастан да кейем етештерерҙәр икән, тип аптыраныҡ. Ярай, ҡытайҙар эшләр ул, тип үҙебеҙҙе тынысландырҙыҡ. Был йәһәттән Рәсәй ҙә заман алымдарын үҙләштерә. Бөгөн ил хөкүмәтендә урман сәнәғәтен 2030 йылға тиклем үҫтереүҙең яңы йүнәлешен булдырыу хаҡында һүҙ алып барыла һәм унда туҡыма, шулай уҡ башҡа материалдар етештереү өсөн вискоза эшләү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ ҡабул ителә.
Рәсәй туҡымасылары ассоциацияһы президенты Шамхал Илдаров билдәлә­үенсә, вискоза – ул башлыса ағас ирет­мәһе, йәғни ҡоро һөт кеүек етештерелгән тәбиғи материал. Иретмәнән еп һуҙалар, ә һуңынан унан туҡыма эшләйҙәр.
Әлбиттә, ептең сифаты туҡыманың ҡалынлығына ла бәйле. Нәҙегерәктәре яҡшыраҡ баһалана. Йәнә туҡыманың сифаты уны нисек үреүҙән билдәләнә. Халыҡтың ихтыяжынан сығып, төрлө туҡыма етештерергә мөмкин, ти белгестәр. “Мәҫәлән, ҡышҡы кейемдәр тегеүгә вискоза туҡымаһы һыуыҡ, ел үткәрмәһен өсөн ныҡлы булырға тейеш. Ә спорт кейемдәре өсөн уның бер аҙ йомшағыраҡ эшләнеүе зарур, сөнки тын алыуҙы еңеләйтеүе, ҡояшта төҫө уңмауы мөһим. Тағы вискозанан яҡтылыҡ биреүсе кейемдәр ҙә тегергә мөмкин. Мәҫәлән, юл ремонт­лаған хеҙмәткәрҙәр өсөн.
Вискоза сәнәғәте ныҡлап үҫешә төшкәс, әлбиттә, хатта йыһаздар эшләүгә бармаған түбән сортлы ағастар ҙа файҙаланыла башлаясаҡ. Шулай уҡ башҡа тармаҡтар ҙа бынан отасаҡ. Туҡыма сәнәғәтенән тыш, бындай заманса материалдарҙы медицинала, төҙөлөштә, авиация төҙөлөшөндә, хәрби сәнәғәттә, ауыл хужалығында ла файҙаланырға мөмкин.
Әйткәндәй, был осраҡта вискозаны Рәсәй баҙары өсөн яңы материал тип тә булмай. Йортта ҡулланылған әйбер­ҙәрҙә, кейем-һалымда ағастан алынған ептең өлөшө 60 – 70 процент тәшкил итә, ә технологик туҡымаларҙа тағы ла күберәк. Әммә беҙ әлеге лә баяғы сит илдәргә күберәк ҡул һонорға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шуға ла фабрикалар кейемде башлыса бүтән дәүләттәрҙән килтерелгән сеймалдан тегә. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙең туҡыма сәнәғәтендә ҡулланылған вискоза сүсенең йөҙ проценты ситтән ташыла. 2015 йылда яҡынса 13 мең тонна самаһы туҡыма һатып алынған. Әлегә ул башлыса Рәсәй кеүек үк урманға бай Ҡытайҙан, Һиндостандан, шулай уҡ хатта Австриянан да килтерелә.
Әлбиттә, Рәсәйгә вискозанан тыш башҡа төрлө туҡыма сеймалы ла индерелә. Импорттың төп өлөшө башлыса синтетик сүс һәм туҡымаға тура килә. Былтыр сит илдән беҙгә 100 мең тоннанан күберәк химик сүс ташылған. Ә мамыҡ сүсе яҡынса – 67 мең, йөн дүрт мең тоннаға еткән. Бында синтетик туҡыманың күпселекте тәшкил итеүе, әлбиттә, уның осһоҙлоғона бәйле. Әйткәндәй, нефть продукттарынан йәки полимерҙан алынған материалдар һауаны насар үткәреүе, йылыны тотмауы, тирелә ялҡынһыныу барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Үҙебеҙҙең вискоза импорт ҡәрҙәшен алмаштырыу ғына түгел, сит ил синтетикаһы менән ярыша ала. “Вискоза еңел тын алырға мөмкинлек биреүе, йомшаҡлығы, тирләтмәүе менән отошло. Бындай туҡыманан тегелгән әйберҙәр уңайлы, электрланмай”, – ти белгестәр.
Целлюлоза сүсе матур сифаттары менән бер рәттән тәбиғи туҡыманан арзаныраҡ булыуы менән дә отошло. Шуға ла етештереүселәр мамыҡ, етен, йөндө яһалма сүс менән тулыһынса алмаштырыуға етди иғтибар бүлә.
Белгестәр, ағас сүсе тәбиғи материалды ҡыҫырыҡламаясаҡ, тип тынысландыра. Вискоза сүсенең үҙ урыны бар. Уны туҡымаға һығылмалылыҡ биреү өсөн мамыҡ, йөн ҡушылмаһы менән файҙаланалар, йәнә үҙҡиммәтен кәметеү өсөн дә ҡулайлы. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа целлюлоза сүсенең ҡулланыу өлөшө үҙгәрешһеҙ ҡала – 4,5-5 процент самаһы.
Ағасты заманса тәрәнәйтеп эшкәртеү иҡтисадтағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү генә түгел, ә шаҡтай дивиденд килтереүе лә мөмкин. Тап шуға ла донъяла вискоза сығарыу күләме арта. Мәҫәлән, күпләп синтетика етештергән Азия илдәрендә ағас сүсе тәҡдим итәләр. Баҙарҙа һуңғы йылдарҙа бамбуктан эшләнгән әйберҙәр барлыҡҡа килде.
Рәсәй ҡайынынан, ҡарағайҙан алынған сүс сит ил ағасынан ҡайтыш түгел. Шул уҡ ваҡытта Себер мамығы тигән үҙебеҙҙең туҡыма бренды ла бар. Тап шуға ла ни өсөн вискоза нигеҙендә Рәсәй генә түгел, сит ил ҡулланыу­сыларын йәлеп итерҙәй яңы тауар уйлап тапмаҫҡа? Белгестәр, Рәсәйҙә ағастан етештерелгән сүскә һорау буласаҡ, тип белдерә. Иң мөһиме – баҙарҙа үҙеңдең төп юлыңды табыу. Һуңғы биш-алты йылда вискозаға ихтыяж йылына өс миллион тоннанан биш миллион тоннаға еткән, һәм ул йыл һайын арта барасаҡ. 2030 йылға башлыса Ҡытай иҫәбенә целлюлоза вискозаһы ҡулланыу йылына 30 миллион тоннаға етәсәк, тип фаразлай эксперттар.
Әлбиттә, Рәсәй туҡыма сеймалы ҡулланыуҙан үҙе оҙатыусыға әүерелһен өсөн, инвестициялар һәм дәүләттең ярҙамы ла кәрәк. Конкурентлыҡҡа һәләтле заманса продукция етештереү ҙур сығымдар, шулай уҡ яңы технологиялар уйлап табыу талап итә. Дәүләт ярҙамы – субсидиялар, ташламалы кредиттар, предприятиелар өсөн һалым каникулдары мөһим. Юғиһә сит ил тәьминәтселәре, айырыуса Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре менән ярышыу ауыр буласаҡ. “Урман сәнәғәте үҫеше менән йәнәш урман эшкәртеүселәрҙе, туҡыма етештереүселәрҙе лә ярҙамдан мәхрүм итергә ярамай. Ул саҡта Себер кедры йәки ҡайын сүсенән тегелгән тауарҙар менән Рәсәй генә түгел, хатта сит ил халҡын да кейендерә алыуыбыҙ көн кеүек асыҡ”, – ти белгестәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090