Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлһеҙләнгән һум кемгә ҡулай?
Хәлһеҙләнгән һум кемгә ҡулай? Рәсәй һумдарының нығыныуы, был ниндәй генә сәйер парадокс булып күренмәһен, һуңғы айҙарҙа сәйәсмәндәрҙе, иҡтисадсыларҙы һәм эксперттарҙы етди борсолоуға һала. Улар, үҙ мәнфәғәттәренән сығып, бер-береһенә ҡаршы торған ике ҙур төркөмгә бүленеп, Үҙәк банкка, уның етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаға баҫымын көсәйткәндән-көсәйтә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк һумдарҙың нығыныуы фонында 24 мартта үҙ ставкаһын 9,75 процентҡа тиклем кәметеп, йыл аҙағына 8,5 процентҡа тиклем төшөрөүҙе планлаштырҙы.
Был иҡтисади үҫеш өсөн бик тә мөһим, сөнки ил буйынса предприя­тиеларҙың рентабеллеге бик түбән булғанда (2016 йылда уртаса күрһәткес 8,97 процент тәшкил итте) Үҙәк банк ставкаһының 2017 йылдың 3 февраленә тиклем 17 процент тәшкил итеүе (3 февралдә ставка 10 процентҡа тиклем кәметелгәйне), шул сәбәпле кредит биреүсе банк­тарҙың юғары ставкалар һаҡлауы реаль етештереү тармағы предприятиеларын финанслауҙы ауырлаштырып килде. Был шарттарҙа банк ставкаларын кәметеү предприятие­ларҙың финанс хәлен еңеләйтә төшә. Ләкин инфляция хәүефе ҙур булған осорҙа ставкаларҙы ҡапыл күпкә кәметеү ул хәүефте гиперинфляция кимәленә еткереүе ихтимал. Шул сәбәпле Үҙәк банк ида­раһы рәйесе Э. Нәбиуллина, үҙенең “ваҡ аҙымдар” тактикаһын иғлан итеп, ставканы яйлап кәметеүгә генә барасағын белдерҙе. Күпселек эксперттар бындай тактиканы бөгөнгө шарттарҙа оптималь тип баһалай.
Ләкин бындай һаҡ тактикаға нефть һәм газ экспортерҙары ҡаршы сыға. Билдәле булыуынса, Рәсәй бюджетының килем өлөшөнөң 43 процентын сеймал экспортынан алынған долларҙар тәшкил итә. Бюджет яҡындағы өс йылға (2017–2019 йылдарға) иң ауыр сценарий буйынса – нефть хаҡы баррелгә 40 доллар иҫәбенән сығып төҙөлһә лә, уны бөгөнгө шарттарҙа баланслау өсөн нефттең баррелен 80 долларға һатыу кәрәк булыр ине. Бөгөнгө көндә баррель хаҡы 55,33 доллар тәшкил итә, нефткә хаҡтар төшә. Доллар курсы 55,98 һумға тиклем кәмене. Доллар курсы 1 һумға төшкәндә бюджет йылына 160 миллиард һумлыҡ килемен юғалта, сөнки Рәсәйҙең барлыҡ резервтары АҠШ долларҙарында һаҡлана, нефть һәм газ экспорты операциялары ла долларҙарҙа иҫәпләнә. Нефткә донъя хаҡтарын беҙҙең етәкселәр үҙгәртә алмай, ә эске валюта – һумдың курсын кәметеүе еңел.
Яҡын киләсәктә Үҙәк банк етәкселегенә ставканы тиҙ арала – 2017 йылдың II яртыһында уҡ иң кәмендә 8 процентҡа тиклем кәметеү тәҡдим ителеүе ихтимал. Икенсе юл – һумдың долларға ҡарата курсын 70 һум кимәлендә нығытыу, йәғни ирекле курстан баш тартыу. Йәнә бер көслө резерв – һумдарҙың ҙур массаларын оҙайлы инвестиция проекттарына һалыу. Ләкин был осраҡта һум курсын төшөрөп булмаясаҡ – ул инвестицияларға ҙур зыян килтерәсәк. Йәнә, Рәсәйҙең сит илдәрҙән сәнәғәт тармаҡтары өсөн байтаҡ ҡорамалдар, станоктар, башҡа төр техника, халыҡ ҡулла­ныуы тауарҙары алыуын иҫәптән сығарырға ярамай – импорт өсөн доллар менән евроның һумға ҡарата түбәнерәк курсы отошлораҡ. Нефть һәм газ экспортерҙары өсөн, кире­һен­сә, долларҙың юғарыраҡ курсы отошло. Әлегә өҫтөнлөк сеймал экспортлаусы компанияларға бирелә – улар бөгөнгө көндә бюджет өсөн мөһимерәк...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500