Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эсте тишмәҫ ине…
Эсте тишмәҫ ине… Быйыл 16 майҙа беҙ Башҡортостан нефтенең 85 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. 1932 йылдағы яҙҙың матур бер көнөндә Ишембай ауылы эргәһендәге 702-се скважинанан ҡеүәтле нефть фонтаны бәрә.
Ул 1981 йылға тиклем эшләп, унан 37885 тонна “ҡара алтын” бирә. Бөгөн иһә консервацияланып, мемориал сифатында һаҡлана.
Ул заманда быраулау ҡоролмалары төҙөү ауыр һәм хәүефле эш була. Мәҫәлән, нефтселәр “Бабушка” тип йөрөткән данлыҡлы 702-се скважинаны 1930 йылдың ҡышында һала башлай. Был эшкә 150 кубометр ағас китә. Станокты пар машинаһы хәрәкәткә килтерә, уға тәүлегенә 20 кубометр эре ҡайын утыны яғыла. Ағасты ат менән ташыйҙар. Нефтселәр палатка һәм землянкаларҙа йәшәй, барактар һуңыраҡ төҙөлә башлай.
Иң ауыр ваҡыт 1937 йылға тура килә. Нефть эшенә бөтә көсөн һалған, инженер-техник кадрҙарҙың төп өлөшөн тәшкил иткән 86 етәксе ҡулға алына, шуларҙың 33-ө атыла, ҡалғандары лагерҙарҙа һәләк була. Күптәренең ҡатындары ла, “халыҡ дошманы” ғаиләһе ағзаһы булараҡ, лагер­ға оҙатыла. 2002 йылда Башҡортостан нефтенең 70 йыллығын байрам иткән көндәрҙә репрессияланған нефтселәргә Ишембайҙа иҫтәлекле стела ҡуйыу тәҡдиме күтәрелһә лә, ул хәл ителмәй ҡала. Моғайын, был мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтыу кәрәктер.
Ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, республикала нефть тармағы артабан да көслө үҫеш ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан вәкилдәре 5,3 миллион тонна нефть сығара, һәр өсөнсө тонна бензин һәм солярка беҙҙең заводтарҙа етештерелә.
Һуғыштан һуң “Башнефть” берекмәһе күрше Татарстанда, Себерҙә яңы ятҡы­лыҡтар асыу эшендә үҙен лидер булараҡ таныта. Беренсе урынға хеҙмәт кешеһен ҡайғыртыу ҡуйыла. Был хәл айырыуса республика менән Миҙхәт Закир улы Шакиров етәкселек иткән осорға хас. Ҡайҙа яңы буровойҙар ҡалҡып сыға – шунда күпләп заманса торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт һарайҙары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөү маҡсат итеп ҡуйыла.
Совет осоронда “Башнефть” рес­пуб­ликабыҙҙың ысын символына әйләнә. Хәҙер ундай символдарҙы “бренд” тип атайҙар, ә заманында нефть тармағын “Башҡортостандың йөҙө” тип ололайҙар ине. Төрлө төбәктәрҙә беҙҙең нефтселәр­ҙе әле лә ихтирам менән иҫкә алалар. Мәҫәлән, “Лукойл” компанияһы етәксеһе, 1980 йылдарҙа “Когалымнефтегаз” берек­мәһе генераль директоры вазифаһын башҡарған Вәхит Алекперов раҫлауынса, Төмән нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа һәм үҙләштереүҙә Башҡортостан төп кадрҙар һәм техник ресурстар базаһы була.
Әммә заманалар үҙгәрә, һәм һәр саҡ яҡшыға түгел. Һуңғы йылдар күрһә­теүен­сә, “Башнефть” берекмәһе лә, ул ниндәй генә көслө структура булмаһын, яҡлауға мохтаж. СССР тарҡалғас, өлгөрөрәк яңы эшмәкәрҙәр был ныҡлы монолитты ла, төрлө яҡҡа тартҡылап, бүлгеләп ташланы. Яңы хужаларҙы иң тәүҙә Башҡортостан ҡалаларындағы нефть эшкәртеү заводтары ҡыҙыҡ­һындырҙы, ә нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтарын тарҡата башланылар. Идаралыҡтар кадрҙарын күпләп юғалтты, ә бит, мәҫәлән, быраулау участ­каһын ышанып тапшырырлыҡ мастерҙы күп йылдар әҙерләргә кәрәк. Артабан етәксе кадрҙар резервын да буровойҙа эшләп алған, мастер вазифаһы баҫҡысын үткән ышаныслы белгестәр тәшкил итте.
“Система” акционер финанс компания­һына тапшырылғас, “Башнефть” берек­мәһе айырыуса ауыр хәлдә ҡалды. Илдәге иң көслө быраулаусылар лидер позицияларын юғалтып, аутсайдер хәленә төштө – күп осраҡтарҙа коррупция схемалары буйынса ойошторолған тендерҙарҙан ситләштерелә башланы. Скважиналар ремонтлау (КРС) бригадаларына, механик хеҙмәттәренә, транспорт идаралыҡтарына “реструктуризация”, “ҡулайлаштырыу” ойошторолдо. Әммә улар нисек үткәрел­де? Мәҫәлән, унһыҙ ҙа кадрҙар етешмәгән КРС цехы хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуҙы нисек баһаларға мөмкин? Әлбиттә, оҙаҡламай хатаны аңлап, кадрҙарҙы яңынан йыя башланылар, әммә байтаҡ халыҡ ситкә китеп бөткәйне. Техниканың да ҙур өлөшө юғалтылды.
“Система” компанияһы составында булған саҡта республика бюджетына түләүҙәр шаҡтай кәмене. Ул – ғәмәлдә буш урында ойошторолған финанс компанияһы, нефть эшендә, әлбиттә, бер ниндәй ҙә төплө, ныҡлы позицияларға эйә түгел. Финанс өлкәһендә, бәлки, абруйлы иҫәпләнгән, әммә нефть эшен белмәгән-күрмәгән менеджерҙарға ғына ышанып, “Башнефть” кеүек ҡеүәтле, ҡатмарлы структураға етәкселек итергә тырышыу, әлбиттә, ҙур авантюра ине.
Республика халҡы тиҫтәләрсә йыл дауамында ҙур ҡыйынлыҡтар үтеп туплаған оло байлыҡты шулай еңел генә юҡҡа сығара башлау ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ишембай, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Дүртөйлө, Яңауыл ҡала­лары, Серафимовка, Приют, Семилетка һәм башҡа нефтселәр ҡасабалары ауыр хәлдә ҡалды – иң тәүҙә унда эшһеҙлек артты, халыҡ ситкә китә башланы.
“Роснефть” компанияһының “Сис­тема”нан “Башнефть” берекмәһе акция­ларының федераль пакетын (акцияларҙың 50,1 процентын – 329,7 миллиард һумға), аҙаҡ “Таргин” нефть-сервис компанияһы акцияларын (акцияларҙың 100 процентын – 4,1 миллиард һумға) һатып алыуы киләсәккә өмөт менән ҡарау мөмкинлеген бирә.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов мәғ­лүмәттә­ренә ярашлы, “Башнефть” берекмәһенең “Роснефть” составына күсеүе – иң отошло вариант, сөнки ул бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ил бюджетына бер триллион һумдан ашыу өҫтәмә табыш килтерәсәк. “Башнефть”тең мөмкин­лектәре “Роснефть”кә һөҙөмтәлерәк эшләүгә юл аса. Бының өсөн республика заводтарында етеште­рел­гән нефть табыу һәм эшкәртеү ҡорамалдарын һатып алыу программаһы төҙөләсәк. Башҡортостан ул төр продукция буйынса төп үҙәк була ала.
Бында “Салауатнефтемаш”, “Ок­тябрьск­химмаш”, Ишембай нефть промыслалары ҡорамалдары заводы, Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратура заводы, Октябрьский нефть промыслалары ҡора­малдары заводы кеүек предприятиелар күҙ уңында тотола. Һуңғы йылдарҙа заводтар ауыл хәлдә ҡалып, ярҙамға мохтаж. “Роснефть” компа­нияһының эре һәм даими заказдары уларға иң ҙур ярҙам буласаҡ. “Таргин” нефть-сервис компания­һының ҡеүәтен арттырыу тотош тармаҡҡа көслө үҫеш этәргесе бирәсәк.
Компания бөгөн дүрт предприятиеға бүленгән: “Таргин Бурение”, “Таргин КРС” “Таргин Логистика” һәм “Таргин Механосервис”. Уның төп көсөн 43 быраулау һәм 173 скважиналарҙы ремонтлау бригадаһы тәшкил итә. Яҡын киләсәктә быраулау бригадалары һанын кәмендә 150-гә еткереү ҡарала, ул осраҡта башҡа хеҙмәттәр ҙә шул нисбәттә үҫтереләсәк. Бөгөнгө көндә “Таргин”дың конку­рентлыҡ­ҡа һәләтлеген күтәреү, республика нефть сығарыусыларының элекке мөмкинлектә­рен тергеҙеү мөһим. Ә уныһы инде барлыҡ нефть сығарыу тармағын ғына түгел, урындағы инфраструктураны ла үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. Мәҫәлән, заманында берекмәнең һәйбәт йыһаз­ландырыл­ған ҙур профилак­торийҙары, ял базалары күп ине, һуңынан улар шәхси ҡулдарға күсеп, йүнәлешен үҙгәртеп, юғары квалификациялы кадрҙарын юғалтып бөттө. Ауыр шарттарҙа эшләгән нефтсенең сәләмәтлеген, ялын хәстәрләүсе ҡалманы.
Был йүнәлеште тиҙ арала тергеҙеү мөһим. Ғөмүмән, кадрҙарға мөнәсәбәт тамырынан үҙгәрергә тейеш. Әлбиттә, бөтәһе лә киләсәктә нефттән алынған килемдең ниндәй өлөшө Башҡортостанда ҡаласағына бәйле. Республика халҡы нефттән һәм газдан килгән триллион долларҙарҙың ҡайҙа киткәнен, топ-менеджерҙарҙың тиҫтәләгән миллион һумлыҡ эш хаҡы, дивидендтар алғанын яҡшы белә.
Нефтселәребеҙ тапҡан аҡсаның Баш­ҡортостан ҡаҙнаһында ҡалған өлөшө күберәк булһа, халыҡ әйтмешләй, “эсте тишмәҫ” ине. Бөгөн илдең бик ҙур дәрәжәлә Төмән нефте һәм газы иҫәбенә йәшәүе сер түгел, ә был сәнәғәт тармағы­ның төп кадрҙар, техник ресурстар базаһы беҙҙең Башҡортостанда булыуы бәхәсһеҙ бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492