Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайлап, йыуып, ҡаптарға төрөп...
Белгестәрҙең “санкцияларҙың йәшелсәселекте үҫтереүгә этәргес, үҙебеҙҙең етештереүселәргә ошо йүнәлештә сәмләнеп эшләргә дәрт бирәсәк, һатып, файҙа аласаҡтар” тип белдереүенең һөҙөмтәһен һуңғы йылдарҙа үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Ил күләмендә уңыштар бар, махсус дәүләт программалары ер эшсәндәрендә дәрт уята.


Йәшелсә-емештең организм өсөн ни тиклем файҙалы булыуы хаҡында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Бығаса был тармаҡҡа етди иғтибар бирелмәүе, үҙебеҙҙә үҫтереп булырҙайын да ситтән ташыу көлкө ине. Тап шуға ла Туймазыла үткән семинар-кәңәшмәлә ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика халҡын яңы өлгөргән йәшелсә менән тәьмин итеүҙең көнүҙәк бурыс булыуын билдәләне.
Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа был юҫыҡта шаҡтай ғына һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Шулай ҙа әлегә үҙебеҙҙе тулыһынса туйҙыра алмайбыҙ. Был бигерәк тә ҡышҡы миҙгелдә үҙен ныҡ һиҙҙерә. Был осорҙа Төркиә, Ҡытай, Испания, Үзбәкстандан килтерелгән йәшелсә менән хушһынабыҙ. Йәһәннәмдә үҫтерелгән аҙыҡтың сифаты ла шикле.
Былтыр республикала 360 мең тонна йәшелсә йыйылһа, шуның 280 мең тоннаһы асыҡ һауала, 80 меңе теплицала үҫтерелгән. Дөйөм алғанда, Башҡортостан йәшелсә үҫтереү буйынса Рәсәйҙә 14-се, ә Волга буйы федераль округында дүртенсе баҫҡыста. Ә теплицала етештерелгән продукция буйынса округта лайыҡлы рәүештә беренсе урынды биләйбеҙ.
Әлегә йәшелсә менән үҙебеҙҙе 70 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Ауыл хужалығы комплексын 2020 йылға тиклем үҫтереү стратегияһына ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү күҙаллана. Теплицала йәшелсә үҫтереү – ундағы биш өҫтөнлөклө йүнәлештең береһе. Был юҫыҡта республикала ҡеүәтле биналар төҙөү планлаштырыла. Быйыл иһә япма эсендә 80 мең тонна йәшелсә үҫтереп алыу күҙаллана.
Баҙар шарттары тырым-тырағай түгел, ә бергәләшеп эшләүҙе талап итә. Тап шул осраҡта ғына көс һалып үҫтергән продукцияңды тейешле хаҡҡа һатып, йәнә дәртләнеп, табышлы эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡһың. Ошо йәһәттән Рәсәй Емеш-еләк һәм йәшелсә етештереүселәр союзы Башҡортостан халҡына ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе сарала.
Әйткәндәй, “Башҡортостан аҙығы” сауҙа йорто “борщ йыйылмаһы” тигән исемлеккә ингән бәрәңге, кишер, сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләрҙе үҫтерергә тәҡдим яһауы ла ҡыуаныслы күренеш, сөнки йыйып аласаҡ уңышыңды көҙөн ҡайҙа тапшырасағыңды белгәндә эшкә дәрт, сәм уяныуы бәхәсһеҙ. Дөрөҫ, уларҙың да үҙ талаптары бар. Мәҫәлән, йәшелсәнең матур, йыуылған, таҙа булыуы, ҡаптарға һалыныуы шарт. Был фермерҙарға үҙ продукцияһын ҡыйбатыраҡҡа ла һатырға форсат бирә. Ә ресторан эшҡыуарлығы менән шөғөлләнгәндәр көҙөн баҫыуҙан килтерелгән продукцияның яҡшылап эшкәртелеп, мәҫәлән, йыуылып, ваҡланып, талап ителгәнсә төрөлгәнен дүрт-биш тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡҡа алырға ла риза.
Әлбиттә, был алым менән уңышлы эшлә­гәндәр юҡ түгел. Мәҫәлән, “Туймазинец” ассоциацияһы райондағы 136 фермер хужалығын берләштереп, әҙер продукцияны республикала ғына түгел, Рәсәйҙең эре сауҙа селтәрҙәренә лә сығара. Былтыр улар ике миллиард һумдан ашыу хаҡҡа йәшелсә һатҡан. Был дөйөм төбәк ауыл хужалығы продукция­һының тулайым күләменең 31 процентын тәшкил итә. Уларҙың өлгөһөндә эшләгән башҡа райондар ҙа барлыҡҡа килә башлаған. Быны семинар-кәңәшмәлә ҡатнашҡандар үҙ күҙҙәре менән күреп, танышып, тәжрибә тупланы.
Мәҫәлән, Мәвзәр Латипов етәкселегендәге “Ҡушбүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығының эшмәкәрлеге күптәргә өлгө. Бөгөн хужалыҡ 20 гектар майҙандағы теплицала йәшелсә үҫтерә. Заман шарттарына ҡулайлаштырып эшләнгән ҡоролмала тейешле климат булдырыу системаһы ҡуйылған. Ул уңыштың артыуына килтерә. Мәҫәлән, бер квадрат метр майҙандан 30 килограмм самаһы ҡыяр йыйып алғандар. Ә “Панакс-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тендә шулай миҙгел технологияларына ҡарап эшләйҙәр. Бында юғары яҡтыртҡыслы лампалар ҡуйылған. Был иһә уңышты ғәҙәттәгеcә март айында түгел, ә декабрҙә үк йыйып алырға форсат бирә. Бындағы техник ҡорамалдар сит илдәрҙекенән һис ҡайтыш түгел.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәй, яҡшы уңыш алыу өсөн сифатлы орлоҡтоң ни тиклем мөһим булыуы бәхәсһеҙ. Тап шуға ла селекция эшмәкәрлеге – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Әле беҙ орлоҡтоң 85 процентын ситтән алабыҙ.
Сер түгел: аңыбыҙға ситтән алынған һәр әйбер яҡшы, сифатлы тигән фекер һеңгән, ләкин күп кенә осраҡта уның киреһе лә була торған. Теплицала үҫтереү өсөн селекция-орлоҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән “Гавриш”, “Ильинична”, “Манул” компанияларының тауарҙары сифаты йәһәтенән һис тә бүтән илдәрҙекенән ҡайтыш түгел. Үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк биреү һәр йәһәттән файҙалы буласаҡ.
Йәнә ниндәй генә орлоҡ, алдынғы технологиялар ҡулланылмаһын, заманса белемле кадрҙарһыҙ уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Бөгөн был юҫыҡта ла хәл итәһе мәсьәләләр бар – белгестәр етешмәй. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығына булған ҡырыҫ мөнәсәбәт тармаҡты тамырынан тиерлек емереүгә дусар иткәйне. Хатта махсус юғары белем алған йәштәрҙең күпселеге, шаҡтай тәжрибә туплағандар ҙа бүтән өлкәлә эшләргә мәжбүр. Әле Башҡорт дәүләт аграр университеты, ауыл хужалығы йүнәлешендәге 28 колледж белгестәр әҙерләй. Әлбиттә, эре предприятиелар уҡыу йорттарына махсус заказ биреп, кадрҙар тәрбиәләү системаһына күсте. Эш биреүселәр уҡыу программаларын төҙөүҙә, квалификацияны камиллаштырыу курстарында ҡатнаша, йәғни үҙҙәренә кәрәкле һөнәр кешеләре менән тәьмин итә.
Сарала республика йәшелсәсе­легенең үҫеше өсөн “Алексеевка” совхозы базаһында махсус үҙәк төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Ошонда уҡ йәшелсә продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән етештереү технологиялары туплау күҙаллана. Шулай уҡ халыҡ-ара баҙарға сығыу өсөн уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлешендә белгестәр әҙерләнәсәк.



Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492