Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡсаны кеҫәлә йәшереп булмаясаҡ
Аҡсаны кеҫәлә йәшереп булмаясаҡ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм Финанс министрлыҡтары яңыраҡ ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе сикләү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһаны. Был ойошмалар иҫәпләүенсә, ошо сара “күләгәләге иҡтисад” менән көрәшергә, йәғни ҡаҙнаның ҙур юғалтыуҙарына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.
Хәҙерге ваҡытта ҡулаҡса менән иҫәпләшеү һаман да финанс әйләнешенең ҙур ғына өлөшөн тәшкил итә. Ирекле эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡын “конвертта” ғына алыу отошло – улар килемдән һа­лым түләмәй. Хосуси милек­тәге күп кенә ойошмалар ҙа рәсми ҡағыҙҙа эш хаҡының бер өлөшөн генә күрһәтә лә ҡалғанын көн­лөксөнөң ҡулына тоттора. Хеҙ­мәткәр был ос­раҡ­та ота, ләкин киләсәктә сирләп китә ҡалһа, социаль пособие юлларға тура килһә йәки пенсия йәшенә етһә, терһәген тешләрҙәй булыр ҙа... Иртәгәһен ишәк ҡайғырт­ҡан тип йәшәп өйрәнгән шул беҙҙең халыҡ.
Өфөлә ҡайһы бер кибет­тәрҙә, тәғәмхана­ларҙа ла һа­тыусылар алдына банк терминалы ҡуйырға, йәғни ҡулаҡ­саһыҙ иҫәпләшеү алымын ҡулланырға ашыҡмайҙар. Һө­ҙөмтәлә һатыусы эре аҡсаны ваҡлау өсөн тиндәр эҙләп мәшәҡәтләнә инде, ләкин кибет хужаһы өсөн был уңайлы: күпме ҡулаҡса ингәнен кем ҡарап һәм иҫәпләп тора... Һалым түләр өсөн дә ул был сумманы үҙе теләгәнсә күр­һәтә ала. Ә ҡулаҡсаһыҙ иҫәп­ләшкәндә һәр тин шул уҡ секундта банкта билдәле була­саҡ. “Күлә­гәләге” эшҡыуарлыҡ тулыһынса ҡулаҡса ғына тотона.
Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр рәсәйҙәр банкоматтан 19 триллион һум аҡса алған. Шуның 8,7 триллион һумына ғына тауар алған йәки хеҙмәт­ләндереү өсөн түләгән. Ҡағыҙ аҡсаның әйлә­неше илдең тулайым эске продуктының туғыҙ проценты самаһын тәшкил итә.
Һалым системаһындағы бындай юғалтыуҙарҙы булдырмау өсөн тәҡдим ителгән саралар араһында – эш хаҡы биргәндә, ҡиммәтле әйберҙәр һатып алғанда (фатир, автомобиль һәм башҡалар) ҡағыҙ аҡса менән иҫәпләшеүҙе тыйыу. Банк аша иҫәп-хисап яһауҙы дәртләндереү маҡса­тында өҫтәмә ҡиммәткә һа­лымды кәметеү мөмкинлеге лә тикшерелә.
Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә күсеү зарурлығы илдең финанс даирә­ләрендә күптән тикшерелә. 2012 йылда уҡ әле Финанс министрлығы ха­ҡы 600 мең һумдан ашыулыҡ әйберҙе ҡағыҙ аҡсаға алыуҙы тыйырға тәҡдим иткәйне, артабан был һанды 300 мең һумғаса кәмет­теләр. Ләкин ошондай системаға күсеү өсөн инфраструктура әҙер булмай сыҡты. “Берҙәм Рәсәй”ҙең аҙаҡҡы съезында, мәҫәлән, финанс министры Антон Силуанов ике миллион һумдан ашыулыҡ әйбер алғанда фә­ҡәт ҡулаҡсаһыҙ юлды ғына ҡулланыу кәрәклеген әйткәй­не. Ҡағыҙ аҡса менән иҫәп­ләшеү донъяның барлыҡ илдәрендә лә кәмей бара икән. Ләкин Рәсәй Хөкүмә­тенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов әйтеүенсә, беҙҙең илдә был алымға тулы­һынса күсергә ашығырға ярамай. “Рәсәй халҡы аҡсаны үҙгәртеү, сикләү йәки алмаштырыу кеүек күренештәргә үтә шикләнеп ҡарай. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәплә­шеүгә һәр ғаилә иртә­ме-һуң­мы барыбер күсәсәк, фәҡәт ҡабаландырырға кәрәкмәй”, – тине ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 338

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 340

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090