Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сауҙа үҙәктәре күп кәрәкме?
Сауҙа үҙәктәре күп кәрәкме? Өфө Рәсәйҙең халҡы бер миллиондан артҡан ҡалалары араһында сауҙа үҙәктәре менән иң күп тәьмин ителгән тәүге биш мегаполис иҫәбенә инде.
“M1 Solutions” компанияһы мәғлүмәттәре буйынса был йәһәттән иң алда Һамар (1000 кешегә ҡарата 560 квадрат метр), Екатеринбург (470 квадрат метр) ҡалалары килә. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һәр 1000 кешегә 400 квадрат метр майҙан тура килә. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 170 квадрат метр. Эксперттар раҫлауынса, был төр эшҡыуарлыҡта тәҡдим ихтыяждан артып киткән: ҡалала тағы ла яңы сауҙа үҙәктәре асыу улар өсөн һатып алыусылар етмәүенә килтерәсәк.
Белгестәр шуға ла иғтибар бирергә кәңәш итә: был йәһәттән ошолай юғары кимәлдә тәьмин ителһә лә, Өфө ҡалаһында әле сауҙа өсөн буш майҙансыҡтар байтаҡ. Шулай булһа ла, был тармаҡта сифатлы объекттар күп тип булмай.
Бынан ике-өс йыл элек кенә сауҙа үҙәктәре “ҡуртымға биреү баҙары” булараҡ йәшәй ине, хәҙерге заманда уларҙы “ҡуртымға алыусылар баҙары” тип атарға мөмкин. Элекке осорҙа үтәлә башлаған проекттар “гигантомания”ға тартыуы менән билдәле булды. Уның сәбәбе – деве­лоперҙарҙың берҙән-бер объекттың да сауҙа селтәренә тиклем үҫәсәгенә артыҡ өмөт итеүе. Ошо белгестәр мөмкин тиклем күберәк килешеүҙәр төҙөргә лә, был объектты ташлап, икенсеһенә күсергә була тип иҫәпләгән. Ҡалдырып кителгән үҙәк артабан үҫергә, киңәйергә тейеш икән. Әммә, күренеүенсә, өмөт аҡланмай һәм Өфө сауҙагәрҙәре билдәләгән нормалар хата булып сыҡты. Һөҙөмтәне барыһы ла күрә: сауҙа үҙәктәре үҙ ишектәрен тантаналы асҡан көндә уларҙың бөтә майҙанының 30 проценты самаһы ғына тауар менән тулған була.
Шулай ҙа ҡайһы бер сауҙа үҙәктәре үҙ хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри кимәлдә эшләй алыуын да иҫбатланы: Өфөләге “Башҡортостан” үҙәгенең директорҙар советы ағзаһы Артур Хажиғәлиев әйтеүенсә, былтыр һатыу ойошма­һының майҙаны тулыһынса файҙаланылған. Хужалар шулай уҡ был комплексҡа килеүселәрҙең күбәйеүен билдәләгән. Улар аңлатыуынса, яҡшы күрһәткестәргә сауҙа үҙәгенең концепцияһын төрләндереү арҡаһында өлгәшкәндәр.
– Хәҙер майҙансыҡты сауҙа өсөн ҡулланыу, ҡуртымға биреү генә етмәй, – ти белгестәр. – Беҙ ҡаланың күп кенә, шул иҫәптән яңы асылған объекттарынан арендаторҙарҙың китеүен күреп торабыҙ. “Башҡортостан” үҙәген һатыу-алыу майҙансығы итеп кенә ҡарамайбыҙ. Бер нисә йыл элек кенә сауҙа үҙәктәрендә маникюр салоны менән химик таҙартыуға ҡабул итеү бүлмәһенән башҡа өҫтәмә хеҙмәтләндереү урындары булмай ҙа торғайны. Ул заманда беҙҙә тағы ла йога студияһы, сит телдәрҙе өйрәнеү клубы, бейеү һәм фитнес залы, Хабенский фонды һәм башҡа өҫтәмә уңайлыҡтар барлыҡҡа килер тип уйламай ҙа инек.
Сауҙа үҙәктәренә көрсөктән сығырға ярҙам итерлек ғәҙәти булмаған эшмәкәрлек төрҙәре тураһында күптән түгел булып уҙған “Сауҙа үҙәктәре: уңыш концепцияһы” тигән конференцияла ла һөйләшеү барған. Унда эксперттар сауҙа майҙанын ҡуртымға алыусыларҙы ошо үҙәк өсөн инвесторҙар булараҡ та йәлеп итергә кәңәш бирә – был ике яҡ өсөн дә файҙалы.
Ә ҡуртымсылар фекеренсә, ҡайһы сауҙа үҙәгендәге майҙанды арендаға алыуҙы хәл итеүгә бер нисә шарт йоғонто яһай.
– Улар күп инде ул: ҡала үҙәгенән ниндәй алыҫлыҡта ятыуынан, машина ҡуйыу урын­дарының иркенлегенән, был яҡҡа йәмәғәт транспортының йөрөү-йөрөмәүенән башлап тәҡдим ителгән майҙансыҡтағы иҙәнгә йөк урынлаштырыу мөмкинлегенә саҡлы, – ти “My Amway Center” компанияһының Өфөләге вәкиле. – Тәбиғи, бөтә зауыҡҡа ла тура килгән урынды табыуы ҡыйын. Беҙ үҙебеҙгә оҡшаған майҙанды ике ай буйы эҙләнек. “Башҡортостан” сауҙа үҙәген һайлауыбыҙға шул йоғонто яһаны: бындай осраҡтарҙа мотлаҡ булған шарттарҙан башҡа ҡуртымға биреүсе беҙҙең өсөн мөһим иҫәпләнгән теләктәргә лә риза булды – витраж һәм айырым ишек эшләнеләр, килешеү пункттары тиҙ хәл ителде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 384

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 262

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 499