Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләткә лә, эшҡыуарға ла отошло
Дәүләткә лә, эшҡыуарға ла отошло Республиканың бюджет учреж­дениеларындағы төп профилгә ҡара­маған йүнәлештәрҙе – туҡландырыу, йыйыштырыу, транспорт хеҙмәте һ.б. – аутсорсингка тапшырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Мәғлүм булыуынса, бындай башланғысҡа бер нисә йыл элек нигеҙ һалынғайны, әммә, барыһы ла үҙ яйына ҡуйылғанлыҡтан, ыңғай тәжрибә өлгөләре бигүк күренмәй ине. Хәҙер иһә мәсьәлә менән айырым эш төркөмө шөғөлләнә. Уның составына республика Хөкүмәте Аппараты һәм төрлө министрлыҡтар вәкилдәре индерелгән.
Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тибеҙ. Аутсорсинг хаҡында һүҙ барғанда тап ошо маҡсат күҙ уңында тотола. Әйтәйек, мәктәптә йәки дауаханала туҡланыу, йыйыштырыу бурыс­тарын бүтәндәр башҡарһа, әлеге ойошмалар үҙенең төп эшенә – белем биреүгә һәм дауалауға – нығыраҡ иғтибар бирәсәк, тимәк, сифат яҡшыраҡ буласаҡ. Һалымдарҙы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты түләү, аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы биреү, бүлмәләрҙе йыйыштырыу һәм башҡа мәшәҡәттәрҙе подрядсыға йөкмәтеү ҙә муниципаль ҡаҙнаның сығымдарын кәметеү мөмкинлеген тыуҙыра. Хеҙмәт күрһәтеүселәргә ҡануниәт тарафынан айырым талаптар ҡуйылған: әйтәйек, контракт системаһы тураһындағы 44-се Федераль законда билдәләнгәнсә, ашхананы аутсорсингка алған ойошма ризыҡтың тәмле булыуын, төрлөлөгөн тәьмин итергә, уҡыу йортон үҙ профи­ленә ҡарамаған мәшәҡәттән арын­дырырға тейеш.
Ғөмүмән, республиканың мәғариф тармағында был алым киң тарала бара. Өфө мәктәптәре уға тулыһынса күсте тиерлек. Яңы ысулды ҡабул итмәгән уҡыу йорттарында иһә элеккесә продукцияны йүнләүҙән алып өҫтәлде йыйыштырыуға тиклем бөтөн эштәрҙе үҙҙәренең ашнаҡсылары башҡара. Хеҙмәт күләме ҙур булғас, барыһын да еренә еткереп атҡарыу мөмкинме? Бәхәсле. Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, тап шул мәктәптәргә ҡарата дәғүә күп: аҙыҡтары бешеп етмәгән, тәмһеҙ, көн дә бер төрлө, һыуыҡ, ашнаҡсылар өлгөрмәй... Уҡыусылар ҙа бит йылдан-йыл күбәйә. Туҡландырыуҙы үҙе ойошторорға теләгәндәрҙең эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ тағы ла артмаҫмы?
Республиканың финанс министры Рида Собханҡолова белдереүенсә, бюджет учреждениеларына аутсорсинг алымын индереү әлегә ҡаҙна сығымдарын экономиялау маҡсатын күҙ уңында тотмай. Тәүге этапта хатта башланғыс өсөн өлөшләтә субсидия бүлергә лә әҙерҙәр. Төп бурыс – хеҙмәт күрһәтеүҙе системаға һалыу, уның сифатын күтәреү, яңы шәхси предприятиелар асылыуға булышлыҡ итеү. Туҡландырыу һәм йыйыштырыу эшенән тыш, балаларҙы мәктәпкә ташыу бурысын да махсус транспорт компанияларына тапшырыу планлаштырыла. Был осраҡта водителдәр аттестация һәм көндәлек медицина тикшереүе үтәсәк, автобустарға даими диагностика уҙғарыласаҡ. Транспорт компанияларына балаларҙы уҡыуға йөрөтөү генә түгел, экскурсияларға, музейҙарға алып барыу эше лә йөкмәтеләсәк. Әлегә был бурыстарҙы атҡарыуға бер генә дәғүәсе бар – “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы. Уның һәм Финанс министрлығының белгестәре мәсьәләне өйрәнеү менән мәшғүл.
Профилгә ҡарамаған йүнәлештәр башҡаларға бирелгән осраҡта бюджет учреждениеларындағы хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ ҡалырмы? Бөгөн күптәрҙе тап ошо һорау борсой. Ведомство етәксеһе Рида Собханҡолова әйтеүенсә, хафаланырға кәрәкмәй: ҡыҫҡартыуҙар булмаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, аутсорсинг килешеүе төҙөгән бизнес вәкиленә шундай шарт ҡуйыла: бюджет ойошма­һындағы хеҙмәткәрҙәр яңы структураға күсергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, был кадрҙарҙың эш нормаларына һәм талаптарына тулыһынса тап килеүе мөһим. Тимәк, әгәр бюджет учреж­дениеһында “осраҡлы” кешеләр, бурысын тейешле кимәлдә үтәй алмағандар бар икән, был етешһеҙлек төҙәтеләсәк.
Мәғлүм булыуынса, 2015 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә ашырыла башлаған “Рәсәй граждандарын социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Федераль закон шәхси эшҡыуарлыҡтың үҫешенә яңы мөмкинлектәр асты, көнәркәшлек көсәйҙе. Дәүләт органдары вәкилдәре иҫәпләүенсә, халыҡ хәҙер хеҙмәтләндереүҙең сифатлырағын һайлай ала.
Яңы алымды тейешенсә ҡулланып, ыңғай тәжрибә өлгөһө күрһәткәндәр байтаҡ. Мәҫәлән, Яңауыл районы ха­кимиәте ике йыл элек үҙенең һәм 55 бюджет ойошмаһының штатындағы барлыҡ техник персоналды махсус булдырылған “Муниципаль учреждение­ларҙы комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге”нә күсергән. Учреждение директоры әйтеүенсә, бында бер нисә йүнәлеш тормошҡа ашырыла: бух­галтерҙар, техник белгестәр (йыйыштырыусы, ут яғыусы, ҡарауылсы һ.б.), биналарҙың техник торошон контролдә тотоусылар (электриктар, сантехниктар һ.б.) хеҙмәт күрһәтә. Күптән түгел янғынға ҡаршы эште ойоштороуға ла лицензия алғандар. Үҙәк ошо барлыҡ йүнәлештәр буйынса муниципаль учреждениеларға ла, шәхси ойош­маларға ла хеҙмәт күрһәтә, тимәк, матди мәнфәғәттәрен үҙе хәстәрләй ала.
Сибай ҡалаһында иһә былтыр балалар баҡсаларындағы һәм мәктәп­тәрҙәге кер йыуыу эшен аутсорсингка тапшырғандар. Ҡыҫҡартыуҙар булмаған. Хәҙер ҡаланың мәғариф учреждение­ларындағы башҡа техник функцияларҙы ла ошо ысулға ярашлы тормошҡа ашыра башламаҡсылар.
Ә бына Шишмә районында 2005 йылдан уҡ махсус оҫтахана хеҙмәт күрһәтә. Унда барлыҡ мәктәп автобустарына ике аҙнаға бер тапҡыр техник күҙәтеү үткәрелә, водителдәрҙең сәләмәтлек торошо ла даими контролдә – ошондағы табип көн дә тикшереп тора. Стәрле­тамаҡ ҡалаһындағы тәжрибәне лә өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Унда балалар баҡсаһының аҙыҡ-түлек блогын бөтөрөү һөҙөмтәһендә уйын майҙансығын ки­ңәйтеү мөмкинлеге асылған, сабыйҙарға өҫтәмә урындар булдырылған.
Күренеүенсә, заманса алымдың төрлө яҡлап файҙалы икәнлеге раҫлана. Муниципалитет менән бизнестың ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлеге ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494