Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Наумовкала уҡыйҙар, Германияла тәжрибә туплайҙар
Наумовкала уҡыйҙар, Германияла тәжрибә туплайҙар Мал ҡарау тигәс, күҙ алдына тәү сиратта бесән һалыу, һыу эсереү килеп баҫа, аҙаҡ күнәккә гөбөрҙәтеп һауылған һөт, тәмле ит. Әммә бөгөн ит менән һөттөң үҙ ҡиммәтен аҙайтыу, етештереү продукцияһының сифатын яҡшыртыу маҡсатында ниндәй генә алым ҡулланмайҙар. Һәнәк тотоу ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларында инде “таш быуат” тип нарыҡлана.
Һүҙ ҙә юҡ, был йәһәттән Совет осоронда ҙур алға китеш булды, һуңғы йылдарҙа ла яңы технологияларға таянып, мал үрсетеүҙә йәнә еңеүҙәр күренә. Шулай ҙа сит илдән өйрәнәһе алымдар бихисап әле. Был хәҡиҡәтте Стәрлетамаҡ тар­маҡ-ара колледжында, мәҫә­лән, яҡшы аңлайҙар. Студенттар Германияға барып тәжрибә туплай.
Әлбиттә, теләк кенә етмәй, тик хыялдар тормошҡа ашһын өсөн шарттар булдырыу фарыз. Был йәһәттән колледж етәксе­легенең булдыҡлылығын бил­дәләргә кәрәк. Ҡайһы бер белем усаҡтары, әйткәс әйтә­йек инде, йүнләп уҡыу процесын да ойоштора алмаған мәлдә әлеге учреждение студенттарын, мәҫә­лән, сит илгә тәжрибә тупларға ебәрә, бер нисә һөнәргә уҡытыу мөм­кинлеген аса.
– Ауыл хужалығы белгес­тәрен әҙерләүҙә ҡоро теорияға таяныу – хаталы аҙым, мо­торҙы ҡутарып ҡарамай, малды дауаламай тороп, автомеханик та, ветеринар ҙа үҫтереп булмай. Был йәһәттән сту­дент­та­рыбыҙҙың Германияла һигеҙ ай буйы тәжрибә туплап ҡай­тыуы бигерәк тә отошло. Улар фермер ғаиләләрендә йәшәй, иген культуралары, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү, мал ҡарау буйынса тәжрибә нығыта. Быйыл яҙ һигеҙ сту­дентыбыҙ йәнә әлегеләй оҙайлы сәфәргә сығырға тора, – тине белгестәр әҙерләүҙең үҙенсәлекле алымы хаҡында колледж директоры Роберт Кәримов.
Әлбиттә, яуаплы сәйәхәткә теләгән һәр кем бара алмай – Германияға юлланыр өсөн башта үҙеңде Рәсәйҙә күрһәтеү фарыз.
– Тырышып уҡыуым, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуым, немец телен махсус өйрәнеүем иҫәпкә алынды, – ти ветеринария йүнәлешендә 4-се курс студенты Динара Ҡорбанова. – Туплаған тәжрибә хеҙмәт юлымда, һис шикһеҙ, ярҙам буласаҡ, сөнки унда (Германияла) эш алымына, дауалау төрҙәренә бөтөнләй икенселәй – төплө ҡараш, минеңсә, – тип тәьҫо­раттары менән дә уртаҡлашты тырыш ҡыҙ.
Шәхсән үҙе айырманы күргән кеше менән бәхәс ҡороп булмайҙыр, ысынлап та, тех­нологияларҙы яңыртыу ғына түгел, тәү сиратта эше­беҙгә ҡарата баштағы мөнәсәбәтте яҡшыртырға кәрәктер. Юҡһа, йортонда ҡоҙоҡ ҡаҙырға йыбанып, һыйырҙарын мәкегә һыу эсерергә йөрөткән кеше­ләр ҙә юҡ түгел. Хәйер, миҫалдар етерлек инде ул…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 323

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 496