Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләкән башмаҡтарын баймаҡтар тегә
Дәүләкән башмаҡтарын баймаҡтар тегә Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районы етәкселегенең тырышлығы менән ситтән инвесторҙар йәлеп итеп, бигерәк тә ауыл ерендә яңы эш урындары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Икенсе Этҡол ауылында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы филиалы асылыуы – быға асыҡ миҫал. Элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан яңы производствола төрлө йәштәге балалар өсөн тапочка, сандали өлөштәре тегелә. Ата-әсәләр теләп һатып алған аяҡ кейеменең Баймаҡ районында етештерелеүе – күптәр өсөн оло шатлыҡ. Бөгөн бында 60 кешегә эш урыны булдырылған, яҡынса 2 миллион һум инвестиция һалынған.
“Байтал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлиә Латипова әйтеүенсә, киләсәктә цехты киңәйтеү күҙ уңында тотола, эш урындарын 200-гә тиклем еткереү ҡаралған.
– Яңы йылдан аяҡ кейемдәрен үҙебеҙҙә тулыһынса етештерәсәкбеҙ, был хаҡта етәкселек менән һөйлә­шеүҙәр алып барыла. Артабан урында уҡ уларҙы һатыу ҙа ҡарала. Әлегә беҙҙең тегенселәр аяҡ кейемдәренең өҫкө өлөшөн генә тегә, табандарын йәбештереп, Дәүләкәнгә оҙатабыҙ. Былтыр 100 мең пар продукция етештерелде, – тип таныштырҙы Юлиә Айтуған ҡыҙы.
Хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, уларҙың барыһы ла махсус курс үткән. Һигеҙ ай буйы цехта йәшәп, буласаҡ эшселәрҙе яңы һөнәргә өйрәткән мастер Бүләкбикә Хәлитоваға барыһы ла рәхмәтле. Мәҫәлән, Ринат Дәүләтов ошоға тиклем бер ваҡытта ла аяҡ кейеме тегеүҙе күҙ алдына ла килтермәгәндер, әле уның тилбер ҡулдары “һә” тигәнсе тапочканың өҫкө өлөшөн тегеп тә ҡуя. 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Үрге Нуғайҙан йөрөп эшләгән Һандуғас Сафиуллина ла үҙ эшенән ҡәнәғәт: “Иң мөһиме – эш бар, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә”, – ти ул. Әхирәтенең һүҙен Ниғәмәт һылыуы Рәүилә Ғатауллина ла хуплай. “Таң менән өй эштәрен бөтөрәбеҙ ҙә эшкә ашҡынып киләбеҙ. Яратҡан шөғөл арытмай, ҡайһы саҡ йәйәү ҙә килергә тура килә”, – ти ул. Ә бына Миңлегөл Вәлиеваға тегенсе эше күптән яҡшы таныш. Егәрле ҡатын Түбә һәм Сибай тегеү фабрикаларында эшләгән, шуға күрә уға өйрәнеүе ауыр булмаған. “Илаған ваҡыттар ҙа булды, өйрәндек хәҙер”, – тип йылмая уңған тегенселәр. Икенсе Этҡол, Байым, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Нуғай ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр, барыһы ла берҙәм һәм татыу. Төшкө аш ошонда уҡ ойошторолған, ике көн ял. Әйткәндәй, цех бар кәрәкле ҡорамалдар, яңы тегеү машиналары менән йыһазлан­дырыл­ған. Әгәр ҙә йәнә эш урындары булдырылып, хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителһә, етәкселәр халыҡты махсус транспорт менән йөрөтөүҙе лә күҙ уңында тота.
Республикала был – берҙән-бер филиал, ошоға тиклем Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһының филиалы Һамар өлкәһендә асылған. Шулай уҡ киләсәктә Икенсе Этҡолда етештерелгән балалар аяҡ кейемен һатыу өсөн урында уҡ магазин асыу ҡаралған, ул сағында уларҙың хаҡы “тешләшмәйәсәк”. Тимәк, тиҙҙән Баймаҡ районында арзан хаҡҡа, тәбиғи материалдарҙан эшләнгән аяҡ кейемен осратһағыҙ, аптырап ҡалмағыҙ, һатып алығыҙ. “Сәләмәт аяҡ кейеме – сәләмәт балалар” тигән девизды үҙ иткән Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы күптән инде ил баҙарын үҙенең продукцияһы менән тәьмин итеп танылыу яулаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 376

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 263

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 355

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 329

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 316

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 253

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484