Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлгөргән бал ниндәй була?
– Йәрминкәлә бал алғайным. Әллә ниндәй булды, әллә өлгөрмәгәнен һаттылар инде. Ошондай фекерҙе бер нисә танышымдан ишетергә тура килде. Ысынлап та, шаҡтай аҡса түләп алған ризыҡтың шифалы, ысын булыуын теләйһең. Әммә ҡайһы саҡта ниндәйҙер шик күңелде борсой. Яҡшы бал ниндәй булырға тейеш һуң?


Балдың төрлөһө бар – сәскәнән йыйылғаны, ҡарабойҙайҙыҡы, йүкә­нән. Тап шуға ла һәр береһе үҙенсә, ҡуйыһы, шыйығы, үтә күренеп торға­ны, ҡарағусҡылы...
Шифалы аҙыҡтың иң мөһим сифаты – уның өлгөргән булыуы. Тимәк, уның составында һыуҙың 20 проценттан да артмауы мотлаҡ. Рәсәйҙең ҡабул иткән ГОСТ нормаһы шулай. Ошоно иҫәпкә алып, 16 градуста ысын өлгөргән балдың ҡатылығы 1443 кг/куб.м тәшкил итергә тейеш. Ҡорттар кәрәҙҙе бал менән тултырып, артыҡ дым парға әйләнеп бөткәс, балды әсеүҙән һаҡлау өсөн тейешле ферменттар ҡушалар. Ошонан һуң ғына кәрәҙҙәге балды “бикләп ҡуялар”. Өлгөргән бал һурҙырғандан һуң 1,5 – 2 ай үткәс кенә ҡуйыра, уны бик оҙаҡ һаҡларға мөмкин.
Ә составындағы һыу өлөшө 20-нән күберәк булһа, тимәк, ул өлгөрмәгән, ваҡытынан алда һурҙырғандар. Бындай бал бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң күперә башлай. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер әҙәмдәр, нәфсеһенә баш була алмай, уға һыу йәки шәкәр сиробы ҡуша. Ул шаҡтай ваҡыт ҡуйыр­май тора, ә бер ни ҡәҙәр осорҙан һуң өҫтөндә ҡатлаулы шыйыҡса барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ла һатып алыусыларға балдың сифатын тикшереү өсөн ошондай алымды ҡулланырға кәңәш ителә. Ысын өлгөргән балдың бер литры 1,4-1,5 килограмм тарта. Мәҫәлән, бер литрлы быяла банка 1,85-1,9 килограмм (бал ауырлығы 1,5 кг, банканыҡы – 0,35-0,4 кг.) Бал тултырылған ярты литрлыһы 0,87-0,97 килограмм. Өс литрлы бал банкаһы 4,2-4,5 кг, ә бушы – 0,9-0,95 кг. Һөҙөмтәлә яҡшы бал һалынған банка 5,1-5,45 килограмм тарта. Ә иң мөһиме – балды белгән кешенән алыу кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090