Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ҡортоноң килеме бар
Бал ҡортоноң килеме бар Һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ килемле шөғөлдәрҙең береһе булараҡ танылды.Тап шуға ла районда ҡортсолоҡҡа тотонғандарҙың арта барыуы күҙәтелә. Үткән миҙгелдә барлығы 180-200 тонна самаһы тауар балы етештерелде.


Әйтергә кәрәк, 2013 йылда был күрһәткес 350 тоннаға тиклем еткәйне. Районда һәр күскә уртаса алғанда 10-12 килограмм тауар балы тура килә. Әлбиттә, умарталарын күсереп йөрөтөүселәрҙең күрһәткесе күпкә юғарыраҡ – 50-60 килограмм. Улар айырым күстәрҙән 100-әр килограмға тиклем бал алды. Красноусолдан М. Солтанов, Р. Шәрипов, Х. Басари­ев, М. Әхмәтшин, Ибраһимдан М. Кил­мөхәмәтов, Сәйетбабанан Ф. Хәй­руллин, Ҡотлоғужанан Р. Мөлөков һәм башҡа бик күп умартасылар һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште.
Улар араһынан Марат Солтанов хаҡында айырым әйтеп үтке килә. Ул районда бал етештереү буйынса иң алдынғылар рәтендә килә, күптән үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Тап уның умарталығы быйылғы кеүек ауыр йылда ла күстәрҙе күсереп йөрөткәндә һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшеп булғанлығын иҫбатланы. Ул үҙенең ҡарамағындағы 60 баш умарта менән һәр күстән 60-ар килограмм бал алды. Ҡайһы бер күстәре хатта 100-әр килограмдан ашыу шифалы аҙыҡ бирҙе.
Уҙамандың эшмәкәрлеге быға ғына ҡайтып ҡалмай, Марат Солтанов заманса дадан һәм рамдар эшләү оҫтаһы ла булып танылды. Хәҙер уны райондан ситтә лә беләләр. Бөгөн Марат Әнүәр улы үҙенсәлекле дадандар эшләүгә йүнәлеш алған. Ул ҡыш көндәрендә Умартасылар йәмғиәте алып барған уҡыуҙарҙы ҡалдырмай йөрөй, белемен даими камиллаштыра, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. 2014 йылда ул Ибраһимдан Мансаф Килмөхәмәтов менән умартасылар конкурсында ра­йон намыҫын лайыҡлы яҡланы.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: һуңғы дүрт йылда район уңғандары республика умартасылар конкурсында уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, 2013 йылда – Р. Халиҡов, 2014 йылда йәш умартасы Азамат Исхаҡов беренсе урынды яуланы.
Ибраһим ауылынан Мансаф Кил­мөхәмәтов хаҡында ла айырым әйтеп үтергә кәрәк. Уның 300 баш самаһы умартаһы бар һәм ундағы таҙалыҡ, санитар, ветеринар торош, инфраструктура тәжрибәле ҡортсоларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ. Бына кемдән өйрәнергә кәрәк.
Әлбиттә, борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Беҙ уларҙы бергәләп хәл итеү юлын эҙләргә тейешбеҙ. Әле оҙайлы ҡышлатыуға күстек.

Рәдиф ХАЛИҠОВ,
Ғафури районының Умартасылар йәмғиәте рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494