Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурыстан ҡотолғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың
Бурыстан ҡотолғаныңды  һиҙмәй ҙә ҡалырһың Кредит алырға яратаһыңмы? Был һорау артыҡ та кеүек – кредитһыҙ йәшәгән кешене осратыуы ҡыйын хәҙерге заманда. Ләкин бурысҡа алғанда матур әйбергә күҙ ҡыҙыуҙан алда аҡыл менән үлсәргә, мөмкинлегеңде самалап ҡарарға кәрәк. Был мәҡәлә шундайҙарға – ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеүселәргә – иҫәпләнгән, сөнки күптән түгел кредит алыусыларҙың тормошон ҡатмарландырыусы закон үҙ көсөнә инде...


Был ҡануниәт тәүге сиратта бирәсәген онотоп, бөгөн ҡулға алған ҙур сумманан үрле-ҡырлы һикереп шатланыусыларға ҡағыла: “Нотариат тураһындағы ҡануниәт нигеҙҙәре”нә үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә банктарға кредит буйынса кисектерелгән бурысты ҡайтартып алыу ябайлашты. Хәҙер улар бының өсөн судҡа мөрәжәғәт итеп тормай, нотариус­тан ҡарар сығартып ҡына аласаҡ һәм артабан бурыслының мөлкәтен ҡулға алыу эшенә бер хоҡуҡи тотҡарлыҡһыҙ тотонасаҡ. Суд эше, белеүебеҙсә, бик сетерекле һәм оҙайлы процесс: банктың юрисы дәғүә яҙа, уны ҡарауҙың ҡасанға тәғәйенләнеүен көтә, ғәйепле яҡ үҙ адвокатын яллай, уныһы тағы дәғүәне кире ҡағырға маташҡан дәлилдәре менән күмеп ташлай. Суд уларҙың барыһын да ҡарарға, һәр яҡты тыңларға бурыслы. Ултырыштар әленән-әле кисектерелә: йә теге яҡтың адвокаты килмәй, йә был яҡ сирләп китә йәки ашығыс командировкаға киткән. Йылдар буйы барған суд эштәре бихисап. Ә бушҡа киткән ваҡыт – банк өсөн иҡтисади юғалтыу. Шуға күрә яңы ҡанун улар өсөн бик отошло булып сыҡмаҡсы.
Кисектерелгән бурыс тип түләү датаһынан һуң да ике ай буйы ҡайтарылмаған аҡсаны атайҙар. Рәсәй Граждандар кодексының 811-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, түләү ваҡыты уҙған бурысҡа айырым процент ҡулланыла алыуы ҡанунлаштырылған. Ә илдең Юғары суды Пленумының 1998 йылдың 4 октябрендәге 13-сө һанлы ҡарары был проценттарҙың кредит килешеүендә ҡаралғандан да ҙурыраҡ булыуын законлы тип таный. Тимәк, бурысты ваҡытында ҡайтармаһаң, банктарға үпкәләргә урын юҡ.
Хәҙер килеп, банктарға бурысты ҡайтартыу еңеләйҙе. Белгестәр аңлатыуынса, уларҙың был хоҡуғы быйыл июль айында үҙ көсөнә ингәйне. Ләкин яңы ҡанунға ярашлы документтарҙы әҙерләү күпмелер ваҡыт талап итте. Хәҙер банктар бурысҡа аҡса биргәндә килешеүгә яңы шартты ла яҙа ала, унда кисектерелгән бурысты нотариус ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеү тураһында әйтеләсәк.
Бер нәмә лә буш урында тыумай. Банктарҙы ла шундай ҡанунды ҡабул иттереүгә өлгәшергә нужа мәжбүр иткән. Башҡортостанда ғына ла, мәҫәлән, халыҡтың кредит буйынса кисектерелгән бурысы ошо көҙгә ҡарата 27 миллиард һумдан ашып киткәйне. Ә барлығы халыҡҡа 272 миллиард 39 миллион һум кредит таратылған. “СеверИнформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикалағы һәр кешегә 67 мең һумға яҡын кредит бурысы тура килә.
– Бурысты ҡайтарыуҙың оҙаҡҡа кисектерелеүе бик күптәрҙең финанс белеме һәм мәҙәниәте түбән булыу арҡаһында килеп сыға. Ундайҙар алдағы килемдәрен насар күҙ алдына килтерә һәм үҙ көстәренә артыҡ ышана, – тип аңлаталар Башҡорт дәүләт университетының Финанс һәм һалым түләү кафедраһы профессоры Илдар Зөлҡәрнәй менән ВТБ24 банкының беҙҙең республикалағы идаралығы етәксеһе Айҙар Зөбәйеров. Кредит тарихы буйынса милли бюро хисаплап сығарыуынса, Башҡортостанда 14 йылға иҫәпләнгән 1,5 миллион һумлыҡ ипотека кредитын даими түләп барыу өсөн айына 60 мең һумлыҡ килемгә эйә булыу мотлаҡ. Ә беҙҙең республикала уртаса айлыҡ килем 27 мең һум ғына. Айлыҡ иғәнәне кисектереүһеҙ түләп барыу һәләтен төрлө банктар төрлө ысул менән тикшерә, ләкин күпселеге был иғәнә кешенең айлыҡ килеменең өстән бер өлөшөнән ашмаҫҡа тейеш тип иҫәпләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489