Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлгөрәбеҙ әле – һигеҙ көн бар йәки Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла
Өлгөрәбеҙ әле – һигеҙ көн бар йәки Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла Йыл аҙағында беҙҙе бик үк күңелле булмаған ваҡиға көтә: мөлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләп ҡуяһы бар. Ләкин дәүләтебеҙ йәшәһен, нығыһын тиһәк, һалым түләү – изге бурыс. Мөлкәт алырға аҡсабыҙ булған икән, һалымына ғына табырбыҙ. Быйыл уны түләүҙә үҙгәрештәр ҙә булып алды.
Уларҙың шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп иткәне – 2016 йылдан башлап һалымдарҙы түләүҙең 1 декабргә хәтлем оҙайтылыуы. Ошоға саҡлы һалымдарҙы 1 ноябргә тиклем түләү шарт ине. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы­ның икенсе өлөшөнә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон былтыр 24 ноябрҙә үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, физик берә­мектәрҙең килеменә һалымдан азат ителгән тағы бер күрһәткес өҫтәлде: суд сығымдары өсөн түләнгән һәм ошо судтың ҡарары менән кире ҡайтарылған аҡсанан дәүләткә бер тин дә китмәй, ә бына банкта сит ил валютаһында булған тупланманан һалым мотлаҡ тотоп алып ҡалына. Һумдарҙағы аҡса тупланмаһы элеккесә ҡала – уларҙан һалым түләнмәй, фәҡәт процент ставкаһы артҡанда ғына был ҡағиҙә үҙгәрәсәк.
Һалым кодексының 32-се киҫәге мөлкәт һалымы түләгәндә быны тулыһынса кадастр хаҡына нигеҙ­ләнеп башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Элегерәк иһә бының өсөн ошо бинаның инвентарь хаҡы нигеҙ итеп алына ине. Һалым һалынған мөлкәт тип был осраҡта йорт, торлаҡ май­ҙаны (фатир, бүлмә), гараж, тамам­ланмаған төҙөлөш объекты һәм башҡа биналар иҫәпләнә. Һалым күләмен билдәләгәндә йорттоң һатыу хаҡына, ҡайҙа урынлашыуына ҡарайҙар. Был өлкәләге ҡануниәт быйыл да социаль йүнәлешлелеген һаҡлай: ҙур хеҙмәт стажына эйә булған йәки дәүләт наградалары алған айырым төр граждандарға, шулай уҡ яҙмыш осрағы арҡаһында түләй алмаҫлыҡ хәлдә ҡалған кеше­ләргә мөлкәт һалымына ташлама бирелә. Ташламаны һәр кем үҙе һай­лаған бер объект өсөн генә фай­ҙаланырға хоҡуҡлы. Пенсионер­ҙар өсөн иһә үҙгәреш юҡ – улар мөлкәт өсөн һалым түләмәй. Ә бына ер өсөн һалымда өлкән быуын өсөн ташлама юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500