Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәһен макарон!
Йәшәһен макарон! Белгестәр илдә көрсөк башланыу менән халыҡтың иғтибарын күпләп макарон аҙыҡтарына йүнәлтеүен билдәләй. Был аңлашыла: нимә генә тиһәк тә, ил кешеләренең күпселеген аҡсаһын ҡайҙа сарыф итергә белмәгән байҙар йәки урта хәллеләр түгел, ә осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр тәшкил итә. Тап шуға ла һуңғы осорҙа спагетти, төрлө туҡмастарға ихтыяж үҫеп, уларҙы етештереү 1990 йылдарҙағы күләмдән дә артҡан.


Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә тирмән­дә тарттырылған ондоң бер сирек өлөшөнән макарон етеште­релә. Мәҫә­лән, былтыр был аҙыҡ 1,15 миллион тоннаға етһә, быйыл иһә 1,2 миллион тонна булыр тип көтөлә. Әйткәндәй, макарон сыға­рыу йыл һайын 7-8 про­центҡа үҫә. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында ул ике тап­ҡырға кәмеп, 603 миллион тоннаға тиклем төшкәйне. 2005 – 2006 йылдар­ҙа был һан үҫһә лә, әллә ни күпкә түгел.
Шуныһы ҡыуаныслы: былтыр Рәсәй донъяла макарон етештереү буйынса дүртенсе урындан өсөн­сөгә күтәрелде. Һуңғы йылдарҙа экспортҡа иген оҙатыу артҡан кеүек, макарон күләме лә аҙ түгел. Барлыҡ күрше илдәр ҙә беҙҙең рожки, макаронды ихлас һатып ала. Улар араһында иң күбе Ҡаҙағстанға оҙатыла – былтыр 50 мең тонна ебәрелгән. Беларусь Республи­каһы, шулай уҡ Урта Азия илдәре лә беҙҙең аҙыҡты яратып өлгөргән. Былтыр экспортҡа тейәлгән макарон күләме 150 мең тоннанан артҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: Германия ла 10 мең тоннанан күберәкте алған.
Сит илдәр ҙә ҡыҙыҡҡас, тимәк, сифат­лы аҙыҡ етештерәбеҙ. Йәнә бер сәбәбе – Рәсәй макарон аҙыҡ­тары әүәлгесә осһоҙ. Бүтән аҙыҡ­тарға ҡара­ғанда, уға хаҡ әллә ни күтәрелмәне. “Росстат” мәғлүмәттә­ре буйынса, 2010 йылда юғары сортлы ондан әҙерлән­гәненең килограмы уртаса 45 һум торһа, 2015-тә иһә 51 һумға ҡәҙәр етте. Йәғни биш йыл эсендә ул ни бары 14 про­центҡа артҡан. Был ысын­барлыҡ­тағы инфляциянан бер нисә тапҡыр арзан. Бөтә аҙыҡ-түлек тә ошолай әллә ни ҡыйбатланмаһа икән...
Тап шуға ла бер нисә йыл элек кенә макаронды импортҡа оҙатыу буйынса эштәре гөрләгән дәүләт­тәрҙең танауы төштө. Ҡасандыр беҙ­гә 300 тонна макарон ебәрһәләр, былтыр был хатта 100 мең тоннанан да кәмене. Йола буйынса, уның 55 проценттан күберәге макарондың бихисап күп төрҙәрен эшләгән Италиянан килтере­лә. Йәнә экспорттың сиреген Азия, башлыса Вьетнам бирә. Был аңла­шыла: Азияның экзотик төр макарондары беҙҙә етештерелмәй.
Дөйөм алғанда, Рәсәй макарондары, беренсенән, ҡулланыусылар өсөн әллә ни ҡыйбат булмаған ризыҡ иҫәпләнһә, икенсенән, был – бизнеста йөҙөп эш­ләрлек тармаҡ. Ҙур фабрикаларҙың тауар әйлә­неше бер нисә тиҫтә миллиард һум тәшкил итә. Күптән түгел Омск өлкәһендә ҡупҡан ғауға ошоға дәлил.
Үкенескә ҡаршы, предприятие табышлы эшләһә лә, ябай хеҙмәт­кәр­ҙәргә хеҙмәт хаҡының артығы түлән­мәй. Асыҡ­ланы­уынса, урын­дағы бер макарон заводы идара­ның дүрт ағза­һына ярты йыл эсендә һәр береһенә 2,5 миллион һум самаһы премия түләй. Шул уҡ ваҡытта предприятие хеҙмәт­кәр­ҙәренең эш хаҡы уҙа барһа 25 – 30 меңдән артмай. Күре­неүенсә, макарон әҙерләү гөрләп тора. Мәғлү­мәт­тәр буйынса, илдә яҡынса биш йөҙ­ләгән етештереүсе бар, әммә 40 процент самаһы продукцияны биш эре предприятие бирә. Шуныһы ҡыҙыҡ: иң күп иген­ле Көньяҡ федераль округка Рә­сәйҙәге дө­йөм макарондың 12 процен­ты ғына тура килә. Хатта һуңғы биш йылда ул кәмегән. Ә төньяҡ-көнба­йышта ни бары бер проценттан саҡ ҡына күберәк тәшкил итә.
Шулай итеп, илдә макарон буйынса Үҙәк округ дан тота, бында уның яртыһы сығарыла. Ә бына Рәсәй макаронының өстән бер өлөшө Көньяҡ Уралға тап килә: былтыр ул 320 мең тоннаға етте, сөнки төбәктә ике ҙур агрохолдинг урынлашҡан. Йәнә макарон етеш­тереү буйынса әүәлдән шөғөл­ләнәләр бында, шуға ла Силәбе янында ҙур ҡеүәтле етештереү сәнәғәте төҙөлөүе ғәжәп түгел. Йәнә макарон батшалығында Алтай крайы ла бүтәндәргә һыр бирмәй. Бында сифаты менән дан тотҡан ҡаты сортлы иген үҫтерелә, шуға ла Барнаулда махсус предприятиелар асылыуы аңлашыла – Рәсәй мака­ронының ете процентын улар етештерә.
Беҙ төбәктең иҡтисади хәлен башлыса машиналар эшләү, нефть һәм энергетика сәнәғәтендә генә күрергә ғәҙәтләнеп барабыҙ. Баҡ­тиһәң, эре төбәктәрҙең иҡтисады ошо макарон менән бәйле. Улар хатта ҡалаларҙы көрсөктән сығарыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, Иркутск өл­кәһендә, Байкалда, таныл­ған целлюлоза комбинаты көрсөккә терәлеп ябылғас, 1,45 мең кеше эшһеҙ ҡала. Ә ҡалала башҡа эш урындары юҡ. Ни эшләргә? Был хәлдән ҡотолоу юлын табалар. Бер аҙҙан төбәктә айына 2,5 мең тонна продукция сығарыу ҡеүәтенә эйә булған ҙур макарон фабрикаһы һәм 30 мең тонна иген һаҡлағыс төҙөлә. Дөрөҫ, Байкал макароны ҡыйбатыраҡ була, сөнки игенде Иркутскиҙан һатып алалар, һу­ңынан уны Бурятияға тарттырырға алып киләләр. Теләк булғанда, барыһын да хәл итергә мөмкин. Был ҡыйын­лыҡтан ҡотолоу өсөн үҙҙәрендә тирмән төҙөйҙәр. Хәҙер инде улар Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй.
Бына нисәнсе йыл инде көрсөк тә көрсөк тип лаф орабыҙ. Был мәлдә макарон етештереүселәр нисек йәшәй һуң? Дөйөм алғанда, иҡтисади көрсөккә ҡәҙәр Рәсәйҙең иң ҙур биш пред­приятиеһы баҙарҙы яулап алғайны. Бығаса уларға Италия аҙыҡтары төп дәғүәсе булды. Ни генә тимә, ҡояшлы ил компаниялары әҙерләгән макарон донъя баҙарына йүнәлтелеп, Рәсәйгә лә ебәрелә ине. Донъяла ярты кило­-г­рамлыҡ итальян пастаһы, спагетти һәм башҡа шундайыраҡ продукция көрсөккә ҡәҙәр 15 – 25 һум торҙо, йәғни әүәлерәк уларҙыҡы Рәсәй­ҙекенән арзаныраҡ булды.
Өҫтәүенә Италия макарондары юғары сифаты менән дә айырыла ине. Тап шуға ла үҙебеҙҙең етеш­тереүсе­ләргә баҙарҙа юғалып ҡалмаҫ өсөн был юҫыҡта камиллашыу талап ителде. Сифатлы макарон­дың составы үтә ябай: ҡаты сортлы яҡшы бойҙай, һыу, ҡайһы саҡта йомортҡа һарыһы. Әммә Италияла ҡушылмалар, хатта йоморт­ҡа өҫтәү закон менән тыйыла. Тағы макарон өсөн игенде икмәккә ҡараған­да эрерәк итеп тарттыралар.
Ысынбарлыҡта Рәсәй макароны итальяндарҙыҡынан ҡайтыш түгел. ГОСТ буйынса беҙҙең иң яҡшы туҡмас ризыҡтары “А төркөмө” тип атала. Составы һәм сифаты йәһә­тенән улар донъя өлгөләренән ҡалышмай. Арза­ныраҡ булған Б һәм В төркөм­дәрен ғәҙәти йомшаҡ бойҙайҙан эшләргә рөхсәт ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмәлдә ил кәш­тәләрендә юғары сифатлы аҙыҡты эҙләп алырға тура килә. Ҡайһы ваҡыт макарон составында көтөлмәгән ҡу­шыл­маларҙың килеп сығыуы ла ихтимал. Әйтәйек, былтыр яҙ бер эре сауҙа селтәре сифат тамғаһы ҡуйып сыға­рылған йөҙ тоннанан ашыу партияны һатыуҙы тыйҙы, сөнки аҙыҡта соя барлығы асыҡланған.
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәй­ҙә макарондың өстән бер өлөшө генә дөрөҫ технологиялар буйынса етеш­терелә. Көрсөк мә­лендә ул тағы кәмей төштө. Шуныһы ҡыҙыҡ: магазинда ма­карондың ҡаты йәки йомшаҡ бой­ҙайҙан эшләнеү-эшлән­мәүен хатта белгес тә айыра алмай. 20 йыл элек ҡаты макарон гәрәбә төҫөндә булһа, йомшаҡтан әҙерлән­гәне һорораҡ ине. Бөгөнгө технологиялар теләһә ҡайһы бойҙайҙан тышҡы күренеше матур булған ризыҡ етештереүгә юл аса.
Шулай ҙа хәл бөтөнләй насар түгел. Италия күпселек сеймалды барыбер Рәсәйҙән ала. Себер, Алтай төбәктә­рен­дәге агросәнәғәт емештәре – беҙҙең ғорурлыҡ. Бындағы климат һәм тупраҡ донъя­лағы иң яҡшы ҡаты сортлы бойҙай үҫтерергә форсат бирә. Италия, климаты йылы булыуға ҡара­маҫтан, макарон өсөн бойҙайҙың 80 процентын ситтән индерә, уның һәр бишенсе өлөшө – Рәсәйҙеке.
Тимәк, донъя халҡының һиҙелер­лек өлөшө беҙҙең игендән етеште­релгән макарон менән туҡлана. Ул беҙҙе туйҙыра ла, эшле лә, аҡсалы ла итә. Был юҫыҡта эшебеҙ артабан да уң барһын тиһәк, сифат хаҡында оноторға тейеш түгелбеҙ.
Республикаға килгәндә, бер нисә ваҡ предприятиены иҫәпкә алма­ғанда, бындай эш менән шөғөллән­гән етди компания юҡ. Башҡортос­тан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында үҫтерелгән ҡаты сортлы бойҙай беҙҙә лә сифатлы макарон етештереү мөмкинлеген бирә. Йәнә бихисап эш урындары булыр ине.

= Италияла барлыҡ
макарон аҙыҡтары “пас­та” (“макарон өсөн ҡамыр”) тип атала.
= Донъяла яҡынса 400 – 600 макарон
төрө бар.
= Италияның Граньяно ҡаласығында
24 ноябрҙә макарондың тыуған көнөн билдә­ләйҙәр. Бында йыл һайын уға арнап фес­тиваль үткәрелә.
= Макаронды балыҡ
тотоу өсөн дә файҙа­ланалар. Бының өсөн ул нәҙек һәм кескәй генә итеп бешерелә. Емде айырыуса карп ярата.
= Спагетти етеш­тереү һәм киптереү өсөн тәүге машина 1819 йылда Италияла уйлап сығарыла.
= Тәүге компания
1827 йылда ҡатын-ҡыҙ тарафынан ойошторола һәм әлегәсә донъяла иң ҙурҙарҙан һанала.
= Николай Гоголь макаронды ғәжәп ярат­ҡан. Аҙыҡты ул үҙенсә әҙерләгән, хатта яңы рецептар өйрәнер өсөн Италияға барған.
С.Т. Ак­саков был хаҡта: ”Макаронды төп һөнәре кеүек бөтә күңелен һалып бешерҙе, әгәр бөйөк шағир булмаһа, ул сағында һис шикһеҙ ашнаҡсы-артист булыр ине”, тигән.
= Японияла тиҙ
әҙер­ләнә торған туҡмас
ХХ быуат һөҙөмтәләре буйынса төп асыш тип билдәләнгән.
= Англияла Питер
Даудесуэль 12,01 секунд эсендә 91,44 метр
спагетти ашап, рекордтар китабына ин­гән.
= 2008 йылда
“Донбасс Палас” ҡунаҡха­на­һында оҙонлоғо 211,05 метр, 81 килог­рамлыҡ спагетти әҙер­ләнгән. Уның өсөн 13 ки­лограмм он, 200 йо­мортҡа, бер литр үҫемлек майы киткән.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500