Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кредитты тиҙерәк бирһендәр ине”
Әҙерлек насар түгел һымаҡ, ләкин күп хужалыҡтарҙың минераль ашламаға һәм яғыулыҡҡа аҡсаһы юҡ
Районда “Мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль учреждениеһы өсөнсө йыл эшләй. Ғәмәлдә элекке ауыл хужалығы идаралығы башҡарған эште ул үҙ иңенә алған. Тик хәҙер был ойошма белгестәре ауыл етештереүселәренә күрһәтмәләр биреү менән мауыҡмай. Улар аграр секторҙы үҫтереүҙә дәүләт тарафынан ҡабул ителгән төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа, көн талаптарынан сығып, яңыса хужалыҡ итеү алымдарына күсеүҙә, алдынғы технологияларҙы үҙләштереүҙә крәҫтиәнгә ярҙам күрһәтеүҙе төп бурысы итеп һанай. Район игенселәре яҙғы сәсеүҙе ниндәй әҙерлек менән ҡаршылай, ауыл етештереүселәрен бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой? Үҙәк директоры Альберт Миңлин менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә шул хаҡта һүҙ алып барҙыҡ та инде.
— Яҙғы сәсеүҙе барлығы 26 мең гектар майҙанда башҡарып сығыу бурысы тора, — ти ул. — Былтыр көҙ ужым культураларын 7,5 мең гектарҙа сәсеп ҡалдырғайныҡ. Агрономдар күҙаллауынса, насар ҡышлаған майҙандар 10–20 проценттан артмаясаҡ. Хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәр менән кәңәшләшеп, быйыл сәсеүлектәр структураһына бер аҙ үҙгәреш индерҙек. Яҙғы иген 18 500 гектар майҙанды биләйәсәк, был былтырғыға ҡарағанда 1 500 гектарға күп. Баҙар ихтыяжынан сығып, ҡарабойҙай сәсеүлеген ике тапҡырға арттырырға булдыҡ. Ҡиммәтле ярма культураһы 1 400 гектарҙа игеләсәк. Бер үк ваҡытта техник культураларға ла баҫыу түренән урын бирәсәкбеҙ, “татлы тамыр” һәм майлы орлоҡ һатыу хужалыҡтарға һәйбәт табыш килтерә.
Әлбиттә, туҡлыҡлы мал аҙығын етештереү ауыл эшсәндәре өсөн көнүҙәк бурыс булып ҡала. Сәсеү әйләнешендә ул культураларға 14 900 гектар ер бүленгән. Һуңғы осорҙа күп йыллыҡ үләндәр майҙанын һиҙелерлек арттырҙыҡ. Алдынғы агротехника нигеҙендә эш итергә тырышып, йыл һайын сәсеүлектәрҙең 20–25 процентын яңыртып торабыҙ. Быйыл аҡһымға бай кәзә үләне тағы 1 100 гектарҙа сәселәсәк. Ҡуҙаҡлы культураларҙан ҡандала үләне һәм йылҡы борсағы ла хужалыҡтарҙа ҙур майҙанды биләй.
— Альберт Бикбай улы, ә ошо эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн хужалыҡтарҙа техника паркының әҙерлеге нисек?
— Был йәһәттән “Шарангаз” йәмғиәте, “Сәлих” кооперативы, “Хәмитов” крәҫтиән (фермер) хужалығы башҡаларға өлгө күрһәтә, бөтә техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Башҡа хужалыҡтарҙа әле ремонттан сыҡмаған техника байтаҡ. Апрель баштарына улар ҙа был эште теүәлләргә тейеш. Хөкүмәт ауыл етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүҙә быйыл да ярҙам ҡулын һуҙа. Районға ташламалы хаҡ менән 750 тонна дизель яғыулығы һәм бензин биреләсәк. Хужалыҡтар “Башкирнефтепродукт” йәмғиәтенең Туймазы филиалы менән килешеү төҙөгәндән һуң уны ала башлаясаҡ.
— Быйыл орлоҡ мәсьәләһендә лә игенселәргә борсолорға урын юҡтыр.
— Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип халыҡ белмәй әйтмәй. Яҙ бәрәкәтле ергә тик яҡшы сифатлы орлоҡ һалынасаҡ. Ләкин мул уңыш үҫтереп алыу өсөн ерҙе һәйбәтләп ашларға ла кәрәк. Әлегә “Шаранагрогаз” йәмғиәте генә 300 тонна минераль ашлама ҡайтарҙы. Быйыл шуныһы яҡшы: “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы Туймазыла үҙенең келәтен асты. Ашламаны шунан ташыясаҡбыҙ.
Үкенескә ҡаршы, “Шаранагрогаз”дан башҡа бер генә хужалыҡ та әле базанан минераль ашлама ала алмай, уларҙың кассалары буп-буш. Субсидияны ла ошоғаса күргәндәре юҡ. Ҡыҫҡаһы, башты иң ныҡ ауырттырғаны — әлеге лә баяғы финанс мәсьәләһе. Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреү өсөн район хужалыҡтарына кәмендә 19 миллион һум кредит кәрәк. Әлегә күптәре “Россельхозбанк”ка документтарын йыйып тапшырырға ла өлгөрмәгән. Район штабының һуңғы ултырышында ла бер нисә хужалыҡ етәксеһен саҡыртып, шул хаҡта етди һүҙ алып барҙыҡ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ әңгәмәләште.
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090