Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Граф Монте-Кристо көнләшерлек...
Граф Монте-Кристо көнләшерлек... Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек идаралығында хеҙмәт иткән полковник Дмитрий Захарченконан туғыҙ миллиард һум аҡса тартып алыныуы тураһында ишетеп, аптырауҙан бот сапҡан кешеләр аҙ булмағандыр. Шулай вазифа биләгән бәғзе “оҙон ҡулдар”ҙың ҡулға алыныуы хәҙер ғәҙәткә әйләнеп бара һымаҡ, әлеге осраҡ иһә урланған аҡсаның ауырлығы тоннанан ашыу булыуы менән шаңдау тыуҙырҙы. Хәтерҙә ҡалғандарының ҡайһы берҙәренә күҙ йүгертеп сығайыҡ.

“Эре балыҡ”тарҙың мур­ҙаға төшөүе Федераль таможня башлығы Андрей Бельяниновтың өйөндәге тентеүҙән башланды, ти­һәң дә була. Чиновниктың фатирында 10 миллион һум, 400 мең доллар һәм 300 мең евро аҡса таптылар. Ә йор­тондағы боронғо әйберҙәрҙең хаҡы был сум­маға ҡарағанда ла ҡиммә­терәк булып сыҡты. Бер боронғо көҙгө генә лә миллион долларға баһа­лана. Ләкин был ғауға Бельяни­новтың отставкаға китеүе менән баҫылды.
Сахалин өлкәһенең элек­ке губернаторы Александр Хороша­виндың брил­лианттар менән биҙәл­гән ручкаһын да хәтерләй­һе­геҙҙер әле. Уның да “кеҫәһе­нән” миллиард һум аҡса һәм ҡиммәтле ювелир әйберҙәр тартып сығарҙы­лар.
“Оборонсервис”тың “батша­би­кәһе” Евгения Васильеваны нисек онотаһың инде?! Уның Мәскәү­ҙәге һарайында 50 мең ҡим­мәтле таш, 19 килограмм алтын һәм платина таптылар. Үҙенең йоҡо бүлмәһен хатта Репин, Айвазовский, Васнецов кеүек бөйөк рәс­самдарҙың картиналары менән биҙәгән!
Күп тә үтмәне “закон­дағы бур” Захарий Калашов ҡулға алынды. “Шакро молодой” ҡушаматы ме­нән танылған был енәйәтсенең ҡармаҡҡа эләгеүе бик бәрә­кәтле булды. Уның эҙен юллағанда Тикшереү комитеты генералы Денис Никандоров һәм тағы дәрә­жәле бер нисә офицер ҡулға алынды. Генерал Никандоров Шакроның тот­ҡон­да булыуына борсол­ған, уны азат итеү өсөн бер миллион доллар аҡса һора­ған.
Олигархтарға ла тынғы бөттө. Миллиардтар менән эш иткән Вексельбергтың “ҡәрҙәштәре” ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылды. Олигарх менән бер табаҡтан ашаған “дуҫтары” ҡапҡанға эләкте. Коми етәкселегенә 800 мил­лион һум ришүәт би­реүҙә ғәйепләнгән­дәрҙең береһе Михаил Слободин иһә ситкә сығып ҡасты. Ойошҡан енәйәтселектең бер-береһенә үрелеп бөт­кән булыуын раҫлап, тик­ше­реүселәр тентеү менән Эске эштәр министрлығы полков­нигының фатирына килде һәм “Сим-сим” мәмерйәһендәге бай­лыҡҡа юлыҡты. Унда туғыҙ миллиард һумға тиң булған доллар һәм евролар табылды. Күп тә үтмәне, сит ил банкыһында Захар­ченконың атаһы исеменә һалынған 300 миллион евро (21 миллиард һум тирәһе) аҡса барлығы тураһында хәбәрҙәр ишетелде. Әлегә рәсми рәүештә был раҫланманы, ләкин утһыҙ төтөн булмай.
Йөк машиналары менән йөрө­төрлөк аҡсаның ҡай­ҙан килеүе тураһында әле­гә бер кем дә белмәй. Берәүҙәр, банктан урлан­ған, тиһә, икенселәр әйте­үенсә, ул Эске эштәр ми­нистрлығы офицерҙа­ры­ның “общагы” – риш­үәт һауып тупланған мөлкәт. Әлбиттә, ошо тиклем бай­лыҡ кәбәндәге энә түгел, осона сығырҙар...
Шуныһы көн кеүек асыҡ: “коррупция һалымы” иле­беҙ­ҙең иҡти­сад арбаһының тәгәрмәсенә таяҡ тыға. Белгестәр әйтеүенсә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн эшҡыуарҙар үҙ­ҙәренең бюд­жетының 10 про­цент самаһын тик­шереүселәргә түләй. Был нимә менән янай һуң? Әйтәйек, шул уҡ Захарченко туғыҙ миллиард һумды унарлаған компаниянан алған, ти. Тимәк, улар үҙ сығым­дарын шул кимәлгә арттырған тигән һүҙ. Был осраҡта ике юл бар: йә хаҡтарҙы күтәреү, йә инвес­тицияларҙы кәметеү. Тәүге­һендә инфляцияның һике­реүе күҙәтелә, икенсеһендә подрядсылар заказдарҙан ҡолаҡ ҡаға, ә эшселәр премиянан мәхрүм ҡала. Артабан инде халыҡ үҙе­беҙҙә сыҡҡан тауарҙарҙы һатып алмай, ипотеканан баш тарта, сөнки аҡса юҡ. Тауар һатылмау сәбәпле, магазин ябыла, хеҙмәт­кәрҙәр эшһеҙ ҡала. Ә үҙебеҙҙең предприятиелар эшен туҡта­тырға мәжбүр...
Был “сылбырҙы” дауам итергә лә булыр ине, ләкин иҡтисади ғилеме булма­ған­дар ҙа әле килтерелгән ми­ҫалдарҙан бары­һын төшө­нөр. Ябай ғына итеп әйткән­дә, әгәр “коррупция һалы­мы” булмағанда, илебеҙҙең иҡти­сады йыл һайын 10 про­центҡа арта барыр ине. Һәр хәлдә, ике-өс процент­ҡа ғына үҫһә лә шөкөр тиергә мөмкин.
Беҙҙең кеүек аҡса күреп өйрәнмәгән халыҡҡа шуны­һы ла ҡыҙыҡ: тартып алын­ған мөлкәт ҡайҙа китә икән?
– Иң башта аҡса Тикше­реү комитетының иҫәбенә күсә, – ти адвокат Олег Пав­лович. – Тикшереү эше аҡсаның хәләл булыуын асыҡлаһа, хужа­һына кире ҡайтара. Әгәр уларҙың енә­йәти юл ме­нән тупланғаны беленһә, ҡаҙнаға китә.
Иң мөһиме, тикшереү эшен оҙаҡҡа һуҙмаһын­дар ине. Юғиһә килеп кергән байлыҡтың “һөр­һөп” тә ҡуйыуы ихтимал...
Ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләп ҡарайыҡ әле, туғыҙ мил­лиардҡа нимә эшләргә булыр ине икән? Бай бул­маһаҡ та, хыялланырға ярай инде.
Был аҡса – Стәрле­тамаҡ кеүек ҡаланың ике йыллыҡ бюджеты. Уртаса 200 – 300 миллион һум торған 30 – 40 балалар баҡсаһы төҙөр­гә мөмкин. 19 мең 867 әсәгә әсәлек капиталы түләп була. Ошо сумманы йыйыр өсөн айына 36 мең эш хаҡы алған кешегә 20 мең 833 йыл эшләргә тура килер ине.
Хыялдар!.. Хыялдар!..
Шулай ҙа бер өмөт күңелде йыуатып ҡуя: полковник хәҙер граф монте-Кристо була алмая­саҡ. Төрмәлә лә уны хазина йәшерелгән утрауҙы өйрәт­кән ҡарт көтөп тормаҫ...
Йәшеренеп ятҡан миллиардтар артабан да ҡалҡып сығыуы ихтимал, илебеҙҙә полковниктар ғына түгел, генералдар ҙа быуа быуырлыҡ бит! Ти­мәк, “байлыҡ” эҙләү дауам итер, моғайын. Пу­тиндың һуңғы арала ғына сәйәси шахмат таҡтаһында байтаҡ рокировкалар яһауы көрәш­тең туҡталмаясағына иша­ралаған һымаҡ. Шуныһы асыҡ: ойошҡан енәйәтселек ҡулында ил бюджетын бер нисә йылға тәьмин итерлек аҡса бар. Миллиардтарҙың байтағы уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында халыҡтың пай инвестиция фондтарына һалған вау­черҙарынан үрсеүен дә иҫәпкә алһаҡ, ул аҡсаны кире ҡайтарыу выждан һәм намыҫ эше булырға тейеш.
Шуныһы аптырата: ил ҡаҙнаһы һәр “эт” темеҫкенә торған сүп йәшниге түгел дәбаһа! Унан миллиард­тарҙың юҡҡа сығыуын нисек итеп шәйләмәҫкә мөм­кин икән? Бер полковник ҡына шундай ҙур сумманы фатирында тота алғанда, эрерәк “йондоҙло” ағайҙар тураһында һүҙ йөрөтөргә тел әйләнмәй хатта...


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 361

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500