Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөн өлгөрмәһәң, иртәгә һуң булыр йәки Ил Хөкүмәте Рәсәйҙең хәлен нисек баһалай?
Бөгөн өлгөрмәһәң, иртәгә һуң булыр йәки Ил Хөкүмәте Рәсәйҙең хәлен нисек баһалай? Рәсәй донъялағы бөтөн дәүләттәр өсөн оло һынау булған иҡтисади көрсөк, сәйәси болғаныш шарттарында үҙен нисек тоя? Ниҙәрҙе юғалттыҡ, ҡорбан иттек? Әле ҡайһы йүнәлештә үҫешергә мөмкинлегебеҙ бар? Дәүләт етәкселәре Ватаныбыҙҙы киләсәктә ниндәй итеп күрергә теләй? Ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың үткән аҙнала рәсми матбуғатта баҫылған “Рәсәй: яңы динамикаға эйә булыу” тигән мәҡәләһенә таянып, ошолар тураһында уйланып алайыҡ.


Көрсөк көсөбөҙгә ышандырҙы

Илебеҙ иҡтисадында тәрән үҙгәрештәр осоро бара. Яҡын арала был системаны барлыҡ донъя ҡаҙаныштарына нигеҙлә­неп яңыртыу мөһим. 2008 йылда баш­ланған һәм әле лә тамамланмаған финанс көрсөгө алдынғы һәм тотороҡло дәүләттәр иңенә шундай бурыс һала. Рәсәй бығаса яуланған бейеклекте һаҡлау өсөн үҫештең үҙенсәлекле моделен булдырырға тейеш.
Премьер-министр әйтеүенсә, иҡти­сади тормоштоң саманан тыш сәйә­си­ләш­терелеүе финанс көрсөгө эҙем­тәләренең һаман да арта барыуын килтерә. “Донъя баҙарҙары бөгөн үҙ ҡанундарынан бигерәк дәүләт етәкселәре сығарған ҡарарҙарға буйһона, шунлыҡтан ғәҙел көнәркәшлеккә урын да ҡалмай, – ти ул. – Һуңғы йыл­дарҙа беҙҙең илгә ҡарата ҡабул ителгән төрлө сикләүҙәр, санкциялар – ошо хәлдең бер сағылышы ғына”.
2014 йылда башланған иҡтисади тетрәнеүҙәр Рәсәйҙе ныҡ һынаны. Беренсенән, нефткә хаҡтың ҡапыл ғына икеләтә төшөүе арҡаһында бюджеттың сит илдәргә сеймал һатыу күләменә бәйлелегенән арынып өлгөрә алмай ҡалдыҡ, бик күп табыштан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Дмитрий Медведевтың фекеренсә, иҡтисади хәлдең ҡатмарлашыуына был өлкәләге бүтән проблемалар ҙа сәбәпсе. Мәҫәлән, быуат башында төҙөлгән үҫеш моделенең заман талаптарына тура килмәүе. Уны ваҡытында яңыртырға, көрсөк осоро еткәнен көтмәҫкә кәрәк булған.
Ике йыл элек Рәсәйгә һәләкәт юранылар, беҙҙең иҡтисад йолҡҡоланып бөтәсәк, тинеләр. Йәнәһе, бюджет сәйә­сәтенә идара итеп булмаясаҡ, һум туҡтауһыҙ аҫҡа тәгәрәйәсәк, инфляция артҡандан-артасаҡ, тауар етештереү күләме ныҡ кәмеп, эшһеҙҙәр сафы бермә-бер ишәйәсәк... Был ысынлап ихтимал ине, әлбиттә. Әгәр ил етәкселеге төшөнкөлөккә бирелгән, уңлы-һуллы сәбәләнгән, халыҡ алдында аҡланырға нигеҙ эҙләү менән мауыҡҡан булһа. Әммә, бәхеткә күрә, юғары власть органдары финанс ауырлыҡтарына ҡаршы тороу юлын да тапты, иҡтисадтың яңырыуы өсөн шарттар тыуҙырыуға ла өлгәште.
Бөгөн ил бюджеты, бер ни тиклем ауырлыҡ менән булһа ла, тышҡы иҡтисади конъюнктура ҡуйған талаптарға яуап биреп килә. Уның керемдәр структураһы үҙгәрә. “Нефткә һәм газға бәйле булмаған килем өлөшө 60 процент тирәһе тәшкил итә икән, был – иҡтисади үҫештең бөтөнләй икенсе моделе”, – тип билдәләй Хөкүмәт рәйесе.
Хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау буйынса ваҡытында күрелгән саралар алтын-валюта резервын һаҡларға һәм аҡса системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итергә мөмкинлек биргән. “Инфляция кәмей, йыл йомғаҡтары буйынса 6 проценттан артмаясаҡ, – тип ышаныс бағлай Дмитрий Медведев. – Уны 4 процентҡа тиклем төшөрөү маҡсатына өлгәшер өсөн күп ҡалманы. Ҡасандыр был һан тураһында һөйләгәнде халыҡ әкиәт һымаҡ ҡабул итә ине бит”.

Һандар ни һөйләй?

Валюта курсының йыш үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, быға тиклемге финанс көрсөктәренән айырмалы, хәҙер халыҡтың аҡсаһын банктарҙа һаҡлауҙан дәррәү баш тартыуы, һумдарын долларға, евроға күпләп алмаштырыуы тойолмай. Рәсәй­ҙәрҙең депозиттарында үҙебеҙҙең валюта өҫтөнлөк итә. Былтыр халыҡтың банктағы һаҡламдары – 25, ватан ойошмаларының иҫәбендәге аҡса күләме 20 процентҡа артҡан. Тағы ла ҡыуаныслырағы – капиталдың ситкә ағылыуы 2,5 тапҡырға аҙайған, Рәсәйҙең тышҡы бурыстары сама менән 30 процентҡа кәмегән.
Кредит-финанс системаһы үҙгәрә, үҙенә бағланған өмөттө аҡлай алмаған банктар ябыла. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында Үҙәк банк 48 кредит ойошма­һының эшмәкәрлеген туҡтатҡан, былтыр иһә ундайҙар 93-кә еткәйне. Ләкин Рәсәйҙә был йәһәттән ҙур ығы-зығы булманы, банк системаһы ярайһы уҡ көйлө, һөҙөмтәле эшләй.
Иҡтисадтың реаль секторында етди үҙгәрештәр күҙәтелә. Ошоғаса күп йылдар дауамында беҙҙе “Голланд сире”, йәғни милли валютаның нығыныуы арҡаһында ватан тауарҙарының донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләте кәмеүе менән ҡурҡыталар ине. Нисек кенә булмаһын, бөгөн Рәсәй тәҡдим иткән продукцияға ихтыяж бар, был металлургия, химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, машиналар эшләү, фармацевтика, көнкүреш әйбер­ҙәре, кейем һәм аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтарына үҫешергә мөмкинлек бирә. Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡтың һөҙөмтәһе тураһында һөйләргә була.
Дмитрий Медведевтың фекеренсә, иҡтисади үҫештең бик мөһим күрһәткесе – халыҡтың торлаҡ һатып алыуға әҙерлеге. Финанс көрсөгөнә ҡаршы саралар нигеҙендә быйыл уҡ илдә ипотека биреүҙе әүҙемләштереүгә өлгәшелгән. Тәүге алты айҙа торлаҡ кредиттары күләме 44 процентҡа артып, 665 миллиард һумға еткән.
Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт Рәйесе көрсөктөң төп кире эҙемтәһенән – халыҡтың килеме аҙайыуынан – ҡотолоп булмауын таный. “Күпме генә тырышһаҡ та, ике йыл эсендә Рәсәй граждандары ярлыланды: ғәмәлдә эйә булған килемдәр ҙә, хеҙмәт хаҡы ла төштө, – ти ул. – Әлбиттә, илдә эшһеҙлек кимәленең артыуына юл ҡуйманыҡ”.

Төп өмөт – эш кешеһендә

Премьер-министр алдағы иҡтисади үҫеште шәхси һәм дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән, эске һәм тышҡы инвестиция­ларға бәйләп күҙаллай. Был аҡса хатта ҡулланыусылар даирәһе киңәйеүе һәм экспортҡа ихтыяждың артыуы һымаҡ күренештәрҙән дә мөһимерәк һаналырға тейеш, ти ул. Тотороҡло иҡтисади үҫеш юлына сығыу өсөн Рәсәйгә инвестиция­ларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә кәрәк. Улар әле эске тулайым продукттың 20 процентына тура килһә, киләсәктә 22 – 24 процент булырға тейеш. Эске шәхси инвестицияларҙы арттырыу талабы тәүге урында тора. Дмитрий Медведев билдәләүенсә, Хөкүмәткә халыҡтың аҡсаһын һаҡлау, үҫтереү һәм шуның менән бергә ил иҡтисадына файҙа алыу мөмкинлеген тәьмин иткән саралар уйлап табырға кәрәк.
Бюджет сәйәсәтен үҙгәртеп, һөҙөмтә­һеҙ сығымдарҙы бөтөрөү, етештереү һәләтен арттырыуға нығыраҡ иғтибар бүлеү тураһында ла һүҙ бара. “Ундайҙар иҫәбенә тәү сиратта кешегә инвестиция (эйе, уны сығым тип атау дөрөҫ булмаҫ) һалыуҙы индерергә кәрәк. Икенсеһе – транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә тотонолған аҡса”, – ти Премьер-министр.
Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән эшҡыуарлыҡҡа ла өмөт бағлайҙар. Дәүләт ярҙамы, эшлекле мөхитте яҡшыртыу, хоҡуҡи нормаларҙы камиллаштырыу нигеҙендә бәләкәй һәм уртаса пред­приятиеларҙың экспорттағы өлөшө кәм тигәндә икеләтә артырға тейеш. Дмитрий Медведев эшҡыуарҙарҙы бюрократик кәртәләрҙән ҡотолдороу, уларға баҫым яһау мөмкинлектәрен кәметеү талаптары тураһында йәнә бер иҫкәртә.
Рәсәй етәкселеге бөгөн йәмғиәт өсөн асыҡ, уңайлы мөхит булдырыу, ҡаҙна аҡсаһын да һаҡсылыраҡ тотоноу маҡса­тында хакимиәт системаһын ҡулайлаш­тырыу һәм ябайлаштырыу юлын һай­ла­ған. “Быйыл ил кимәлендәге һәм тө­бәк­тәрҙәге дәүләт хеҙмәткәрҙәре 10 про­центҡа ҡыҫҡартылды. Һалым, таможня һәм башҡа фискаль түләүҙәр буйынса берҙәм механизм булдырыу ҙа – етди аҙым, сөнки башҡарма власть орган­дарының ҡайһы бер функциялары бергә ҡушылды. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк”, – ти Премьер-министр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501