Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡара алтын”: байлығыбыҙмы, ҡарғышыбыҙмы?
“Ҡара алтын”: байлығыбыҙмы, ҡарғышыбыҙмы? Һуңғы арала телевизор, интернет, йә радио аша “нефть”, “иҡтисад”, “доллар” һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Хатта ҡолаҡ уларҙан арып китә. Берсә барыһы ла яҡшы тип тыныс­ландыралар, берсә тиҙҙән оло йоғонто яһарлыҡ, тетрәнерлек үҙгәрештәр булыр, тип ҡурҡыталар.


Йыл әйләнәһенә Рәсәйҙә тиҫтәләгән ял көнө тип иғлан ителгән байрамдар үтә. Яңы йыл, Ҡатын-ҡыҙҙар, Ватанды һаҡлау­сылар, Еңеү көндәре... Ҡайһы ваҡыт ошоларға Нефтселәр көнөн дә өҫтәргә кәрәк тигән уй тыуа. Сөнки илебеҙҙең етеш йәшәүе нефткә тығыҙ бәйләнгән. Әйткәндәй, Рәсәй бюджетының дүрттән бер өлөшө нефть һәм газ килемдәренән тора.
Эйе, илебеҙ иҡтисадының нефткә ныҡ бәйлелеген беләбеҙ һәм унан ҡотолоу кәрәк икәнен дә аңлайбыҙ. Донъя баҙарында нефть хаҡының тотороҡһоҙлоғо дәү­ләтебеҙ иҡтисадына ифрат тәьҫир итә. Беҙҙең ил, экспортсы булараҡ, нефткә хаҡтар юғары булғанда мул, уңайлы, рәхәт йәшәй, әгәр ҙә хаҡ төшһә – ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.
Бөгөн, әлбиттә, Рәсәйҙә нефть сәнәғәтенең үҫешенә ҡамасаулаған бер нисә фактор бар. Әммә шул уҡ ваҡытта ул тармаҡ тышҡы проблемаларға ҡарата булған үҙенең тотороҡлолоғо менән аптыратып та ҡуя. Шулай ҙа беҙ генә түгел, үҙҙәрендәге нефть потенциалын аңлайышлы рәүештә, дөрөҫ ҡулланған һәм ул тыуҙырған кире эффекттарҙы йүгәнләп тота алған илдәр бөтә донъяла бик аҙ.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской әйтеүенсә, асылған нефть запастары тағы 57 йылға етәсәк. Әммә тынысланырға иртә әле, сөнки, эксперттар әйтеүенсә, бында төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең ер аҫтында тағы 30 миллиард тонна тирәһе нефть бар, тик был бары ҡара иҫәп менән, ысын раҫланған, иҫбатланған запас ике тапҡырға әҙерәк – 14 миллиард.
2013 йылда Рәсәйҙә 523,2 миллион тонна, 2014 йылда – 526, 75 миллион тонна, 2015 йылда 534 миллион тонна “ҡара алтын” табылғанын һәм киләсәктә был һандарҙы күбәйтеү маҡсатын иҫәпкә алғанда, ул 2040 йыл тирәһенә тиклем етәсәк. Беҙҙең балаларға нефть ҡалһа ла, ейәндәребеҙгә етерме? Был һорауға яуапты тик геологик разведка белгестәре генә әйтә ала.
Бөгөн сафта булған нефть ятҡылыҡтары Совет заманында уҡ асылған. 1992 йылда геология разведкаһы эштәренең күләме кәмей башлағандан алып был һан бер ҙә үҫмәгән. Мәҫәлән, 1989 йылда СССР-ҙа ошо өлкәлә 110 мең кеше мәшғүл булһа, бөгөн уларҙың һаны 10 меңгә лә етмәй.
Әлеге заманда нефть – автомобилдәр өсөн иң осһоҙ һәм уңайлы яғыулыҡ, ә автомобиль – төп шәхси хәрәкәт итеү сараһы. Ер халҡы һаны көндән-көн үҫкәнгә, быға ихтыяж да арта һәм нефткә юғары хаҡтар осоро альтернатив яғыулыҡтарҙы өйрәнеүгә яңы һулыш бирҙе. Хәҙер электро­мобилдәр экзотиканан баҙарҙа үҙ өлөшөн арттыра килгән тауарға әйләнде. Әгәр ҙә киләсәкте күҙал­лаһаң, нефткә хаҡтар төшөүен көтөргә була.
Нефткә булған ихтыяж кәмемәһә лә, ул яйлап, ваҡытында күмер кеүек, үҙенең өҫтөнлөгөн юғалта башлауы ихтимал. Күп тә үтмәҫ, кешеләрҙең башында, бакка бензин ҡойорғамы йә батареяларҙы зарядкаға ҡуйырғамы, тигән яңы уй тыуыр.
Иң мөһиме – дәүләт донъя баҙарында үҙ урынын юғалтмаҫ өсөн нефть сығарыу компанияларына, ошо тармаҡҡа күпләп аҡса бүлә. 2015 йылда геология разведкаһы өсөн федераль бюджетта 25 миллиард һум ҡаралһа, 2016 йылда уны 42 миллиардҡа тиклем күтәреү күҙалланған. Әммә бөгөнгө ҡаҙна хәленә ҡарағанда, был ынтылыш бәхәсле күренә. Шундай һорау тыуа: “ҡара алтын” беҙҙең байлығыбыҙмы, әллә ҡарғышыбыҙмы? Шул хәтлем аҡсаны икенсе йүнәлешкә, мәҫәлән, альтернатив яғыулыҡ­тарҙы өйрәнеүгә бүлһәләр, күпкә яҡшыраҡ булмаҫ инеме?..





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090