Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҡсасы илгә терәк була аламы?
Башҡортостан баҡсасыларының быйыл йәй уҙғарылған I съезында республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев былай тигәйне: “Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа импортты үҙ тауарҙарыбыҙ менән алмаштырыу күп осраҡта үҫтерелгән уңышты һатыу мөмкинлегенә лә бәйле. Кешеләр баҡса ерен шәхси маҡсатта ғына түгел, ә ил мәнфәғәте өсөн дә файҙалана алһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк”. Ниндәй шарттар тураһында һүҙ бара?


Бер ай самаһы элек Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына баҡсасылыҡ тураһындағы федераль закондың яңы проекты ҡарауға индерелде. Ошо өлкәгә ҡараған һәм әле эшләп килгән ҡануниәт бынан 20 йыл элек ҡабул ителгәйне. Үҙ бурысын – ер хужаларын берләштергән коммер­цияға ҡарамаған ойошмаларҙың тормошон көйләүҙе – ул тейешенсә үтәмәй. Ни өсөн? Закон проектын әҙерләгәндә һәм ҡабул иткәндә, баҡсасылар барыһы ла иғәнәне ваҡытында түләр, санитар талап­тарҙы үтәр, кооперативтың тормошонда әүҙем ҡатнашыр, тип уйла­ғайнылар. Икенсе төрлө әйткәндә, бөтәһе лә “сәйәси” аңлылыҡ нигеҙенә ҡоролған булып сыҡты.
Һөҙөмтәлә һәр баҡса ширҡәте үҙенсә йәшәй һәм башлыса рәйестең егәрле булыу-булмауына бәйле. Бик күп баҡса йәмғиәттәренең төрлө ойошмаларға хеҙмәттәре өсөн бурысы йыйылған, ә йәшелсә-емеш үҫтереүселәр уны түләргә ашыҡмай ҙа, бының өсөн уларҙы яуапҡа тарттырыу ҙа ҡаралмаған. Ләкин яңы закон проекты (белгестәр уға “баҡсасыларҙы бөлдөрөүсе ҡанун” исеме таҡты ла инде) һәр хеҙмәтләндереү өсөн түләтергә мәжбүр итеүҙе күҙ уңында тота. Әйтәйек, күпселек баҡсаларҙа юлдар насар. Баҡсасыларҙың зарын иҫәпкә алып, муниципаль кимәлдә юл һалырға ҡарар иттеләр икән, ти. Был эш хәҙерге заманда ҡиммәт кенә тора. Пенсионер баҡсасының түләргә хәленән килмәүе лә бик ихтимал, был осраҡта суд приставтары уның мөлкәтен тартып аласаҡ...
Рәсәйҙә — 60 миллионға яҡын, ә Башҡортостанда бер миллиондан ашыуыраҡ баҡсасы бар, тимәк, ошондай ҙур көстөң хеҙмәте баһалау ҙа, яҡлау ҙа, дәүләт һәм урындағы власть кимәлендә ярҙам да талап итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 325

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 383

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 333

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 323

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 262

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 498