Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытайға оҙатабыҙ, йыһанға осорабыҙ ҙа ул...
Ҡытайға оҙатабыҙ,  йыһанға осорабыҙ ҙа ул... Башҡорт балына ҡыҙыҡһыныу барҙа заман менән бергә атлау шарт
Бөрйән районының Арғыҙма яланында үткән “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивалендә халыҡ күп булды. Бында бөрйән балын тәмләп ҡарап, һатып алырға мөмкин ине. Иң мөһиме – умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге тыуҙырылды.


Килгән ҡунаҡтар араһында былтырғы танышым Феликс Ремтерҙың булыуы ҡыуандырҙы. Ул – антрополог, этнолог, документаль фильмдар режиссеры һәм ... умартасы. Үткән йәй Феликс “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән танышыр өсөн Бөрйәнгә килгәйне. Ошо сәфәрендә ул ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев, урындағы умартасылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдыра. Был юлы Бөрйәндә фестиваль ойошторолоуын ишеткәс, дуҫтарын – Арне Экерт менән Тобиас Вольфты Башҡорт­останға әйҙәгән. Германия ҡунаҡтарының төп маҡсаты тәжрибә уртаҡлашыу булһа ла, солоҡ умартаһын эшләү конкурсында теләп ҡатнашты улар. Был сарала ике кешенән торған ун өс команда ярышты. Нисек кенә булмаһын, сил ил вәкилдәре бөрйәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышты. ”Шүлгәнташ” ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре Фитрат Йомағужин уларҙың эше менән ҡәнәғәт.
– Умартасылыҡ менән икенсе йыл ғына шөғөлләнеүҙәрен иҫәпкә алғанда, солоҡ­тары һәйбәт булды. Бер генә етешһеҙлеге бар: артҡы өлөшө йоҡараҡ. Шуға ла солоҡта ҡышҡыһын дым күберәк булыуы ихтимал. Ошо арҡала ҡорттар өшөп ҡуйыуы бар. Ә бына солоҡтоң ҡыйығы шәп килеп сыҡҡан. Беҙҙең оҫталар, ғәҙәттә, туҙ йә имән ҡайырыһы һала. Ә немецтарҙа матур һәм ныҡлы ҡыйыҡ ҡуйыуҙың үҙ сере: уларҙа солоҡто ағасҡа элергә ярамай. Шуға ла ҡар-ямғырҙан ныҡлы һаҡлау юлдарын эҙләргә мәжбүрҙәр.
Ҡытайға оҙатабыҙ,  йыһанға осорабыҙ ҙа ул...Арне менән Тобиас икеһе лә – урмансылар. Германия урмандарында бал ҡорттары үҙҙәрен һәйбәт тойһон өсөн шарттар тыуҙырыу менән мәшғүлдәр. Әйткәндәй, был илдә бер быуат элек үк солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүҙән туҡтағандар. Ир-уҙамандар иһә ошо юғалған кәсепте тергеҙеү ниәте менән яна. Киләсәктә улар Польша, Башҡортостан, Германия, Швейцария, Белоруссия, Бөйөк Британия илдәрендәге солоҡсолоҡ менән шөғөл­ләнгән умарта­сыларҙы берләштереү һәм үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу тураһында уйлана.
Әлегә Германия ҡунаҡтары Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәй, урындағы оҫталар менән аралаша, тәжрибә туплай. Немецтар, үҙҙәренеке менән сағыштырғанда, башҡорт балының күпкә тәмлерәк булыуын билдәләй. Германияла умарталарҙы яландан яланға күсереп йөрөтәләр икән. Шуға ла балдың, ҡайһы төбәктә йыйылыуына ҡарамаҫтан, тәме бер төрлөрәк. Ә бына Башҡортостанда бал ҡорттары сәскәнән-сәскәгә ҡунып бал йыя һәм бер урында ғына осоп йөрөй. Сәскә төрлөлөгө арҡаһында беҙҙең балдың тәме бөтөнләй икенсе була.
Әйткәндәй, башҡорт балы менән ҡыҙыҡ­һыныусылар йылдан-йыл арта. Быйыл йәй Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар феде­рацияһы ассоциацияһы президенты Филип МакКейб, ошо ойошманың Рәсәйҙәге секретары Риккард Джаннони-Себастианини һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутовтарҙың килеп китеүе лә күпте һөйләй. Ҡунаҡтар Республика йортонда Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән 2021 йылда Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Германия ҡунаҡтары башҡорт балын һатыуҙы ойоштороуҙы киңәйтеү мәсьәләһен дә күтәрә. Европаны яуларға ваҡыт, ти улар. Әлегә Башҡортостандан Ҡытай, Ҡатар, Сәғүд Ғәрәбстаны илдәренә йәмғеһе 120 тонна бал оҙатыла. Әммә Европаға һатыу һүлпәнерәк ойошторолған. Баҡһаң, бының да үҙ сәбәптәре бар икән. Европала балдың лаборатор анализына ҙур иғтибар бүленә. Татлы ризыҡты һатыуға сығарыр өсөн 56 төр анализ бирергә кәрәк: бал ҡорто генлы-модификациялы үләндәрҙән һеркә йыймағанмы, пестицид ҡалдыҡтары, дарыу препараттары, антибиотиктар һәм алкалоидтар күләме һәм ниндәй дәүмәлдә ҡулланыла, шулай уҡ радионуклидтар һәм башҡа ағыулы матдәләрҙе тикшерәләр икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда әлегә бындай лабораториялар юҡ. Шулай ҙа башҡорт балына булған ҡыҙыҡһыныу беҙҙе заман менән бергә атларға һәм алдыбыҙға ҡуйылған мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итергә кәрәклеген йәнә бер иҫбатлай.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490