Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшһеҙлек кәмерме?
Танышым ауылдағы мәҙәниәт йортонда эшләй ине. Бер ҡараһаң, донъялары етеш кеүек. Матур итеп йорт һалып инделәр, көнкүреш шарттары ҡаланыҡынан кәм түгел: газ яғыулығы үткәрелгән, һалҡын, йылы һыу ағып тора, йыуыныу бүлмәһе лә бар. Әммә көндәрҙең береһендә уның эшен ташлап баш ҡалаға массаж яһаусыға уҡырға китеүен ауылдағылар аңларға теләмәне.


– Барына шөкөр итеп кенә йәшә­мәй, нимә етмәй икән уға? – тип ғәжәпләнде берәүҙәр.
– Хәҙерге йәштәр анһатты ғына эҙләй, – тип һығымта яһаны икен­селәр.
Әммә өс бала үҫтергән ҡатындың ауылдан сығып китеүенең сәбәптәре бар ине шул. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙә­ренең күпме эш хаҡы алыуы һәр кемгә мәғлүм. Ике балаһын юғары уҡыу йортонда уҡытҡан ғаиләгә уның аҡсаһына йәшәү еңелдән түгел ине. Йәнә икенсе танышым Свердловск өлкәһенә күсеп китте.
Республикала хеҙмәткә һәләтле кешеләр кәмей, бәғзеләре иһә, көсө, дәрте ташып торһа ла, эшләргә теләмәй. Тап шуға ла Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һанын 40 меңгә йәки эшкә ярарҙай халыҡ нисбәтен 82,3 процентҡа еткереү маҡсатын ҡуя. “Башҡорт­останда 2025 йылға хеҙмәт ресурстарына идара итеү концепция”һында шул хаҡта әйтелә.
Концепция авторҙары эшсе ҡул­дарҙың кәмей барыуын, бары 2014 йылда ғына 36 мең самаһы кеше тәшкил итеүен билдәләй. 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре республикала халыҡтың шаҡтайы эш­ләргә теләмәүен күрһәтә. Мәҫәлән, пенсия йәшенә етмәгән ҡатындарҙың 60 проценты өйҙә ята, ә бит уларҙың 80 меңе һау-сәләмәт. 24 – 54 йәштәр­ҙәге гүзәл заттар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында (шул иҫәптән эш булмау­ҙан) үҙен тулыһынса хужалыҡтағы йорт-ҡура эштәренә йәки бала ҡарауға бағышларға хәл иткән. Ирҙәргә килгәндә, 20 – 59 йәштәрҙәге көслө заттарҙың 40 меңе, һау-сәләмәт булып та, уҡымаған, бер ҡайҙа ла эшләмәй, хеҙмәт урыны ла эҙләп ҡарамаған. Улар хатта шәхси хужалығында ла тир түкмәй.
Республикала, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, пенсионер­ҙарҙың иҡтисади һүлпәнлеге күҙәтелә. Был юҫыҡта илдә уртаса нисбәт 31,5 процент булһа, беҙҙә – 20 самаһы. Белгестәр быны эшкә урынлашты­рыу­ҙа йәштәргә өҫтөнлөк бирелеүе, халыҡтың ауылдарҙа күпләп йәшәүе һәм баҡсасылыҡта әүҙем шөғөлләнеүе менән аңлата.
Эшсе ҡулдарҙың етешмәүе кеше­ләрҙең бүтән төбәктәргә күсеүенә лә бәйле. Кемдер күберәк хеҙмәт хаҡы түләгән ергә китә, икенселәр башҡа сәбәптәр менән. Былтыр Башҡорт­останға 33,7 мең кеше килһә, 40 меңдән ашыуы ситкә киткән. Уларҙың 41 проценты – шәхси сәбәптәр, 21-е – эшкә урынлашыу, 18-е уҡырға инеү арҡаһында бүтән төбәктәргә юлланған. Улар башлыса – 15 – 34 йәштәрҙәге граждандар.
Концепция авторҙары эшһеҙлекте бөтөрөүҙе пенсионерҙарҙы, инвалид­тарҙы һәм бәлиғ булмаған балалары булған ҡатындарҙы эшкә йәлеп итеүҙә, шулай уҡ хеҙмәт ресурстары составының сифатын яҡшыртыуҙа күрә. Мәҫәлән, эшһеҙ халыҡты бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһенә әүҙемерәк йәлеп итеү күҙаллана. Тәү сиратта һүҙ ауылда йәшәүселәр хаҡында бара, сөнки күптәр үҙенең көнөн шәхси хужалығы ярҙамында күрә, уларға эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәк.
Эшкә һәләтле кешеләр кәмеүгә ҡарамаҫтан, Концепция авторҙары хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдарҙың етешмәүен билдәләй, ихтыяж менән эшсе көстәр тәҡдим итеү тигеҙһеҙлеге һаҡлана. Был күренештең сәбәбе – хеҙмәт хаҡының аҙлығы, эш шарт­тарының насар, кадрҙарҙың тәжрибә­һеҙлеге, халыҡтың хеҙмәт шарттарына тиҙ яраҡлаша алмауы…
Әлбиттә, Концепцияла халыҡты эшкә йәлеп итеү буйынса аныҡ саралар күрһәтелмәгән. Килеп тыуған мәсьәләләр адреслы программалар булдырыу юлы менән хәл ителәсәк. Мәҫәлән, республикала өсөнсө йыл аҙ килемле ғаиләләргә шәхси хужалығын алып барыу, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Әлегә был ярҙамдан өс мең ғаилә файҙаланған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 340

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090