Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әмәлһеҙ ғәмәл булмай
Әмәлһеҙ ғәмәл булмай Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Совхоз-колхоздар тарҡала, эш урындары юҡҡа сыға. Халыҡ үҙен диңгеҙ уртаһындағы утрауҙа тороп ҡалғандай хис итә: алда икһеҙ-сикһеҙ бушлыҡ, ә унан сығыу юлы бер кемгә лә билдәле түгел. Казанка ауылында йәшәгән Юрий Кузнецов тап ошо осорҙа фермерлыҡ хужалығын башлап ебәрә.


Үҙаллы хужалыҡ итеүҙең башында тороусыларҙың береһе ул. Яңылыҡҡа табан юл ярыу еңелдән бирелмәй. Ҡуйған маҡсатына табан ныҡышмалы барыусылар ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Башлаған эшен ярты юлда “минән булмай, килеп сыҡмай” тип ташлаусылар ҙа табыла. Елкәһе ҡалын булғандар ауырлыҡҡа биреш­мәй, ҡыйыу аҙымдар менән алға атлай.
Фермерлыҡ эшен башлап ебәргәндә Кузнецовтарҙың ни бары бер нисә баш һауын һыйыры иҫәпләнә, артабан үрсем алына, аҙбар-ҡураһы кәрәк була. Ярай, йәйгеһен мал көтөүлектә йөрөй, ә ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙығын хәстәрләү зарур. Һәр хәлдә, елкәһе соҡор кешенең эше түгел был. Билеңде биштән быуып, хәлең ҡалмағанда ла турайырға мәжбүр иткән ауыр крәҫтиән хеҙмәте. Уны бары тик ауылға ерегеп, мал йәнле булғанда ғына йырып сығырға мөмкиндер. Үҙҙәре һыҙған тура юлдан тайпылмай улар. Ҡатыны Людмила Алексеевна уҡытырға ла, һыйыр һауырға ла өлгөрә. Улдары Дмитрий иһә кескәйҙән атаһы янында йөрөп, хеҙмәттең нескәлектәренә төшөнә. Тора-бара ул да яҙмышын ауыл тормошо менән бәйләй. Бөгөн ул атаһының терәк-таянысы, ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнгән. Йәштәр ҙур итеп йорт һалып сыҡҡан, өс ул тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны Наташа менән сауҙа өлкәһен үҙләштерәләр, бере­һе бухгалтер булһа, икенсеһе – водитель дә, администратор ҙа, тигәндәй. Ғаилә бизнесын бергә тартҡанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин икәнлеген аңлап эшләйҙәр.
Ғаиләлә хеҙмәт бүленеше юҡ, барыһын да бергә алып баралар. Районда тәүгеләр­ҙән булып йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса республика грантын алыуға өлгәшкәндәр. Урыҫ тоҡомло эш аттарын Ырымбур яҡтарынан барып алғандар. Хужалыҡта ер ҙә эшкәртәләр, бөртөклө культуралар, күп йыллыҡ үләндәр ҙә сәсәләр, техникаға ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр.
Ер кешеһе, ауыл уңған­дары…
Уларҙың дәртлелеге, матур йәшәргә ынтылыуы, илһө­йәрлеге төпкөл ауылдарға йәм өҫтәй, усаҡтарҙы һүндер­мәй һаҡлай.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494