Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етештерәбеҙ. Хәҙер һатырға өйрәнергә кәрәк
Етештерәбеҙ. Хәҙер һатырға өйрәнергә кәрәкБашҡортостан ауыл хужалығы тармағы буйынса Рәсәйҙәге иң алдынғы төбәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә (таблицаны ҡарағыҙ). Былтыр ҙа республикала Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше, дөйөм алғанда, уңышлы барҙы. Бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой аграр өлкә вәкилдәрен, хәҙерге иҡтисади шарттарҙа артабанғы үҫеш мөмкинлектәре бармы?


Был программа республикабыҙ Хөкүмәте менән Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы бара. Уны тормошҡа ашырыуға туғыҙ миллиард һум аҡса бүленде. Ошо документтар маҡсат итеп ҡуйған 119 күрһәткестең 62-һе үтәлгән дә инде. Маҡсаттар, әлбиттә, иҡтисади көрсөккә тиклем үк билдәләнгәйне. Бөгөн уларҙы тулыһынса үтәү ауырлаша, сөнки шул арауыҡта кредит ставкалары – ике тапҡырға, ә ресурстар хаҡы бер ярым тапҡырға үҫте.
Шулай ҙа Башҡортостан ауыл хужалығы буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге исемлегенән төшмәй. Республика иген, һөт, һыйыр ите һәм бәрәңге менән үҙ-үҙен тулыһынса тәьмин итә. 2014 йыл менән сағыштырғанда, аграр өлкә 2,3 процентҡа ғына булһа ла үҫеш кисерҙе. Үҫемлекселек тар­маҡтары хатта пландағы 4,5 процент урынына 7,3 процентҡа күтәрелде. Хатта тәбиғәт бәлә-ҡазаһы арҡаһында меңдәрсә гектар ерҙәге сәсеүлектәрҙең юҡҡа сығыуы һәм һөҙөмтәлә ауыл хужалығына 200 миллион һум самаһы зыян килеүе лә ошо күрһәткесте түбәнәйтә алманы.
Кем иҡтисади көрсөккә һылтанмай, ситтән ярҙам көтөп ултырмай, улар үҫешкә өлгәшә: республикалағы эре һәм уртаса ҙурлыҡтағы ауыл хужалығы ойошмаларының 93 проценты уҙған йылды табышлы тамамланы. Төшөм булғас, эш хаҡы ла арыу ғына эләгергә тейеш кеүек, ғәмәлдә ул төрлө төбәктәрҙә төрлөсә: Өфө районындағы агросәнәғәт комплексында былтыр уртаса хеҙмәт хаҡы 14 мең һум тәшкил итһә, Асҡын районында туғыҙ мең һум ғына булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо күрһәткес ете мең һумдан да артмаған райондар бар.
Хеҙмәт һөҙөмтәләренә ҡарата дәртләндереү шулай әллә ни юғары булмаған шартта ла уҙған йыл Башҡортостанда байтаҡ ҡына яңы етештереү биналары төҙөлдө, һөҙөмтәлә 290 өҫтәмә эш урыны барлыҡҡа килде.Етештерәбеҙ. Хәҙер һатырға өйрәнергә кәрәк
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында “Башҡор­тостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһын, сеймалын һәм аҙыҡ-түлек һатыу баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһының 2015 йылда нисек үтәлеүе тураһында сығыш яһағайны. Әле килтерелгән мәғлүмәттәр тап ошо телмәрҙән алынды ла инде. Ләкин министр һөйләгәндән һуң депутаттарҙың уға һорауы ла күп булды. Был аңлашыла ла: аграр тармаҡ үҙе үк күп көс һалыуҙы һәм хатта байтаҡ йүнәлештәрҙе ҡайтанан тергеҙеүҙе талап иткән ҡатмарлы өлкә булһа, беҙҙең һауа торошо тыуҙырған көйһөҙ шарттар ундағы бер генә мәсьәләне лә еңел генә хәл итергә бирмәй.
– Башҡортостанда бик күп төр ауыл хужалығы продукцияһы үҫтерелә, ләкин кибеткә инһәң, башлыса сит төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлекте күрә­һең. Ни сәбәпле шундай хәл барлыҡҡа килә һуң? – тине депутат Заһир Хәкимов.
– Йыйылған уңышты һатыу иң ҙур проблема булып тора, – тине министр был һорауға яуаплап. – Был бигерәк тә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға хас: республикала етештерелгән һөттөң, мәҫәлән, 40 процентын, ә йәшелсә-емештең хатта 95-98 процентын улар бирә, әммә үҙ продукцияһын һатыуҙа даими ҡыйынлыҡ кисерә. Был проблеманы хәл итеүҙең юлы берәү генә – ауыл хужалығында кооперацияны үҫтереү.
– Һуңғы ике йылда ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу кәмене. Министрлыҡ был йүнәлеште әүҙемләштереү өсөн ниндәй саралар күрә? – тигән һорау бирҙе Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты ағзаһы Сергей Павлов.
– Был йәһәттән саралар күрелә, – тине Николай Коваленко. – Бынан биш йыл элек бер комбайнға уртаса 520 гектар эш күләме тура килһә, хәҙер ул 470 – 480 гектар тәшкил итә, тракторҙарҙың уртаса йәше 13 – 15 йыл булһа, хәҙер 10 – 11 йылдан артмай. Әлбиттә, күрһәткестәрҙе артабан яҡшыртыу өҫтөндә лә ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Ләкин, һеҙ беләһегеҙ, иҡтисади көрсөк шарттарында техникаға хаҡ арта бара. Ауыл хужалығы машиналарын яңыртыу буйынса беҙҙең республика программаһы үтәлеүҙән туҡтағаны юҡ, федераль кимәлдә лә ярҙамдан өҙмәйҙәр. Тимәк, аҡрынлап булһа ла эш дауам итә.
– Бер тәбиғәт һыҙатында урынлашһаҡ та, беҙ ҡайһы бер аграр йүнәлештәрҙә, мәҫәлән – һыйырҙарҙың продуктлылығы буйынса – күрше Татарстан, Удмуртия республикаларынан артта ҡалабыҙ. Хәлде яҡшыртыу буйынса нимәләр эшләнә? – Был һорауҙы депутат Альберт Ишмөхәмәтов бирҙе.
– Һыйырҙарҙың продукт­лылығын арттырыуҙы ауыл хужалығындағы төп фактор тип ҡарайбыҙ, – тине министр. – Былтыр малсылыҡ тармағыбыҙ был күрһәткесте дүрт мең килограмдан арттырып ебәрҙе, йәғни унан алдағы йыл менән сағыштырғанда үҫеш 12 процент тәшкил итте. Малсылыҡ биналарын заманса үҙгәртеп ҡороу, мал аҙығының сифатын яҡшыртыу, тоҡомсолоҡ һәм яһалма ҡасырыу эштәрен даими контролдә тотабыҙ, тимәк, киләһе йылдарҙа продуктлылыҡ күрһәткесе яҡшыра ғына барыр тип ышанам.
– Фәндең ауыл хужалығын үҫтереүҙәге өлөшөнә ниндәй баһа бирер инегеҙ? – тип һораны депутат Рәмил Бигнов.
– Һыйырҙарҙың продукт­лылығын күтәреү буйынса әле мин әйтеп үткән уңышыбыҙ – нигеҙҙә, фән ҡаҙанышы, – тине республиканың ауыл хужалығы министры. – Үҫемлекселектә был тәңгәлдә яңы сорттар һәм гибридтарҙы атап үтергә була, уларҙы ҡулланыу тәүге йылда уҡ һөҙөмтәне һиҙелерлек яҡшырта. Минераль ашламаға хаҡ артҡан шарттарҙа күп кенә хужалыҡтар, фән тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, биологик өҫтәмәләр ҡуллана башланы. Был ысул отошло, уңышҡа ыңғай йоғонто яһай. Ойоштороу эштәренә сығымды кәметеү мәсьәләһендә лә фәндең ярҙамын тоябыҙ. Яңыраҡ, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университеты Белоруссиялағы хеҙмәттәштәре менән берлектә машина-трактор паркын хеҙмәт­ләндереүҙәге сығымды кәметеү юлдарын тапты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090