Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күсле кәсеп – көслө кәсеп, елкәң генә етһен
Күсле кәсеп – көслө кәсеп, елкәң генә етһен…Ике һуҡмаҡты хәтерләткән машина юлы урман эсенә инеп юғала ла ҙур түңәрәккә оҡшаш яланға килеп сыға. Был “утрау” – икенсе бер донъя ул. Бында техника гөрләгән, музыка уйнаған, сыбыртҡы шартлаған да тауыш юҡ… ә йәшәйеш һиҙелә! 300-ләп йорттары бар әлеге донъяның, халҡы аҙ түгел – меңдәр менән иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк, бик тырыштар үҙҙәре, көндәре эш менән үтә. Иртә таңдан кискә тиклем уратып алған йүкә урманынан, сәскәләрҙән һут ташый улар, бала сығара.
Аталы-уллы Илшат менән Айнур Ишмөхәмәтовтарҙың да көндәре ошо донъяла үтә: умарта таҙартырға, айырылған күстәрҙе ултыртырға, балауыҙ ҡуйырға һәм башҡа бихисап бурысты башҡарырға кәрәк. Ҡайһы берҙә уҫаллашыуҙы иҫәпкә алмағанда, бындағы халыҡ ҡурсалаусы “алпамышаларҙы” ярата, шуға тәмле һәм файҙалы ризыҡтары менән ихлас бүлешә.


Ауыл хужалығына “йәшел ут” тоҡанды. Әммә был аҡсаны көрәп эшләйем тигәнде аңлатмай әле. Үҙебеҙҙә лә үҫтерә алған осһоҙ сит ил йәшелсә-емештәре, ит ризығы магазин кәштәләрен һаман да биләй бирә. Уның ҡарауы, беҙҙең ерлеккә генә хас табышлы күренештәр ҙә юҡ түгел. Башҡорт балының даны, мәҫәлән, күптән ҡитға сик­тәренән ашты, һәм, әйтергә кәрәк, күптәр, ошо күренеште үҙ ыңғайына ҡайырып, уңышлы эшләп килә. Бындай хәлде, мәҫәлән, Ишембай районында күҙәтергә мөмкин. Әйтелгәнде дәлилләп, шуныһын билдәләргә була: районда йәмғеһе 10 меңдән ашыу күс иҫәпләнә, умартасылыҡ менән 650-гә яҡын кеше (шәхси хужалыҡтар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бергә) шөғөллә­нә, 36-һы ошо шөғөл өсөн ҡуртымға урман алған. Былтыр йәрминкәләрҙә генә ете тоннаға яҡын бал һатылған. Әлбиттә, бында “үҙе өсөн” умарта тотҡандар күҙ уңында тотолмай. Хәйер, уларҙы ла бал ярҙамында донъя көтә тип фаразларға мөмкиндер.
Умарта менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҙа етерлек: Ишембай районы ерҙәренең 67 процентын урман ҡаплаған. Уны башлыса йүкә тәшкил итә (107 мең гектар). Тимәк, йүкә балы хаҡында кинәнеп һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бынан тыш, төрлө сәскәгә бай ялан-ҡырҙар ҙа ҡулайлы. Тәбиғәт тарафынан ғына түгел, район етәкселеге яғынан да шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, яңыраҡ үткән район умартасылары семинары иғтибарға лайыҡ. Унда ҡатнашыусылар республика­ның төп умартасыһы Әмир Ишемғоловтан тармаҡ үҙенсә­лектәре буйынса һабаҡ алды, умарталарҙы юлда йөрөтөү буйынса мәғлүмәт тупланы, “ҡуртымға нисек урман алырға?” тигән һорауға яуап тапты. Иң мөһиме — был семинарҙың эш һөҙөмтәһе булып районда умартасылар ассоциацияһы төҙөлдө. Тимәк, хәҙер төрлө ярҙам алыу, конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса ла фекер алышырға була. Нисек кенә булмаһын, умартасылыҡ иң табышлы тармаҡтарҙың береһе булып ҡала районда.
Был һүҙҙәрҙе Көҙән ауылынан башта телгә алып киткән Ишмөхәмәтовтар ҙа дәлилләй:
— Ҙур ғаиләмдең бар килеме бал ҡорттарында, — ти 30 йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Илшат ағай.
Башта ул колхоз умарталы­ғында тәжрибә туплаған, хужалыҡ тарҡалғас, урындағы абруйлы эшҡыуар Геннадий Лейтерҙың умарталарын ҡарай. Бер юлы үҙенең күстәрен дә арттыра. Бөгөн ике хужаға йәмғеһе 300 баш умарта иҫәпләнә.
— Ҡорттар безелдәгәнен, һанду­ғастар һайрағанын тың­лап, эшләп тик йөрөйбөҙ. Был донъя мәшәҡәтле, әммә кинәнесле, — тип ҡәнәғәтлек белдерә Ишмөхәмәтовтар.
Умарта тигәс, әлбиттә, бер бал менән сауҙа итеү тураһында ғына һүҙ бармай. Яҙын – тотош умарталар, йәйен ҡорт айырған ваҡытта күстәр ҙә һата умартасы (йәнә ярайһы ғына табышлы шөғөл). Был йәһәттән шуны билдәләргә кәрәк: Илшат ағайҙан алған умарталар һәр ерҙә лә берегеп китә икән, ултыртҡан йылында уҡ мул табыш бирә, сөнки хужа тауарын еренә еткереп тапшыра. Һатыуға эшкә әҙер ҙур ғаиләләр генә сығарыла.
— Ҡорттар менән кешеләр араһында ла, кешеләр менән кешеләр араһында ла ғәҙел мөнәсәбәт яҡлымын, — ти умар­тасы Ишмөхә­мәтов. — Алдап-йолдап, йүнһеҙ күстәр һатмайым, үҙебеҙҙең (урын­дағы) ҡорттарҙы ғына тотам, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ сәскә балын йүкәнеке тип тә шаштырмайым, өлгөрмәгән балды ҡыҫтамайым.
Шуғалырмы тирә-яҡтағы умартасылар Ишмөхәмәтов­тарҙың тупһаһын яҙ-йәй һайын тапап тора, балды ла бер үк кешеләр йыл да килеп алып бөтә. Хатта бая әйткән ҡитға сиктәре тураһында уйланаһы ла түгел, йәмәғәт. Ә бит, өҫтәрәк телгә алып ки­теүебеҙсә, умарталыҡта күстәр аҙ түгел, уңышлы йылдарҙа бал бигерәк тә мул төшә. Шуға ҡарамаҫтан ул һатып бөтөлә.
Әлбиттә, шәкәр ҡай­натмаһын бал тип һатып йөрөүселәр ҙә юҡ түгел, иҫкергән “балды кисә генә айырттыҡ” тип алдаусылар ҙа етерлек. Шулай ҙа бал барыбер сифат талап итә. Ә өҫтәлгә тәмле һәм файҙалы ризыҡ килеп ултырһын өсөн күпме тир түгергә кәрәк. Бал ҡыуыу бер, бал ҡортон балалай ҡарау фарыз.
Бындай шөғөлдө, миңә ҡалһа, Ишмөхәмәтовтар һымаҡ бал ҡорто йәнлеләр генә башҡарырға һәләтле. Улай ҙа булмай, әле сәңгелдәктә килеш ошо умарталыҡта безелдәүек­тәрҙе күҙәтеп ятҡан Айнур, атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, ана нисек тырыша! Иртә таңдан кискә тиклем умарта ҡарай. 22 йәшлек кенә егет Башҡорт дәүләт аграр университетында умартасылыҡ буйынса махсус белем дә алып өлгөргән, хәрби бурысын да үтәп ҡайтҡан, күптән түгел өйләнгән дә. Был йәһәттән мәсьәләне икенсе яҡлап ҡапшау ҙа отошло: ауылда эш юҡ, йәштәр ҡалаға китә, тип ҡайғырабыҙ. Ә ошо ваҡытта, ана, Көҙән ауылында өр-яңы ғаилә тыуған, ҡатыны мәктәптә уҡытһа, ғаилә башлығы ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдән табыш юллай.
Эйе, нисек кенә ҡарама, умартасы­лыҡ менән шөғөл­ләнеү бар ятҡан да отошло, тик үҙең дә бал ҡортолай тырыш, ғәҙел һәм ошо донъяға ғашиҡ булыу ғына фарыз…


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.
Фото: Автор фотоһы.
Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090