Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер уңғанды ярата
Ташбулат ауылы уҙаманы Шамил Ғайсин донъялар үҙгәрер ҙә күпләп мал аҫрармын тип һис уйламағандыр. Йәш ғаиләлә килеп тыуған матди ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн нимәнелер үҙгәртергә кәрәклегенә 2000 йылда төшөнә. 70 гектар ерҙе ҡуртымға алып, эшкә тотона. Ер уңғандарҙы, әсе тир түккәндәрҙе, үҙен ихтирам иткәндәрҙе генә үҙ иткәнен аңлай.


Был ваҡытта уның “Т-40” тракторы ғына була. Дәүләттән аҙ процентлы кредит юллап, йәнә тракторҙар, тағылма әйберҙәр преслау ҡорамалы, урғыс алып, ярайһы уҡ килемгә эйә булыуға өлгәшә. “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың” тигән игенсе мәҡәленә тоғро ҡалып, ҡояш менән бергә тороп, һабантурғайҙар менән бергә ҡыуана-ҡыуана ер ҡуйынына арпа-һоло ор­лоҡтарын һирпә. Уларҙы ҡыуандырып, тиҙҙән тигеҙ рәттәрҙә йәшел үҫентеләр ҙә күренә. Ауыр­лыҡтан ҡурҡ­маған фермер малсылыҡты ла арттыра, ишәйтә. Утыҙ баш һыйыр малы һәм һарыҡ аҫрай. Техника ярҙамында етерлек бесән әҙерләнгәс, ниңә арттыр­маҫҡа?! Мал тотмаған ауылдаштары, Белорет йәрмин­кәләрендә уның тауарына мохтаждар күп. Арпа-һоло ярмаһы, хуш еҫле бесән менән туҡланған малдың ите экологик яҡтан таҙа һәм туҡлыҡлы була, шунда уҡ һатылып та бөтә. Шулай уҡ Әбйәлил урман хужалығы аукционында диләнкә ала һәм халыҡты йылдың-йылы утын менән тәьмин итә. Фермер хужа­лығында өс эшсән эшләй, законлы рәүештә хеҙмәт хаҡын ала, Пенсия фондына страховка өлөшөн, шулай уҡ дәүләткә тейешле иғәнәһен дә түләй.
Һәр кемгә иғтибарлы Шамилды ауылдаштары дүрт йыл рәттән ауыл Советына депутат итеп һайлап, уға ышаныс күрһәтеп яңылышмай. Халыҡ күрһә, үтә күрә тигәндәй, башҡа депутаттарға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Үҙе диндар, Ташбулат мәсете имамына бура, зыяратын кәртәләргә ҡарағай, ололар көнөндә өлкәндәрҙе утын алып биреп тә ҡыуандыра, тирә-яҡты ла таҙалыҡта-тәртиптә тота… Халҡым, ерем-һыуым, төйәгем, тип йәшәгән депутат һәр саҡ халҡы араһында, әүҙем йәмәғәтсе ул.
Аңлайышһыҙ ауыр 90-сы йылдар артта ҡалды. Ниндәй генә осорҙа йәшәмә, тырыштар-ныҡыштар ғына килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға үҙендә көс табыр һәм маҡсатына өлгәшер тигән тәғлимәт һәр кемдең мейеһенә әллә ҡасан уҡ һалынған. Тап шундайҙарҙың береһе – Ташбулат ауылы фермеры Шамил Ғайсин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487