Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кесерткәнде аш итһәң...
Көнбайыш Европа илдәрендә кесерткәнде мал аҙығы итеү өсөн үҫтерәләр. Файҙалы матдәләргә бай үләндән үҙенсәлекле үлән оно етештерелә. Йәнә төбәктә йәшелсә булараҡ уның яңы сорттары сығарылған.

Кесерткәнде аҡһымлы-витаминлы ҡушылмалар әҙерләгәндә файҙаланалар. Ә йәшелсә өсөн тәҡдим ителгәненең йәш үҫентеләрен брикетлап туңдыралар йәки шпинатҡа ҡушалар. Шулай уҡ уны төрлө блюдоларға өҫтәү өсөн киптереп, витаминлы порошок яһайҙар.
Рәсәйҙә был йәһәттән хәлдәр нисек һуң? Беҙҙә әлегә мал-тыуар өсөн бер генә сорт бар – ул Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында сығарылған. Йәшелсә сорттары юҡ. Бер ҡараһаң, кәрәк тә түгел. Ул сәсмәгән килеш тә бөтә урындарҙа үҫә.
Кесерткән, даими сабып алып торһаң, йәш үҫентеләр ебәрә. Щи әҙерләгәндә уны рәхим итеп ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, ҡуҙғалаҡ менән бергә консерваларға була.

Банк фәҡирлеккә ҡаршы

Ҡытайҙың Ауыл хужалығын үҫтереү банкы алдағы биш йылда фәҡирлеккә ҡаршы көрәшкә өс триллион юань (460 миллиард доллар) бүлеүҙе күҙаллай.

Ил етәкселеге 2020 йылға ҡәҙәр 70 миллион кешене ярлылыҡтан ҡотҡармаҡсы. 2014 йыл аҙағында ауылдарҙа 70,17 миллион ҡытай фәҡирлеҡ сигендә көн күргән. Уларҙың йыллыҡ килеме 376 доллар тәшкил итә.
Бүленгән аҡсаның бер өлөшө туризм, мәғариф программаларын кредитлауға, иген культуралары етештереүселәргә ярҙамға, ауыл ерҙәрендә инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
Ҡытайҙың Ауыл хужалығын үҫтереү банкы аграр өлкәләге дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу өсөн дә яуаплы.

Көнбағыш майы
көньяҡҡа “аға”


Ҡытайҙар Рәсәйҙән көнбағыш майы һатып алыу күләмен арттырғандан-арттыра.

Мәҫәлән, 2015 йылдың сентябренән быйыл апрелгә ҡәҙәр был илгә 100 мең тонна үҫемлек майы оҙатылған. Ә былтырғы миҙгелдә күрһәткес ни бары 23 мең тонна тәшкил иткән. “СовЭкон” аналитик үҙәге мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, беҙҙән көнбағыш майы һатып алыу буйынса Ҡытай Төркиә менән Мысырҙан ҡала өсөнсө урынды биләй.

Робот-көтөүсе

Австралияның Сидней университетында мал көтөү өсөн робот уйлап тапҡандар. Ул болонда һыйырҙарға, һарыҡтарға күҙ-ҡолаҡ була ала, хатта уларҙың дөрөҫ туҡланыуын, һаулығын да тикшереп торасаҡ.

Тиҙҙән илдә был “көтөүсе”ләргә һынау уҙғарыла. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғалимдар, кәрәк булһа, ҡорамалдарҙы камиллаштырыу сараһын күрәсәк.
Әлбиттә, урындағы фермерҙарға был роботтар ҡый үләндәренә ҡаршы ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән. Улар түтәлдәге үҫентене сүптән таҙалай, ти. Һөҙөмтәлә фермерға гербицид ҡулланмайынса экологик йәһәттән таҙа йәшелсә үҫтереү мөмкинлеге тыуа.

Һөт арта

Быйылғы ғинуар-апрелдә Рәсәйҙең ауыл хужалығы ойошмалары араһында (фермерҙар, шәхси хужалыҡтар инмәй) һөт етештереү күләме, 145,4 мең тоннаға артып (былтырғы ошо осорҙағынан 3,1 процентҡа күберәк), 4,9 миллион тонна тәшкил иткән.

Юғары артым Воронеж, Кемерово өлкәләрендә, Краснодар крайында, Татарстан, Башҡортостан, Удмурт республикаларында күҙәтелә. Ә Ҡабарҙа-Балҡар республикаһында, Омск, Ырымбур, Пенза өлкәләрендә һауым күләме кәмегән.

Файҙаһы бар

Рәсәйгә сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү ыңғай һөҙөмтә бирә, ти белгестәр.

Әлбиттә, был юҫыҡта хәл итәһе мәсьәләләр, проблемалар етерлек. Шулай ҙа тикшереүселәр, Рәсәйҙең алдынғы агрохужалыҡтар етәкселәре 2015 йылдың тармаҡ өсөн һуңғы биш йыл араһынан иң уңышлыһы булыуын иҫбатлай.
Компанияларҙың өстән бер өлөшө сәсеүлек майҙандарын киңәйткән, хужалыҡтарҙың 96 проценты уңыштың артыуына ышана, 86 проценты быйылғы һөҙөмтәләр буйынса табыштың үҫеүенә иҫәп тота. Шулай уҡ фермерҙарҙың 71 проценты кредит хеҙмәтен даими файҙалана, ә 20 проценты уларҙың күләмен арттырырға йыйына. Һорау алыуҙа Рәсәйҙең 32 төбәгенән 100 эре агрохужалыҡ етәкселәре ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, уңышты һандар ғына түгел, ысынбарлыҡтағы һөҙөмтәләр ҙә күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр сыр етештереү – 581 мең тоннаға, ә һыйыр майы 260 мең тоннаға еткән. Хәҙер Рәсәй был күрһәткестәр буйынса донъяла өсөнсө һәм бишенсе урындарҙы биләй. Шулай уҡ тәүге кварталда һөт аҙыҡтарын экспортҡа оҙатыу күләме артҡан. Ул 175 мең тонна тәшкил иткән, йәғни 29 процентҡа үҫкән. Һөҙөмтәлә күптән түгел генә беҙгә һөт һатып, шаҡтай табыш алған күршеләребеҙ ярайһы уҡ юғалтыуҙар кисерә. Ошо көндәрҙә генә Финляндияның көньяғындағы Тампер ҡалаһында завод ябылған.

Ял көндәре билдәләнде

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2017 йылда байрам көндәрендә ял итеү проектын әҙерләне. Проект авторҙары шәмбе һәм йәкшәмбегә йәнә 27 ял көнө өҫтәлеүен билдәләй.

Әлбиттә, улар араһынан иң оҙайлыһы Яңы йыл каникулы – 31 декабрҙән 8 ғинуарға ҡәҙәр. 2017 йылдан декабрҙең һуңғы көнө рәсми рәүештә ял көнө буласаҡ. Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 23 – 26 февралдә (кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе) һәм Еңеү көнөндә дүрт көн (6 – 9 май) байрам көтөлә. Артабан Яҙ һәм хеҙмәт байрамында, июндә – Рәсәй, ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көндәрендә Рәсәй граждандары өс көн ял итә. Ә бына Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө шаршамбыға тура килеп, бер көн генә ял итеү мөмкинлеген бирә.

В. ИСХАҠОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500