Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыш-биреш йылдамлашты
Рәсәй иҡтисади йәһәттән үҫешкән бихисап ил менән хеҙмәттәшлекте нығыта. Айырыуса Ҡытай менән үҙ-ара алыш-биреш йылдамлашты, сәнәғәт, туризм тармаҡтарына, гуманитар өлкәгә айырыуса иғтибар бүленә.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров етәкселегендәге делегация ошо көндәрҙә Ҡытай Халыҡ Республикаһына эшлекле сәфәр ҡылды. Аньхой провинцияһындағы Хэфэй һәм Хуаншань ҡалаларында урындағы етәкселек менән осрашыу юғары кимәлдә ойошторолдо. Бынан тыш, 24 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Шанхай ҡалаһы ҡыҙыҡһындырҙы ҡунаҡтарҙы. Унда ла аралашыу йәнле барҙы.






Заманса ҡараш

Башҡортостан һәр тармаҡ буйынса ла үҫеш кисерә. Мәҫәлән, былтырғы һөҙөмтәләр буйынса бюджет аҡсаһын иҫәпкә алмайынса, төп капиталға инвестиция күләме 293,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был элгәрге йылдыҡы менән сағыштырғанда 2,8 процентҡа күберәк тигән һүҙ.

Әйткәндәй, һуңғы ике йылда дөйөм күләме 47 миллиард һумлыҡ 18 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Шул иғтибарға лайыҡ: өс мең тирәһе яңы эш урыны асылған. Быйыл иһә тағы ла ете проект буйынса һөйләшеүҙәр бара (48 миллиард һумлыҡ). Уларҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә бер мең кешегә яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Бөгөн республикабыҙҙа импортҡа алмаш булдырыу тәңгәлендә агросәнәғәт һәм нефть химияһы өлкәһендә эштәр уңышлы дауам итә. Мәҫәлән, Благовар районында заманса сусҡасылыҡ комплексы файҙаланыуға тапшырылған, “Башҡорт бройлеры” компанияһы Әлшәй районында ҡошсолоҡ комплексының беренсе этабын тамамлаған. Бынан тыш, Салауат ҡалаһында акрил кислотаһы етештереү комплексы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.
Беҙҙә инициативалы эшҡыуарҙарҙың күплеге ҡыуандыра. Улар юғары технологиялы етештереүҙе әүҙемләштерә һәм яңы эш урындары булдырыуға тос өлөш индерә.







Төнгө... эшҡыуарлыҡ

Өфөлә “Эшҡыуарлыҡ төнө”нөң үтеүе күптәр өсөн яңылыҡ булды.


Сара яңы ғына эшен асҡан тәүәккәлдәрҙе күберәк йәлеп итте үҙенә. Кемдәрҙер оҫталыҡ дәресен тыңланы, икенселәр тренинг үтте, төрлө шөғөл менән бәйле уйындар ҙа ойошторолдо. Ҡайһы йүнәлеште һайларға, уны нисек итеп өҙмәйенсә алып барырға, хаталарҙы булдырмау юлдары бармы – ошо һәм бүтән мәсьәләләр тураһында һөйләшеү булды.
– “Эшҡыуарлыҡ төнө” проектында ҡатнашыусыларға өр-яңы мөмкинлектәр асыласаҡ, – тине Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Айнур Саманов. – Уңғандарға – көн ҡыҫҡа, ялҡауҙарға – төн ҡыҫҡа, тиҙәр. Ысынында дәрт-дарманы ташып торған егет һәм ҡыҙҙар бихисап, уларға ни бары йүнәлеш бирергә кәрәк.





Күмертау өлгө күрһәтә

Күмертауҙа ил әһәмиәтендәге саралар йыш үткәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел ҡалала Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап ҙур тантана ойошторолдо.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вадим Үтәшевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала хакимиәтенә быйыл эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн яҡынса йөҙ миллион һум аҡса бүленеүен ишетеү бигерәк тә шатлыҡлы. Төҙөлөш, сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе йүнәлештәренә күптәр тотонған, үҙ сиратында йөҙҙәрсә кеше эш урыны тапҡан. Шуныһын билдәләргә кәрәк: күмертауҙар был йәһәттән илдә Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша.
Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Беляев йүнселдәр араһынан иң-иңдәрҙе ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.





“Етди мәсьәләләр тикшерелһен ине...”


Фәйрүз ИРКӘБАЕВ,
элекке шәхси эшҡыуар:


– Июнь баштарында Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында һәм Сибай ҡалаһында эшҡыуарлыҡҡа бәйле күләмле сара буласағы тураһында радионан ишетеп, матбуғаттан уҡып, бик ҡыуандым һәм төрлө уйҙарға сумдым. Үҙем хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтмәһәм, фекерем китек булыр һымаҡ. Тыумышым менән Баймаҡ районынанмын, әммә яҙмыш елдәре башта Сибайға, унан Әбйәлил тарафтарына илтте. Тәүҙә ауыл хужалығы, аҙаҡтан ағас эшкәртеү буйынса кәсеп йәйелдергәйнем, төҙөлөштә лә бизнес алып барҙым. Әле уларҙың береһе лә юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, чиновниктарҙың тупһаһын тапап, арманһыҙ булдым, етмәһә, һуңғы йылдарҙа һалымды шаҡарып алалар. Ҡайһы эшҡыуар “минус”ҡа эшләргә теләһен? Тир түгәһең икән, уның татлы емештәренән дә ауыҙ итке килә.
Бынан бер нисә йыл элек Сибайҙан Асҡарға туранан юл һалып, ҡайһылай һәйбәт иттеләр! Көньяҡ Урал халҡының етәкселеккә рәхмәте сикһеҙ. 80 саҡрым ара нимә инде ул, бер сәғәт тә үтмәҫ, теләгән ереңә барып та етәһең. Ләкин бөтә ерҙә лә юл шыма һалынмаған, шоссейканан барыу бигерәк тә өлкәндәр өсөн яфа. Ҡасан асфальт түшәрҙәр был араға? Был турала сибайҙарға ла, әбйәлилдәргә лә күп мөрәжәғәт иттем – файҙаһыҙ. Юл мәсьәләһе лә тикшерелһен ине әлеге форумда. Шуны берәй алдынғы ҡарашлы эшҡыуарға бурыс итеп йөкмәтһәләр, шәп буласаҡ бит! Иманым камил, беҙҙең яҡтарҙа бөтә шәхси эшҡыуарҙар ҙа һүҙендә тора. Форумдың исеме лә ылыҡтырғыс – “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары 2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып тормошҡа ашырылыуға тиклем” тип атала. Эйе, идеяны йәмәғәтселеккә еткерергә кәрәк, ә уны тормошҡа ашырыусы барыбер табылыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090