Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фабрика ауылда? Эйе, ауылда!..
Фабрика ауылда? Эйе, ауылда!.. Туймазы районында эшҡыуар­лыҡты үѕтереү программаһын тормошҡа ашырыуға, инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙы­рыуға ҙур әһәмиәт бирелә. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ бизнесын ауыл ерендә йәйелдереүселәр ҙә етерлек.


Төмәнәк ауылында бер нисә йыл элек асылған “РиаПласт” йәмғиәтенең йылдам үѕеш юлына баѕыуына, хәҙер был заманса предприятиела һөнәрле ҡатын-ҡыҙ өсөн тиѕтәләгән эш урыны булдырылыуына ошо төбәктә көн күргән халыҡ һөйөнөп бөтә алмай.
Әлбиттә, ауыл ерендә яңы сәнәғәт тармағының, яңы технологияларға нигеҙләнгән етештереү ҡеүәттәренең барлыҡҡа килеүе бик тә хуп. Төмәнәктә булғанда шул предприятие һәм уның коллективы менән танышыу беҙҙә лә яҡшы тәьѕораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәш инвестор, әле өс тиѕ­тәһен дә тултырмаған Ринат Шәйҙуллин етәкләй. Директорҙың бизнес тулҡынында нисек “йөҙөүе” тураһында һөйләүе беҙҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фабрика ауылда? Эйе, ауылда!..– Өфө дәүләт нефть техник универ­ситетын тамамлағандан һуң Туймазы ҡалаһындағы туҡылмаған материалдар етештереүсе фабрикала, шуның базаһында ойошторолған “Политар” йәмғиәтендә эшләнем, – тине ул. – Шунан бирле эшҡыуарлыҡтан айырылғаным юҡ. Ләкин баҙар иҡтисады шарттарында алға ҡарап йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Маркетинг тикшеренеүҙәре үткәргәндән, йәғни ҡулланыу баҙарын ныҡлап өйрәнгәндән һуң миндә шундай идея тыуҙы: ниңә үҙебеҙҙә полипропилен етештереүгә тотоноп ҡарамаѕҡа? Сөнки хәҙер төҙөлөш һәм химия индустрияһы тармағындағы ҙур предприятиелар автоматлаштырылған тейәү-бушатыу линиялары өсөн 500, 1000, 2000 килограмм һыйҙырышлы йомшаҡ контейнерҙар ҡулланыуға күсте. Продукцияны тимер юл транспорты менән оҙатҡанда был улар өсөн күпкә отошлораҡ. Тейешле йыһаздарын һатып алып, беҙ бер нисә йыл элек тәүге тегеүле контейнерҙарҙы сығара башланыҡ. Тик яңы производство өсөн база кәрәк ине. Туймазының үҙендә эҙләп ҡараныҡ, ләкин хаҡтарын 4 миллион һумдан төшөрөргә теләмәнеләр. Шунан үҙем тыуып үѕкән Төмәнәк ауылына ҡайтырға булдым. Беҙҙең бизнес-проект хаҡында ишетеп, ауыл Советы хакимиәтендә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуҙарын белдерҙеләр.
– Был бина элекке ҡаҙанлыҡтыҡы ине, – тип беҙҙең һүҙгә ҡушылды урындағы үҙидара органы башлығы Әғзәм Фәтихов. – Эшҡыуар Шәйҙуллиндар уны килеп ҡараны. Ярым-емерек бинаны күреп, башта өндәшмәнеләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, тәүәккәлләп, ыңғай фекергә килделәр. Мин уларға ремонтлау һәм реконструкция эштәре өсөн миллиондарса һум аҡса түгергә тура киләсәген яҡшы аңлай инем, беҙҙең ауылда заманса производство асыласағына бер аҙ шик тә тыуып ҡуйғайны...
Үҙ идеяһын бойомға ашырыу ниәте менән янған йәш инвестор күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Иѕке ҡаҙанлыҡтың майҙаны бизнес-проектта ҡаралған етештереү күләменә ярашлы булмағанлыҡтан, бинаның икенсе ҡатын төҙөргә ҡарар итә. Күп банктарҙың тупһаһын тапағандан һуң ғына оҙайлы кредит линияһын астырыуға өлгәшә. Был осраҡта инвестор Шәйҙуллинға республикалағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фонды гарантияһын бирә.
– Икенсе ҡатты төҙөп, бинаның майҙанын 1000 квадрат метрға ҡәҙәр киңәйттем, – тип дауам итте Ринат Марат улы. – Яңы цех өсөн сит илдәрҙә, атап әйткәндә, Һиндостанда, Германияла, АҠШ-та сығарылған юғары етештереүсәнле теген машиналарын һатып алдыҡ. Хәҙер беҙ полипропилендан тегелгән йомшаҡ контейнерҙар баҙарына ныҡлап үтеп индек, тип әйтергә була. Продукцияны Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге ҡулланыусыларға оҙатабыҙ. Һуңғы йылдарҙа Ҡаҙағстандағы төҙөлөш һәм химия индустрияһы предприятиелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Таможня союзы төҙөлгәс, беҙҙең өсөн сиктәр юҡ. Ә Башҡортостан баҙарына килгәндә, беҙ сығарған йомшаҡ контейнерҙарҙы “Газпром нефтехим Салауат” күпләп һатып ала. Әле Мәләүез минераль ашламалар заводы менән дә бәйләнешкә инергә теләйбеҙ. Әгәр тендерҙа еңеп сыҡһаҡ, продукцияны уларға ла ебәрә башлаясаҡбыҙ.
Йомшаҡ контейнерҙарға ихтыяж яҡшы булғас, Төмәнәк ауылында эшләгән фабрикала етештереү күләмен һуңғы йылда ғына ла ике тапҡырға арттырғандар. Ҡыѕҡаһы, заманса предприятиеның үѕеш аҙымдарына һоҡланаһы ғына ҡала. Директор әйтеүенсә, үҙҙәренә кәрәкле сеймалды – полипропилен туҡымаларҙы – Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге тәьминәтселәрҙән алалар икән.
Иң мөһиме – етештереү күләмен һиҙелерлек арттырған “РиаПласт” йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙ өсөн яңы эш урындары күп. Бөгөн Төмәнәктәге фабрикала 60 кеше эшләй. Элек бындай производство менән таныш булмағандар технолог Михаил Ларенцев, тәжрибәле мастерҙар Любовь Осипова һәм Надежда Лакомкина ярҙамында тегенсе-машинист һөнәрен тиҙ арала үҙләштерә.
– Туймазыла тегеү сәнәғәте электән үк барлыҡҡа килгәйне. “Политар” йәмғиәте бөлгөнлөккә төшкәс, күптәр бында килеп эшкә урынлашты, – ти Ринат Шәйҙуллин. – Әле беҙҙә эшләүселәрҙең яртыһы ҡаланан булһа, ҡалғандары – Төмәнәк һәм яҡын-тирәләге башҡа ауылдар халҡы. Уларҙы эшкә вахта автобусы йөрөтә, бының өсөн “Башавтотранс”тың Туймазы филиалы менән килешеү төҙөп ҡуйҙыҡ. Шунан эшселәребеҙ, законда ҡаралғанса, тулы социаль пакетҡа эйә була. Хоҡуҡтарының яҡланған булыуы, коллективтағы дуѕтарса мөнәсәбәт тә эшсе ҡатын-ҡыҙға оҡшай.
Үҙебеҙ ҙә фабрикалағы тегенсе-машинистарҙың кәйефтәре яҡшы, күңелдәре көр булғанын тойҙоҡ.
– “РиаПласт”та инде дүртенсе йыл эшләйем. Үҙем Туймазы ҡалаһында йәшәйем, – тине беҙгә Олеся Поликарпова. – Бында эш шарттары яҡшы, хеҙмәт хаҡы ла зарланырлыҡ түгел. Шуға декрет ялына киткән йәш ҡатын-ҡыҙ һуңынан ошо предприятиеға яңынан ҡайта.
Цехта уңған хеҙмәткәрҙәр араһынан Дилара Хәбибуллина менән дә әңгәмәләшеп алдыҡ. Ул Төмәнәк ауыл Советына ҡараған Әгертамаҡ ауылынан йөрөп эшләй икән. Әйтеүенсә, йәш, татыу коллективта үҙен бик тә һәйбәт тоя. “Ауыл ерендә шундай фабриканың эшләүенә бар халыҡ ҡыуана. Беҙҙең Әгертамаҡтан ғына ла дүрт ҡатын-ҡыҙ бында яңы һөнәр үҙләштерҙе. “РиаПласт” булмаһа, беҙ бындай юғары етештереүсәнле һәм аҡсалы хеҙмәт урынын ҡайҙан табыр инек?”
Төмәнәктәге предприятиеның эшмәкәрлеген районда ла күрмәй ҡалмағандар. Былтыр Туймазыла үткәрелгән смотр-конкурстың йомғаҡтары буйынса еңеүселәр рәтенә ингән “РиаПласт” йәмғиәтен диплом менән бүләкләгәндәр.
– Бюджетҡа һалымдарҙы, иғәнәләрҙе ваҡытында күсереүҙән тыш, хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙә лә ҡатнашабыҙ, – ти Ринат Марат улы. – Ауылдағы урта мәктәптә, шулай уҡ мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараларҙан һис тә ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Үҙ көсөбөҙ менән яҡындағы шишмә буйын төҙөкләндерҙек. Ауыл халҡы шуның өсөн беҙгә рәхмәт уҡый. Әле тағы бер изге эшкә тотонорға йыйынабыҙ – Әгер йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер һалырға булдыҡ. Ауыл ерендә лә халыҡ тормоштағы бөтә уңайлыҡтарҙан файҙаланырға тейеш – беҙ иһә көсөбөҙҙән килгәнсә шуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә теләйбеҙ.
– Ошо урында йәш эшҡыуар Ринат Шәйҙуллиндың илһөйәрлеген әйтеп үтке килә, – тип беҙҙең әңгәмәне ялғаны ауыл Советы хакимиәте башлығы Әғзәм Хәмит улы. – Былтыр уны ауылдаштары урындағы вәкәләтле органға депутат итеп һайлап ҡуйҙы. Ринат Марат улы үҙ округындағы кешеләрҙең йәшәйешенә, ғөмүмән, ауылдың хәленә ҡағылған мәсьәләләрҙе яҡшы белә. Эйе, Төмәнәктең Көнсығыш урамында көн күреүселәргә был яҡҡа сығып йөрөү – үҙе бер проблема. Сөнки Әгер йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер юҡ. Уның проектын эшләтеп алдыҡ. Тик эште атҡарып сығыу өсөн йөҙәрләгән мең һум аҡса кәрәк. Урындағы бюджеттың мөмкинлеге сикләнгән. Әле “РиаПласт” йәмғиәте үҙ иѕәбенә шул проектты башларға йыйына. Минең ҡарашҡа, шундай миҫалдарҙа бизнесмен һәм йәш депутат Шәйҙуллиндың илһөйәрлеге, булдыҡлылығы ярылып ята ла инде.
Ә үѕеш перспективаһы яҡшы булған, ауылдың иҡтисади тормошона яңы һулыш биргән “РиаПласт” йәмғиәтендә бөгөн етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырыу, 2000 квадрат метрлыҡ яңы корпус төҙөү пландары менән янып йәшәйҙәр.
– Баҙар иҡтисады туҡталып ҡалғанды яратмай, – ти Ринат Марат улы. – Йомшаҡ контейнерҙарҙың яңы төрҙәрен етештереүҙе лә үҙләштерәбеҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, цех янында ғына әҙер продукция келәтен төҙөп ҡуйҙыҡ. Әйтеп үтеүемсә, бизнес тулҡынында уңышлы “йөҙөргә” тегеү сәнәғәте тармағындағы ҙур тәжрибәм ярҙам итә. Үѕеш аҙымдарын һүрелтмәһәк, оҙаҡламай Төмәнәктә иң ҙур һалым түләүселәрҙең береһенә әйләнәсәкбеҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500