Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-ат һөнәре ул!
Ир-ат һөнәре ул! Абитуриентҡа һөнәр йылғаһының ҡайһы ярын һайларға? Уңырмы-туңырмы? Сер түгел, был тәңгәлдә ата-әсәнең күбеһе ғәзизенең яҙмышына булышлыҡ итә. Ниндәй ҙә юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлаһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырған өлкәндәргә маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең! Бәләкәй саҡта үҙе янында ултырып дәрес әҙерләтеүҙән алып, өҫтәмә шөғөлләнеү, репетитор яллау, хатта балаһы БДИ биргәндә ҡатнашыуға тиклем. Тик миҙалдың ике яғы була. Улы йәки ҡыҙы диплом алып та эшһеҙ йонсомаҫмы? Ысынлап та, ни өсөн үҫмер вузға ынтыла, ә һөнәрселек училищеһын ситләп үтә? Үҙ сиратында, заводтарҙың ябай эшселәргә һыуһауы берәүгә лә сер түгел. Осраҡлы күренешме был, ошо сәйер төйөндө тағатырға маташҡанда “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ойошторолған “Иң яҡшы токарь” республика конкурсының шаһиты булырға насип итте.


Тәүҙән үк “кемдәр улар токарҙар?” тигән һорау күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Конкурсанттар менән танышыу күп нәмәгә күҙҙе асты. Йәмғиәттең уҡыу-етештереү оҫтаханаһында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Ҡорамалдар әҙер булғас, белгестәрҙе шул яҡҡа әйҙәнеләр. Бәйгеселәрҙең йөҙ-ҡиәфәтендә еңелсә тулҡынланыу күҙәтелә, ни тиһәң дә, коллективтың ышанысын аҡларға тейешһең. Берекмәнең персонал буйынса директоры Вячеслав Кислицын һәр береһен дәртләндерергә тырыша, кәйефтәрен күтәреү өсөн шаяртып та ала. Хәйер, ниңә моңһоула­нырға, ижтиһад һалып, бирелеп эшләһәң, хеҙмәтең бер ваҡытта ла әрәм булмай, ҡасан да булһа уның рәхәтен күрәсәкһең.
Күҙҙәрендә нур уйнатҡан бер егет янына ашыҡтыҡ – “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәте эшсеһе Руслан Ишбулатов икән.
– Конкурсҡа үҙ теләгегеҙ менән килдегеҙме, әллә етәксенең ҡушыуы буйынсамы? – тип өндәшә.
– Училищены үҙемдең ныҡышмалылығым менән уҡып бөткән һымаҡ, бында ла көсөмдө һынап ҡарамаҡсымын, – тип яуап ҡайтарҙы ул.
Ышаныслы аҙымдар менән атлауына һәм тәрән фекер йөрөтөүенә ҡарағанда, уның һайлаған һөнәрен яратыуы ғына түгел, ә яҡшы белеүен дә тойомларға мөмкин ине.
Руслан белдереүенсә, һәр кемдең күңелендә ниндәй ҙә уй бөрөлөнгән шикелле ул да бәләкәйҙән аныҡ ниәт менән йәшәй. Ҡала заводтарының береһендә токарь йәки фрезлаусы булып эшләһәм ине тип хыялланған. Әлбиттә, бының өсөн һөнәр алырға бурыслыһың. Шуны күҙ уңында тотоп, Өфөнөң 52-се һөнәрселек училищеһына юлланған. Бөгөн иһә йәмғиәттең 11-се цехында тир түгә. Ошо сәмсел әңгәмәсем миҫалында тотош токарҙар армияһын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин булды.
Йәшерен-батырын түгел, әле сәнәғәт тармағы йәш эшселәргә ҡытлыҡ кисерә. Шуларҙың араһында һис тә арттырмайынса токарь һөнәрен иң кәрәклеләр рәтенә ҡуйырға мөмкин. Ил етәкселеге лә кадрҙар составын яңыртыу йәһәтенән маҡсатлы уй-ниәттәрен бойомға ашыра. Офис хеҙмәткәре менән сағыштырғанда, лайыҡлы хеҙмәт хаҡын түләү, дөйөм ятаҡтан урын биреү, яуаплы вазифаларға тәғәйенләү һәм башҡа дәртләндереү саралары – шуға асыҡ миҫал. Күптәр совет фильмдарында күреп белгәндәрҙән генә фекер йөрөтә токарь, ғөмүмән, завод тураһында. Асылда, бөгөн бер ҙә улай түгел. Хәҙерге эш урындары элеккенән ныҡ айырыла. Әйтәйек, уңайлы шарттар, заманса станоктар... Быларҙың барыһы ла эшсенең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп күрелгән хәстәрлек.
Һүҙ ҙә юҡ, был профессия көслө заттыҡы һанала. Өҫтәүенә күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡан егет-елкенсәктең ҡайһыһы ата-әсәһенән финанс үҙаллылыҡҡа ынтылмаһын, ә ябай тел менән нарыҡлағанда, һәр ваҡыт кеҫәһендә аҡса йөрөтөргә теләмәһен? Белеүемсә, машина эшләү тармағындағы инженерҙарҙың бер өлөшө ҡасан­дыр хеҙмәт биографияһын токарь һөнәренән башлаған. Шул уҡ “УМПО”-лағы бәйгелә Владимир Чурилов, иң тәжрибәле инженерҙар вузды ситтән тороп тамамлаған ябай эшселәрҙән сыҡ­ҡан, ул кеше сәнәғәт етештереүенең бөтә баҫҡыс­тары аша ла үткән, институт биргән белемде эштә уңышлы ҡулланған, тине. Һүҙ ҙә юҡ, дөрөҫ.
Токарь һөнәрен кемдәр үҙ итәме? Бының өсөн дә айырым талаптар бар икән. Иң беренсе урында ныҡлы һаулыҡ булырға тейештер. Физик яҡтан һау-сәләмәт кеше генә көндәр буйы станок янында баҫып торорға һәләтле. Үткер күҙ һәм яҡшы реакция тип тә өҫтәһәк, хата булмаҫ. Баҡтиһәң, һөнәр бер нисә төргә бүленә, ә беҙ дөйөмләштереп токарь ғына тибеҙ. Токарь-универсал, токарь-ҡырыусы, токарь-фрезлаусы, токарь-карусельсе.
Арҙаҡлы шәхестәрҙең байтағы тормошон ябай эшсенән башлағанын беләһегеҙҙер, моғайын. Ысынлап та, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған тантанала ошо хаҡта үҙе белдерҙе.
– Башҡортостан өсөн был – бигерәк тә мөһим һәм оло ваҡиға, – тине Рөстәм Зәки улы. – Берекмә Рәсәйҙән ситтә лә яҡшы билдәле, ватан моторҙар эшләү тармағында флагман һанала. Завод – республикабыҙ иҡтисады өсөн терәк предприятие. Шәхсән минең өсөн ул айырыуса ҡәҙерле, сөнки хеҙмәт кенәгәмдәге тәүге яҙма нәҡ ошонда яҙылды. Бынан 40 йыл элек бында мастер ярҙамсыһы, унан һуң 6-сы цехта мастер булып эшләнем.
Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ инде ул. Уның мейеһе шул тиклем шәп эшләй. Ерҙә ятҡан ағас киҫәгенән йәки һыныҡ һөйәктән көндәлектә кәрәкле берәй әйбер эшләп булмаҫмы, тип ата-бабаларыбыҙ ҙа баш ватҡандыр. Бергә һунарға йөрөгән иптәше ярҙамға килгәндер, эйе, ул тотоп торғандыр, тегенеһе шымартып булышҡандыр, юнғандыр. Ябай ғына токарь станоктары беҙҙең эраға тиклем VII быуатта уҡ булған, тиҙәр. Нимәнелер онтау йәки йышыу өсөн әйберҙе мөмкин тиклем көслө әйләндереү зарур. Француздар бының өсөн һыу тәгәрмәсе уйлап тапҡан, шулай ҙа күп осраҡта токарҙарға нимәнелер йомшартыу өсөн пар ярҙамға килгән. XIX быуат аҙаҡтарына ғына электр ярҙамында әйләнгән токарь станоктары етештерелгән...
Конкурсҡа старт бирелеүҙе аңлатып, сирена тауышы яңғыраны. Шартлы деталде 40 минут эсендә етештерергә тейеш ине конкурсанттар. Бая телгә алыуымса, тимер һынығына оҡшаған әйберҙән “кәнфит” эшләргә тейештәр. Бынан тыш, теория буйынса ла һынау тоттолар. Өфө, Октябрьский, Күмертау, Благовещен, Туймазы ҡалаһы заводтарынан килгән тәүәккәлдәр. Баяғы Руслан Ишбулатов сығышы менән Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан.
Күмертау ҡалаһының “КүмАП” йәмғиәтенән 4-се разрядлы токарь Николай Афанасьевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, армиянан һуң ошо заводҡа өйрәнсек итеп алғандар, артабан белемен арт­тыр­ғас, станок янына баҫҡан. Күптән түгел завод­та токарҙар араһында уҙғарылған конкурста еңеү яулағас, республика кимәленә сыҡҡан. Ә “Иң яҡшы токарь” исеменә “Гидравлика” акцио­нерҙар йәмғиәтенән Константин Ширяев лайыҡ булды.
Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡ­са­тын­да Рәсәй кимәлендә ил етәкселәре ҡатнаш­лығында төрлө саралар йыш уҙа. Бынан бер нисә йыл элек Владимир Путиндың Санкт-Петербург политехник колледжында квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләүгә арналған кәңәшмә үткәреүе хәтерҙә. “Бөгөн иҡтисадыбыҙ үҫешен иҫәпкә алып һәм йәшәйештең бөтә төрө буйынса яңыртыу маҡсаты менән йәшәгәндә, юғары квалификациялы эшсе кадрҙарҙың етешмәүе иҡтисадтың үҫешенә кәртә булып тора. Был – илебеҙ үҫеше өсөн кәрәкле талап, көнүҙәк мәсьәлә”, – тине Владимир Владимирович.
Рөстәм Хәмитовтың, инженер һәр саҡта ла ғаиләһен аҫрай аласаҡ, муллыҡта йәшәйәсәк, тигән фекерен токарға ҡарата ла әйтергә мөмкин. Ошоларҙан сығып, юрисҡа уҡып эшһеҙ йөрөр­гәме йәки аҡсалы токарь һөнәрен һайларғамы – һығымтаһын үҙегеҙ яһағыҙ...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485