Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр ни өсөн заводҡа бармай?
 Йәштәр ни өсөн  заводҡа бармай? Пред­прия­тие­ларҙа эшселәр етешмәй. Тап шуға ла һөнәрселек училищеларына, техникум­дарға иғтибарҙы арттырыу мәсьәләһе күтәрелә. Ошо изге ниәттән был төр уҡыу йорттарына һуңғы һигеҙ йылда 35 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Әммә хәлдең һаман яҡшы яҡҡа үҙгәрмәүе уйға һала.

2007 йылда уҡ Рәсәй Хөкүмәте башланғыс һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын үҫтереү хаҡында программа ҡабул итте. Уны тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан 15 миллиард һум аҡса бүленде. Бер аҙҙан программа киңәйтелеп, йәнә 20 миллиард һум өҫтәлде. Ошо сама аҡса түгелеп тә заводтарҙа эшсе ҡулдарҙың етерлек булмауы бихисап һорау тыуҙыра. Мәҫәлән, предприятиелар йыл һайын 750 мең кеше етешмәүгә зарлана. Айырыуса машиналар эшләү, һаулыҡ һаҡлау, ремонтлау-йүнәтеү өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ тойола. Бөгөндән илебеҙгә 80 – 85 мең самаһы завод эшсеһе, 60 – 65 мең фельдшер һәм шәфҡәт туташы, 20 мең самаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре талап ителә.
Шуныһы ғәжәп: ойошмалар токарҙар, шымартыусылар булмауға борсолһа ла, ысынбарлыҡта белгестәр артығы менән әҙерләнә. “Росстат” мәғлүмәттәре лә быны раҫлай. Илдә 21 миллион башланғыс һәм урта һөнәри белемле техник, фельдшер үҙ тармағында хеҙмәт итә. Эшсе һөнәргә эйә булған 30 миллион самаһы белгес бүтән тармаҡты һайлаған.
Йәнә махсус программа ҡабул ителгәнгә ҡәҙәр ҙә илдә йыл һайын техникумдар, колледждар асылды. Рәсәйҙә 2,7 мең ошондай уҡыу йорто бар. 1993 йылда 1,9 миллион студент уҡыһа, былтыр 2,2 миллионға еткән. Улар – буласаҡ прибор эшләүселәр, агрономдар, станок һәм машина операторҙары. Ҡыҫҡаһы, һәр береһе – төрлө тармаҡта кәрәкле һөнәр эйәһе.
Әлбиттә, һөнәрселек училищелары һаны ҡыҫҡара бара. Һуңғы 15 йылда уларҙың сирек өлөшө ябылған. 1990 йылға ҡарағанда белгестәр 1,5 тапҡырға аҙыраҡ әҙерләнә. Әммә ошо килеш тә йыл һайын 1,5 миллион кешегә һөнәр биреп, илдә эшселәргә булған ихтыяжды ҡаплайҙар.
Шулай булғас, ни өсөн әле һаман предприятиелар кадрҙар ҡытлығынан яфа сигә һуң? Бының сәбәбе ябай: уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 60 – 70 проценты һайлаған һөнәре буйынса эшкә бармай. Хеҙмәт хаҡы үтә аҙ булғанлыҡтан, йәштәр бүтән өлкәне һайлай. Тимәк, был юҫыҡта уйланаһы урын бар. Бәлки, ҡаҙна аҡсаһын һөнәрселек училищелары асыуға түгел, ә эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыуға йүнәлтергә кәрәктер?
Бөгөн ни генә эшләргә теләһәк тә, бөтә нәмә аҡсаға ҡайтып ҡала. Тормош үҙе шулай талап итә. Бер аҡыл эйәһе “Аҡса – прогрестың йөрәге” тип тиккә генә әйтмәгәндер. Эшсе һөнәренең абруйын күтәрәйек тиһәк, уларға лайыҡлы эш хаҡын да хәстәрләү кәрәк.
Ирекһеҙҙән әле беҙ яманлаған Совет осоро иҫкә төшә. Ысынлап та, ул осорҙа белгестәрҙең, эшселәрҙең хөрмәте ҙур булды. Тап уларҙың фиҙакәрлеге менән завод-фабрикалар гөрләп торҙо, йорттар, төрлө социаль биналар файҙаланыуға тапшырылды. Ситтән, башлыса ауылдарҙан килгән йәштәр өсөн бихисап дөйөм ятаҡтар төҙөлдө. Төп ауыр эште улар башҡарҙы, шуға ла хеҙмәт хаҡы мастер, цех начальнигы кеүек юғарыраҡ вазифа биләгәндәрҙән күпкә ҙурыраҡ булды. Юғары уҡыу йортон тамамлағандар түбән окладта йөрөмәҫ өсөн ябай станоксы булып та урынлаша торғайны. Мәҫәлән, мин үҙем 1987 – 1988 йылдарҙа Өфө фанера комбинатында эшләнем. Эш хаҡым 300 һумға етә ине. Ә цех начальнигы, мастерҙарҙың оклады – 140-170 һум. Бына ҡайҙа булған ул эшсегә хөрмәт, ихтирам! Бер ҡараһаң, ысынлап шулай булырға тейеш, сөнки төп тауарҙы улар етештерә, саң-туҙан йотоп ауыр эште башҡара.




Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090