Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Билетың бармы?
Билетың бармы? Рәсәйҙә транспортта билетһыҙ йөрөгәндәргә бөтә төбәктәр өсөн берҙәм штраф күләме билдәләргә ниәтләйҙәр Автобуста киләбеҙ. Халыҡ шығырым тулы. Кондуктор пассажирҙары йырмаслай-йырмаслай түләү ала, юлда тикшереү буласағы, штраф менән янай. Шулай ҙа билет алырға ашыҡмағандар бихисап: кемдер “йоҡлай”, икенселәр тәҙрәнән урамды күҙәтә.

Ана, бер егет телефонында, донъяһын онотоп, нимәлер ҡарай. Кондуктор уның янына килеп: “Билетың бармы?” – тип һораны. Егет уға, алдым тигәнде ишаралап, баш һелкте. Ҡатын, моғайын, уның юл хаҡын түләмәгәнен белеп, янынан китергә ашыҡманы.
– Билетыңды күрһәт! – тине.
Пассажир әле был, әле икенсе кеҫәһен соҡоған булды. Әммә кондуктор ҙа ныҡыш ине:
– Алдашаһың, – тип, барыбер уны юл өсөн иҫәпләшергә мәжбүр итте.
Эйе, бөгөн “ҡуян”дар арабыҙҙа артҡандан-арта. Тәү ҡарауға әллә ни ҙур сумма күренмәһә лә, ҡаҙнаға байтаҡ ҡына аҡса килеп етмәй тигән һүҙ. Айырыуса электричкалағы “ҡуян”дар тимер юлсыларҙың үҙәгенә үткән. Бөгөн пассажирҙарҙың 30 – 40 проценты ошо төр транспортта йөрөй. Етәкселәр ниндәй генә ҡарар сығарып ҡарамаһын, әлегә файҙа күренмәй. Билет хаҡтарын арттырыу ҙа тейешле һөҙөмтә бирмәй.
Был хәл борсолорға мәжбүр итә. Тап шуға ла Рәсәйҙә билет алмаған пассажирҙар өсөн барлыҡ төбәктәрҙә лә берҙәм штраф күләме билдәләнеүе ихтимал. Транспорт министрлығы төбәктәргә, Кодекстағы үҙгәрешкә ҡарата үҙ фекерен белдерергә ҡушып, юллама ебәрҙе.
Белгестәр билдәләүенсә, “ҡуян”дарҙы тотоуы ауыр. Билетһыҙ йөрөгән өсөн закон буйынса яуаплылыҡ ҡаралһа ла, тәртип боҙған өсөн аныҡ ҡына яза сараһы юҡ тиерлек, шуға ла кешеләр билет алырға ҡабаланмай. Һәр төбәк уларға ҡаршы үҙенең ҡанунын сығара. Был юҫыҡта Транспорт министрлығы мониторинг үткәргән.
Хәҙер 85 төбәктең 63-өндә билетһыҙ йөрөгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, шулай уҡ Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ведомстволар тарафынан өҫтәмәләр индереү планы билдәләнгән. Йәнә был юҫыҡта һигеҙ төбәктең (Магадан, Новгород, Пенза, Томск өлкәләре, Хабаровск крайы) закондары прокуратура тарафынан ғәмәлдән сыға­рылған. Красноярск крайында билетһыҙ йөрөгән өсөн яуаплылыҡ прокуратура һығымтаһы буйынса кире ҡағылған, ә Ульяновск өлкәһендә тейешле вәкәләттәр булмауы сәбәпле ҡабул ителмәгән.
Фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, федераль кимәлдә берҙәм талап ҡабул итергә кәрәк, ти эксперттар. Сөнки би­лет­һыҙҙар килтергән зарар ярайһы ҙур, һөҙөмтәлә Мәскәү тимер юлы ғына йыл һайын һәр йүнәлештә 200 мең һум самаһы аҡса ла юғалта. Ил буйынса “ҡуян”дар дөйөм пассажирҙар һанының 40 процентын тәшкил итә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа турникеттар ҡуйылыу сәбәпле, ҡайһы бер урындарҙа бер аҙ кәмей төшкән.
Юлда билетһыҙ йөрөгән өсөн Финляндияла штраф күләме тос ҡына – 80 евро, шуға ла унда транспортта контролерҙар юҡ, водителдәр үҙҙәре хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт тикшереүселәр пәйҙә була. Илдә “ҡуян”дар юҡ тиерлек.
Испанияла билетһыҙ пассажирға 50 евроға ҡәҙәр штраф һалына. Икенсегә тотолһаң – 150, өсөнсөгә эләкһәң – 600 евро.
Грецияла бушлай йөрөүселәр юл хаҡын 60 тапҡыр арттырып түләй.
Юл хаҡының иң ҡыйбаты – Японияла. Бында билетһыҙ эләгә ҡалһаң, штрафты кеҫәңдән өс тапҡырға күберәк сығараһың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500