Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таҙа ризыҡ ҡаза килтермәҫ
Таҙа ризыҡ ҡаза килтермәҫ Һәр осорҙоң шаулатып алған ваҡиғаһы булалыр. Бөгөн, мәҫәлән, донъялағы сәйәси хәлдәр, нефткә хаҡтың төшөүе, башҡа шундай мөһимерәк күренештәр бынан ике-өс йыл элек кенә ГМО, йәғни гены үҙгәртелгән организм проблемаһын ситкәрәк этәрҙе. Был мәсьәлә Рәсәйҙә тиҫтә йылдан ашыу күтәрелеп килә, хатта уға ҡаршы ниндәйҙер саралар күрелә, ғалимдар, белгестәр үҙ фекерен еткерергә тырыша. Тик, нисек кенә булмаһын, беҙ үҙаллы дәүләттә йәшәһәк тә, дөйөм донъя баҙарынан ситтә ҡала алмайбыҙ. Ҡайһылыр яғы менән барыбер килеп төртөләсәкбеҙ.

Нимә һуң ул ГМО? Ул – генетик яҡтан башҡа гендар ҡушып үҙгәртелгән яһалма организм, йәғни тәбиғи мутанттарҙан кеше тарафынан эшләнгәнлеге менән айырыла. Үҫемлектәргә, хайуандарға һәм микроорганизмдарға ҡарата ҡулланылырға мөмкин. Был организмдарға генетик яҡтан яңы, йәнәһе, файҙалы башҡа “донор” организмы ҡушылған. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы бойҙайға – саян, картуф ҡоротҡостарына ҡаршы ер бактерияһыныҡы... Маҡсаты – калорияһы арттырылған, ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ үҫемлек, йәшелсә-емеш, ит, һөт етештереү. Бындай аҙыҡ боҙолоп бармай, оҙаҡ һаҡлана, тиҙ өлгөрә, уңышы юғары була. Тимәк, баҙарҙа хаҡы ла түбән тигән һүҙ. Әйткәндәй, йыш ҡына беҙ элгәре шундай һүҙҙәр ишетә торғайныҡ: ни өсөн Американан килтерелгән “Буш бото” осһоҙораҡ, үҙебеҙҙә етештерелгән тауыҡтыҡы ҡиммәтерәк? Әлбиттә, уларҙың тауығы тик ГМО-лы аҙыҡ ашаған тип булмай, шулай ҙа иттең төрлө гибрид, минералдар менән үҫтерелгән ризыҡ бирелгән ҡоштарҙан алынғанлығы бәхәсһеҙ. Гендары үҙгәртелгән аҙыҡ донъя баҙарында 3-5 тапҡырға арзаныраҡ.
Тәүге тапҡыр ил ғалимдары 2005 йылдың апрелендә Рәсәй Фәндәр академияһы президиумында йыйылып, “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Темаһы “ГМО – Рәсәйгә йәшерен янау” тип атала ине. Ултырышта генетик хәүефһеҙлек буйынса һөйләшеү булды, ҡарарҙар ҡабул ителде. “Рәсәйгә ГМО ниндәй хәүеф менән янай һәм уға алмаш бармы?” Ошо һорауға яуапты дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар ҙа табырға тырышты. Бында, гендары үҙгәртелгән организмдар ҡушылған продукцияға мотлаҡ “ГМ” маркировкаһы ҡуйылып, кимәле 0,5 проценттан артмаҫҡа тейеш, тип билдәләнде. Ҡарар Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инергә әҙерләнгән сағында ҡабул ителгәйне. Хәҙер иһә баҙарҙа хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Шулай ҙа, был йәһәттән ситкә тайпылмайынса, үҙ юлыбыҙҙы таба барыуыбыҙ ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ етештереү буйынса документ проекты әҙерләне. Дәүләт Думаһында ул яҙғы сессияларҙың береһендә тикшерелергә тейеш. Уға ярашлы, 2016 йылдан һуң “органик” аҙыҡ, йәғни бер ниндәй ҙә ағыу, ГМО ҡушылмайынса етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк. Был, берҙән, айырым “Органик аҙыҡ”, “ГМО-һыҙ”, “Экологик яҡтан таҙа”, “Био” һымаҡ маркалы аҙыҡ һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн булһа, икенсе яҡтан, мәсьәләгә етди ҡарауыбыҙҙы талап итә. Ошо йәһәттән башҡараһы эш бихисап. Иң мөһиме – “боҙ” урынынан ҡуҙғалды.
“Был мәсьәләне милли кимәлгә күтәреп, 2020 йылға эске баҙарҙы тулыһынса үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ менән тәьмин итеү бурысын ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙең ерҙәрҙе, һыуҙарҙы иҫәпләгәндә, үҙебеҙҙе генә туйҙырып ҡалмайынса, экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ менән донъяла иң эре тәьмин итеүсе була алабыҙ. Ҡайһы бер Көнбайыш илдәрендә улар күптән юғалды. Бигерәк тә таҙа аҙыҡҡа баҙарҙа һорау артҡандан-арта. Әле буш ятҡан, тик торған миллионлаған гектар һөрөнтө ерҙе әйләнешкә индерергә кәрәк...” – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Һөрөнтө ерҙәргә килгәндә, улар әле сәселгән, уңышы йыйылып алынған тигәнде аңлатмай. Баҫыуҙарҙы башҡа категорияға күсереү өсөн (мәҫәлән, көтөүлек, ауыл биләмәһе, төҙөлөш һәм башҡалар) бик күп документ тупларға, майҙандар сәсергә ярамағанлығын иҫбатларға кәрәк. Шуға ла сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәреү осоронда тирә-яҡҡа зыян килтерелеп булһа ла аҡтартылған ҡом-ташлы, тоҙло, һаҙлыҡлы урындарҙы кире тәбиғәткә ҡайтарыу, иҫәптән сығарыу мөмкин булмаҫтай тойола. Ә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, һөрөнтө ерҙәр, мул уңыш алып булырлыҡ баҫыуҙар былай ҙа етерлек. Президент нәҡ шуларҙы эшләй алғандарға бирергә, әйләнешкә киренән индерергә тәҡдим, улай ғына түгел, талап итә.
Рәсәйҙә дөйөм ер фонды – 1,71 миллиард гектар. “Үҙгәртеп ҡороуҙар” башланып, 90-сы йылдарҙағы реформаларҙан һуң һөрөнтө ерҙәр 132 миллион гектарҙан 114 миллионға ҡәҙәр кәмене, йәғни 13,5 процентҡа төштө.
Башҡортостан – ил иҡтисады үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Рәсәй ауыл хужалығы ерҙәренең 3,4 проценты (7,069 миллион гектар) беҙгә тура килә. Һөрөнтө ерҙәр 3 миллион 636 мең 700 гектар. Республика тәбиғи шарттарға ҡарап тау-урманлы (15,1 процент), Урал аръяғы (13), Урал алды дала, төньяҡ урман-дала (20,7), төньяҡ-көнсығыш урман-дала (8,2), көньяҡ урман-дала (16,8 процент) ауыл хужалығы зоналарына бүленә. Һәр береһе үҙенсәлекле һәм күп яҡлы эш алып барыуҙы талап итә.
Һуңғы йылдарҙа илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә иғтибар ныҡлы артты. Импортты үҙебеҙҙең ризыҡ, тауар менән алмаштырыу әүҙем бара. Экологик яҡтан таҙа, сифатлы тип тә өҫтәргә кәрәктер.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494