Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республиканың агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы программалары һәм йүнәлештәре тураһында
Мелиорация

Башҡортостанда “2012 — 2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм шәхси файҙаланыуҙағы мелиорация системаларын, айырым урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы үҫтереү” айырым маҡсатлы тармаҡ программаһы эшләнде, раҫланды һәм Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына тәҡдим ителде. Программаға 27 райондан нигеҙҙә йәшелсә, картуф, мал аҙығы етештереү менән шөғөлләнгән 70 ауыл хужалығы предприятиеһы, крәҫтиән (фермер) хужалығы индерелде.
Программа буйынса һуғарыу системалары һәм гидротехник ҡоролмалар төҙөүгә, реконструкциялауға һәм уларҙы техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға субсидиялар бүленәсәк. Хужалыҡтарға сығымдарының 50 проценты ҡайтарыласаҡ.
Был маҡсатҡа республика бюджетында 122,5 миллион һум ҡаралған. Федераль бюджеттан да ошондай уҡ күләмдә аҡса бүленәсәк. Республика буйынса программала ҡатнашҡан һәр хужалыҡҡа уртаса 3,5 миллион һум түләнәсәк.
Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда һыу бүлеүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 5 миллион һум ҡарала.

Ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу программаһы

2012 — 2014 йылдарға ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса федераль программа ҡабул ителде. Ул “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән ауыл хужалығы етештереүселәре араһында түбәндәге шарттарҙа туранан-тура төҙөлгән договорҙар буйынса үҙебеҙҙә сығарылған яңы техника менән тәьмин итеү тәртибен билдәләй:
1) тәүге иғәнәнең булмауы;
2) тәүге түләүҙе алты айға кисектереү. Йәғни беренсе түләү ауыл хужалығы эштәре миҙгеле тамамланғас индерелергә тейеш. Был заем аҡсаһын алынған продукцияны һатҡандан һуң ғына түләү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы эш башлаған аграрийҙар һәм ҙур булмаған хужалыҡтар өсөн был ярайһы уҡ ҙур ярҙам.
Һатылған техникаға лизинг срогы 5–10 йыл тәшкил итә.
Башҡортостан Республикаһында 301 миллион һумдан ашыу күләмгә квота билдәләнгән. (Тауарға әйләндергәндә был — 100 комбайн йәки Т-150К маркалы 150 трактор, йә иһә МТЗ-82 маркалы 450 трактор). Былтырҙан алып республикала ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу программаһы эшләй. Уҙған йылда 3 миллиард һумлыҡ техника һатып алынған. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 720 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Республика программаһы эшен быйыл да дауам итәсәк. Үҙйөрөшлө техника, тәү сиратта, иген йыйыу комбайндары һатып алыуға баҫым яһаласаҡ. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 750 миллион һум бүлеү ҡарала.

Малсылыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә субсидиялар

Быйыл Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына ярҙам күрһәтеү өсөн 3,5 миллиард һум аҡса бүленде. Башҡортостанға — 113,7 миллион һум. Тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында мал аҫрауға республика бюджетына өҫтәп тағы ла 46 миллион һум бирелде.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Тоҡомсолоҡ хужалыҡтары исемлеген раҫланы. Башҡортостанда ундайҙар – 67.
Быйыл ике кимәлдәге бюджеттарҙан субсидиялар ставкаһы бер шартлы баш малға 5747 һум тәшкил итә. Мәҫәлән, 300 баш тоҡомло һыйыр аҫраған хужалыҡтарға 1 миллион 724 мең һум бүленәсәк. Был аҡса тоҡомсолоҡ эшен үҫтереүгә, ҡорамалдар һатып алыуға, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә тотоноласаҡ.
Быйыл Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тоҡомло мал һатып алыуҙы субсидиялауға 1 миллиард һум аҡса бүлеүҙе күҙаллай.
Башҡортостан бюджетынан йыл һайын тоҡомло мал һатып алыуға субсидия бүленә. Мәҫәлән, быйыл субсидия ставкалары малдың продуктлылығына ҡарап 40 — 70 һум (1 килограмм тере ауырлыҡҡа) тәшкил итәсәк. Бер тоҡомло һыйыр малына 18 — 27 мең һум бүленәсәк.

2013 йылға тиклем “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы

Быйыл “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға бөтә сығанаҡтар аҡсаһы иҫәбенә 2 миллиард 116 миллион һум бүленәсәк, шуларҙың 361 миллион һумы — федераль бюджеттан (былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 65 миллион һумға күберәк).
Ошо аҡсаға ауыл ерендә 52 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү һәм файҙаланыуға индереү күҙаллана. Бынан тыш, ауылдағы 727 ғаилә, шул иҫәптән 511 йәш ғаилә һәм йәш белгестәрҙең ғаиләләре, торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Аҡсаның бер өлөшөнә ауылда 110 километрлыҡ газ үткәргес, 140 километрлыҡ һыу үткәргес селтәре, 50 километрлыҡ электр тапшырыу линияһы, 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырыла.
“2010 — 2015 йылдарға Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһының “Автомобиль юлдары” ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы былтырҙан башлап республика ауылдарында юл һалына башланы. Быйыл ошо маҡсатҡа бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 1 миллиард һум аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта аҡсаның федераль өлөшө былтырғыға ҡарағанда 6,3 тапҡырға күберәк. Был 23 ауылға 60 километрлыҡ автомобиль юлы һалыу мөмкинлеген бирәсәк. Ошо йүнәлештәге эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Яғыулыҡ-майлау материалдары

Былтыр республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре арзан хаҡҡа “Нормаль-80” автомобиль бензинын һәм дизель яғыулығын файҙаланғанда 800 миллион һумдан ашыу аҡсаны экономияланы. Нефть продукттарына сығымдарҙы субсидиялау сифатында республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 420 миллион һум бүленде.
Яғыулыҡ менән льготалы тәьмин итеү практикаһы быйыл да дауам итәсәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Энергетика министрлығы араһындағы килешеүгә ярашлы быйыл март – июнь айҙарында республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн арзан хаҡҡа 48,66 мең тонна дизель яғыулығы һәм 2 мең тонна “Нормаль-80” автомобиль бензины бүленәсәк. Мәҫәлән, дизель яғыулығы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 19,2 мең тоннаға, автобензин 0,58 мең тоннаға күберәк буласаҡ.
Хаҡ уҙған йылдың 31 декабренә “Башкирнефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге күмәртә хаҡына 30 процентлыҡ ташлама менән ҡуйыла. Нефть продукттарының йыллыҡ күләме лә 10 процентҡа арттырылды. Яҙғы баҫыу эштәре һәм бесән әҙерләү осорондағы льготалы хаҡ иҫәбенә быйыл ауыл хужалығы етештереүселәре 600 миллион һумдан ашыу аҡсаны экономиялай аласаҡ. Бынан тыш, республика яҙғы баҫыу эштәренә яғыулыҡ-майлау материалы һатып алыуға 250 миллион һум аҡса бүләсәк.
Шулай итеп, яҙғы кампанияла яғыулыҡ-майлау материалы менән тәьмин итеү буйынса ярҙам 850 миллион һум тәшкил итәсәк. Был хужалыҡтарҙың 1 литр дизель яғыулығына сығымын 11,2 һумға тиклем түбәнәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам программалары

Башҡортостан Президентының ҡушыуы буйынса республиканың Ауыл хужалығы министрлығы “2011 — 2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөт малсылығы фермаларын үҫтереү” айырым маҡсатлы программаһын эшләне һәм раҫланы. Программала ҡатнашыуға 200-ҙән ашыу заявка бирелде. Документты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан йыл һайын 103-әр миллион һум аҡса бүленә. Һөҙөмтәлә программала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе уртаса 1 миллион һум самаһы (һәр райондан 2-шәр фермер) аҡса алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Программала түбәндәге ярҙам төрҙәре ҡарала:
1) тоҡомло мал һатып алғанда субсидия биреү — 1 килограмм тере ауырлыҡ өсөн 80 һум, 1 килограмм тауарлата ауырлыҡ өсөн — 40 һум;
2) һатып алынған ҡорамалдар хаҡының 50 процентын субсидиялау;
3) мал башына ҡарап инфраструктураға 50–150 мең һум аҡса бүлеү.
Әүҙемерәк крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 25 баш тоҡомло һыйыр малы һатып алған осраҡта 900 мең һум, һөттө һыуытыу һәм һауыу ҡорамалдары һатып алыуға 200 мең һум, трактор һәм мал аҙығы таратҡыстар алыуға 450 мең һум һәм инфраструктураға субсидия алыуға иҫәп тота ала.

“Яңы эш башлаған фермерҙарға 2012 – 2014 йылдарҙа ярҙам күрһәтеү”

Был Федераль программа фермер хужалығы ойоштороуға 1,5 миллион һумға тиклем, фермерҙың көнкүрешен йыһазландырыуға 250 мең һумға тиклем грант бүлеүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта фермер үҙе лә һораған грант күләменең кәмендә 10 процентына эйә булырға тейеш. Ҡатнашыусыларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн аҡсаны мул һорамаған фермерҙарға ташлама бирелә.
Кәмендә 12 ай элек теркәлгән һәм фермер хужалығын үҫтереү буйынса бизнес-пландарын тәҡдим иткән яңы эш башлаған фермерҙар конкурс нигеҙендә грант алырға хоҡуҡлы.
Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға 76 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала, шуларҙың 44 миллион һумдан ашыуы (57,7 проценты) — федераль бюджеттан, 32,3 миллион һумы (42,3 проценты) — республика ҡаҙнаһынан.

“2012 — 2014 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының “2012 — 2014 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” тигән яңы программа ҡабул итеүенә бәйле республика ошондай уҡ программаны әҙерләне. Быйыл уны тормошҡа ашырыуға 71,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала, шуның 33 миллион һумдан ашыуы (46,1 проценты) — федераль ҡаҙнанан. Был республикаға һөт һәм ит малсылығы, сусҡасылыҡ, һарыҡ һәм кәзә үрсетеү, йылҡысылыҡ, шулай уҡ ҡошсолоҡ буйынса яңы фермалар төҙөү мөмкинлеген бирәсәк.

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер иҫәбенә ингән ер участкаларын милеккә алған крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының сығымын компенсациялау

Программаға ярашлы бюджет аҡсаһы иҫәбенә 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң теркәлгән ер участкаларын милек итеп алыуға сығымдарҙы ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтелә.
Рәсәй буйынса дөйөм алғанда былтыр ошо маҡсатҡа 120 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл — 1,4 миллион һум.

“Нуль” ставкаһына кем хоҡуҡлы?

Дәүләт ауыл хужалығы етештереүселәренә һалым льготалары бирә. Беренсенән, ауыл хужалығы предприятиелары льготалы махсус режимға — берҙәм ауыл хужалығы һалымына күсә ала (Башҡортостандағы предприятиеларҙың 85 проценты ошондай махсус режимда, 15 проценты дөйөм режимда эшләй). Икенсенән, 2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем дөйөм режимда эшләгәндәр табышҡа һалым түләмәй.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә табышҡа һалымдың “нуль” ставкаһының ғәмәлдә булыу ваҡытын 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыу тураһындағы тәҡдимдәр индерелде.

Йәрминкәләр

Республикабыҙ ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреү — аҙыҡ-түлек баҙарындағы хаҡты көйләүҙең һәм тотороҡландырыуҙың һөҙөмтәле алымы.
Ҡала һәм район үҙәктәрендә 40 меңдән ашыу сауҙа урыны булдырылған. Улар ауыл халҡына бушлай бирелә. Былтырғы көҙгө-ҡышҡы йәрминкәләр миҙгелендә 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыу күләмдә 30 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы (13,7 мең тонна картуф, 9,7 мең тонна йәшелсә, 1,5 тонна бал, 3 мең тоннанан ашыу ит) һатылған.

Электр энергияһына тарифтар тураһында

Республикалағы ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн ҡулланылған электр энергияһына 3 һум 27 тин күләмендә (өҫтәмә хаҡҡа һалым менән бергә) льготалы тариф билдәләнде. Ул былтыр ғәмәлгә инде, быйыл да һаҡланып ҡалды һәм Волга буйы федераль округындағы иң түбән тарифтарҙың береһе булып тора.

Ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртыу, яғыулыҡ-майлау материалдарын арзанайтыу, фермер хужалыҡтарына, малсылыҡҡа, мелиорацияға ярҙам итеү буйынса ошо сараларҙың барыһы ла республикалағы агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә, ауыл халҡына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға һәм һөҙөмтәлә халыҡты Башҡортостанда етештерелгән арзан ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүгә булышлыҡ күрһәтергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында баҫыу эштәре буйынса штаб ойошторолдо. “Ҡыҙыу элемтә” эшләй: 8 (347) 273-46-45, 273-32-68, 273-34-20, 273-37-86.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494