Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңыштар ҙа, атҡараһы эштәр ҙә етерлек
Уңыштар ҙа,  атҡараһы эштәр ҙә етерлек Баҙар шарттарында төбәктәрҙең хәле туранан-тура иҡтисадҡа бәйле. Шулай уҡ халыҡтың йәшәйеше лә. Ишембай районы иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе — машиналар эшләү комплексы. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа “Витязь” компанияһы оборона заказын уңышлы үтәп килә.
Нефть-газ компаниялары өсөн көслө агрегат һәм ҡорамалдарҙы “Иҙел-Нефтемаш” етештерә. “Инман” маркалы кран-манипуляторҙарҙы Рәсәйҙең бар төбәгендә лә осратырға мөмкин. Ҡаҙыл­малар сығарыу ойошмалары туҡтауһыҙ эшләй. “Сеймал компанияһы” Башҡортостан сода компанияһын сеймал менән даими тәьмин итеп тора. “Ишембайнефть” пред­приятиеһы иһә нефть, газ ятҡылыҡтарын һуңғы стадия­һында ла уңышлы файҙала­нып булғанлығын йылдан-йыл иҫбатлай. Энергетика өлкәһе предприятиелары ҡулланыу­сыларын өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Катализатор сығарыу буйынса махсус химия заводы коллективы эшен дә билдәләргә кәрәк.
Бөгөн иҡтисадты инвести­ция­ларһыҙ күҙ алдына кил­тереүе ҡыйын. Һуңғы проект­тарҙан “Инман” ябыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәтенең яңы етеш­тереү корпусын атап булыр ине. Төҙөлөш-монтаж эштәре генә лә 360 миллион һумға төшһә, 4 миллион евролыҡ заманса ҡорамалдар алынған. Уны электр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Юрматы” ярҙамсы станцияһы сафҡа ингән. Район хакимиәте һәм “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыу, юҡ итеү буйынса 25 йылға килешеү төҙөлгән. “Ишсталь” йәмғиәтенең ҡорос прокатлау заводын төҙөү буйынса инвес­тициялар проектын тормош­ҡа ашырыу тамамланып бара. Проект 7 миллиард һумдан ашыуға төшәсәк.
Әлбиттә, барлыҡ эште һа­нап сығыу мөмкин түгел. Шулай ҙа ауыл иҡтисадын урап үтеп булмай. Был өлкәлә тотош ил кимәлендә хәл ителмәгән мәсьәләләр борсоп торһа ла, сит ил аҙыҡ-түлеген алыштырыуға ишембайҙар үҙ өлөшөн индерә. Быйылғы ун ай эсендә улар 2124,2 мил­лионлыҡ (уҙған йыл менән сағыштырғанда 16,3 процент­ҡа күберәк) тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тергән. Районда сәсеүлектәр майҙаны 38,7 мең гектар тәш­кил итә, шуның 18,8 меңендә иген культуралары сәселеп, 35,1 мең тонна уңыш алған­дар. Гектар ҡеүәте — 18,7 центнер. Киләһе йылға 6274 гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Барлығы 2740 тонна игендең һәм ҡуҙаҡлы культу­ра­ларҙың юғары сортлы орло­ғо һалып ҡуйылған. Мал ҡышлатыу өсөн 17,5 мең тонна аҙыҡ әҙерләнгән. Был һәр шартлы баш малға 27 центнер аҙыҡ берәмеге тигән һүҙ.
Иҡтисад торошо халыҡтың йәшәйешендә, көнкүрешендә асыҡ сағыла. Яңы тармаҡтар булдырыу — эш менән тәьмин итеү ҙә. Һандарға аҙыраҡ туҡталғы килһә лә, был йәһәттән бер нисәһен барламайынса булмай. Мәҫәлән, районда 1998 йылда 3800 кеше эшһеҙ булып теркәлһә, бөгөнгө күрһәткестәрҙә ни бары 400 кеше иҫәпләнә. Көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм тауар әйләнеше баҙарын ҡараһаҡ, ҡалала — 410, ауыл­дарҙа 170 магазин, сауҙа урындары эшләй.
Ишембай күҙгә күренеп үҙгәрә. Яңы социаль һәм мәҙә­ни объекттар, сауҙа үҙәктәре, торлаҡ йорттар төҙөлә, урамдар, парктар төҙөкләндерелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заман талаптарына яраҡлаш­тырып үҙгәртеү — төп йүнә­лештәрҙең береһе. Был йәһәт­тән республика кимәлендәге адреслы маҡсатлы программаны тормошҡа ашырып, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һөҙөмтәһен бирә. Кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан яңы фатирҙарға күсереү буйынса ла эштәр бара. Ауыл урамдарын яҡтыр­тыу, ҡала урамдарына һәм тротуарҙарға асфальт түшәү әүҙемләшә. Ауылдарға газ үткәреүҙе лә әйтеп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, күрһәткес бынан 25 йыл элек 4 процент тәшкил итһә, 2000 йылда 42 булған, бөгөн иһә район хал­ҡының 60 проценттан ашыуы “зәңгәр яғыулыҡ” ҡуллана.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә яңыра, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән медицина үҙәктәре асыла. Тимашевка, Ишем, Биксән ауылдарында фельдшер-акушер­лыҡ пункттары төҙөлгән, әле Восток ауылында ла ошондай бина һалына. Район үҙәк дауаханаһы уҙған йыл ғына ла компьютерлы томограф, рентген аппараты менән тәьмин ителгән һәм 110 миллиондан ашыу һумлыҡ башҡа эштәр башҡарылған.
Спорт, мәҙәниәт өлкәләре лә ситтә ҡалмай. 2014 йылда “Башҡортостан — сәләмәт тор­мош өсөн” спар­та­киада­һын­да ишембайҙар республи­ка райондары араһында Iурын­ды яуланы, “Ауыл спорт уйындары” конкурсында алтынсы йыл инде алдын­ғылыҡты бирмәйҙәр. Мәҙәниәт өлкәһен алһаҡ, 12 ауыл клубына, балалар сәнғәт мәктә­бенә капиталь ремонт үткә­релгән. Аҙ­най­ҙа, Алаҡайҙа ауыл клубтары асылған. Киләһе йыл Ҡолғонала 105 миллион һумлыҡ социаль-мәҙәни усаҡ һалынып бөтәсәк.
Районда тарихи урындарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Йәштәр көнөнә фонтан урғы­лып торған парк асылған. Тәүге башҡорт нефтен асҡан Алексей Блохинға һәйкәл ҡуйылып, сквер булдырылған. Зәки Вәлиди исемендәге скверға монумент урынлашты­рылған, Юрий Гагарин һәйкә­ле реконструкцияланған.
Һанай китһәң, өлгәшелгән уңыштар ҙа, башҡараһы эш­тәр ҙә етерлек. Һуңғыларын хәл итер өсөн ишембайҙар бар тырышлығын һала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487