Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фантастикамы? Юҡ, ысынбарлыҡ!
Фантастикамы? Юҡ, ысынбарлыҡ! Тәүҙә Өфөнән, һуңынан Мәскәүҙән рөхсәт алғас, ҡапҡа асылды. Эскә үтәбеҙ. Иҫ китмәле бындай күренеште фантастик киноларҙан ғына ҡарарға мөмкиндер: рәт-рәт теҙелгән “плитәләр” ҡояш нурын “йота”, араларында вагонға оҡшаған будкалар ғына тора. Улары иһә ошо нурҙарҙан хасил булған энергияны эшкәртеп, яҡындағы “Бөгөлсән” станцияһына ебәрәсәк. Әлегә бында һуңғы көйләү эштәре бара.
– Бөгөлсән ҡояш станция­һы­ның ҡеүәте биш мегаватт тәш­кил итәсәк. Был инде меңгә яҡын хужалыҡты тәьмин итергә тейеш, – ти капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Руслан Сейт. – Ҡоролманы төҙөү өсөн һигеҙ меңгә яҡын ҡаҙыҡ, 20 мең электр модуле, шуға ярашлы юғары вольтлы станция ҡора­малдары китте. Ул район, рес­пуб­лика энергетика систе­ма­һына эшләйәсәк. Беҙ электр энергияһын алты кило­вольтҡа тиклем еткереп, ярҙамсы станцияға бирәсәкбеҙ. Ул инде ҡулланыусыларға бү­ләсәк…
Фантастикамы? Юҡ, ысынбарлыҡ!Ҡояш электр станцияһы һы­маҡ объекттар киләсәктә донъя иҡтисадында мөһим урын алып торасаҡ. Һуңғы ете-һигеҙ йыл эсен­дә ошо йүнәлешкә иғтибар ныҡ артҡан. Рәсәйҙә лә уларҙы төҙөүгә өҫтөнлөк бирелә башланы. Бының өсөн алдан көнь­яҡ төбәктәр, райондар бил­дә­­ләнә. Төҙөлөштәр Рәсәй Федерация­һын­да яңы энергия сығанағы үҫе­шенә этәргес би­рә­сәк. Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл ҙу­рыраҡ тәжрибә туплана. Тәү ҡа­ра­маҡҡа финанс йәһә­те­нән сы­ғымдар күп һымаҡ булһа ла, киләсәктә ҡояш электр станциялары үҙен аҡлаясаҡ.
– Рәсәй эксперттары ил­дә ошондай станциялар үҫеш ала­саҡ, тип билдәләй. Улар энер­гетика баҙарында үҙ урынын та­ба­саҡ, – ти Руслан Сейт.
Ысынлап та, булғанына шө­көр итеп ятыр заманалар үтте. Бар донъя эҙләнә, таба, көн­кү­ре­шенә индерә. Бөгөн энергия сығанаҡтарына ҡытлыҡ юҡ ке­үек булһа ла, ил иҡтиса­ды­ның үҫеше туранан-тура ошо өлкәгә бәйле. Быйыл Өфөлә энерге­тик­тарҙың Халыҡ-ара форумы үт­кәйне. Унда ла төрлө илдәр­ҙән килгән ғалимдар биологик һәм ҡояш энергети­каһы­ның ки­лә­сәктә үҙ урынын ныҡлы таба­сағына, көслө тармаҡҡа әйлә­нә­сәгенә баҫым яһаны.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487