Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәк — келәттә, “икенсе икмәк” — баҙҙа
Икмәк — келәттә, “икенсе икмәк” — баҙҙа Иген культуралары ғына түгел, “икенсе икмәк” тип йөрөтөлгән картуф та һаҡлағысҡа һалынып бөткән бында. Беҙ барғанда һуңғы бураҙналар ҡаҙылып ята ине. Әйтеүе генә анһат, 100 гектар ерҙә үҫтерелгән картуфты алыу өсөн күпме көс, техника кәрәк. Эш көнө-төнө барған тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ.

– Егеттәр һынатмай. Кеше үҙе, үҙ хужалығы өсөн эшләгәнде белһә, эш ҡарышмай бит ул, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Наил Баһауетдинов.
“Етәксе” тигәс, күҙ алдына урта йәштәрҙәге ир-уҙаман килеп баҫа. Ә Наил күп механизатор-шоферҙарға ҡусты ғына – хужалыҡты 24 йәшен­дә етәкләгән. Колхоз, һу­ңынан агрофирма эшен Баһауетдиновтарҙың өсөнсө быуыны алып бара. Наилдең олатаһы Рәйес ағай — Социалис­тик Хеҙмәт Геройы.
Ерҙәре күп – 6 мең гектарға яҡын. Сәсеү­лек­тәргә килгәндә, быйыл 2700 гектарҙа – иген, ме­ңендә – көнбағыш, 100-өн­дә – картуф, 30-ын­да – кәбеҫтә, 20-гә яҡынында аш сөгөлдөрө үҫтерелгән. Мал да иш­ле. Тимәк, халыҡҡа эш етерлек. Шәхси хужалыҡ алып барғандарға ярҙам итәләр.
Икмәк — келәттә, “икенсе икмәк” — баҙҙаБөгөн заман талаптарына ҡарап алға бар­ғандар ғына эшен ырата ала. Был йәһәттән “салауаттар” һыр бирмәй. Уҙ­ған йыл, мәҫәлән, улар иген киптергес төҙөгән. Әйтеүҙәренсә, уны эшкә еккән йылда уҡ үҙен аҡлаған. Иген генә түгел, көнбағыш та уның аша үткәрелгән. Дымлы көн­дәрҙә башҡа хужа­лыҡ­тар эшләй алмай тор­ғанда, бында эш туҡ­талмаған. Быйыл көн­ба­ғыш һуң өлгөрә. Тимәк, мең гектарҙа үҫтерелгән был культура ла киптергес аша үткәреләсәк.
Һүҙебеҙ картуфтан баш­ланһа ла, игенгә ҡа­ғы­лышлы бер миҫал кил­терге килә. Хужа­лыҡ­та яңы сорттарға иғти­бар ныҡ бүленә. Мә­ҫә­лән, “ново-ершовская” ти­гән бойҙайҙы ала­йыҡ. Ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡал­дырған был культура бы­йыл гектарынан 40 центнер бир­гән. Шуға ла киләһе йыл­да уның май­ҙанын дүрт тапҡырға артты­рырға йыйыналар.
– Бик яҡшы сорт, – ти Наил Рөстәм улы, – беҙ­гә оҡшаны. Орлоҡто Әстрхандан да килеп алырға тейештәр…
Картуф, башҡа йә­шел­сәләрҙе лә һатып алыу­сылар бар. Үҫте­рел­гәнде һаҡлау өсөн һаҡ­лағыстар етә. Шуны­һы бөгөн бик мөһим.
Әгәр бер нисә ялан батырының исемен ата­маһаҡ, яҙғаныбыҙ тулы бул­маҫ ине. Мәҫәлән, комбайн­сы Радик Ғиззә­туллин, Фәнзил Сабитов, Раил Санаев, Марат Мос­тафиндар һәр бере­һе 10 мең центнерҙан ашыу ашлыҡ һуҡ­ҡан. Картуф ҡаҙып алыуҙа Марат Ғә­лиев, Зиләүир Му­са­ҡа­ев, Фәнил Кәли­муллин, Рәшит Сәйетов, Раян Фәт­ҡуллин, Флүр Сәй­фет­диновтарҙың агрегаттары алһыҙ-ялһыҙ эшләгән.
Бөгөн баҫыуҙарҙың һары ҡамыл төҫөнә буй-буй ҡара һыҙаттар өҫтә­лә – туңға һөрөү бара. Икенсе яҡлап ҡай­һы­лары йәшелләнгән — ужым культуралары ҡышҡылыҡҡа көс йыя…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494