Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәминевтең хыялдары
Дәминевтең хыялдарыРеспубликала малсылыҡты ҡайтанан тергеҙеү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Данил Дәминев тәүгеләрҙән булып ғаилә һөт фермаһы асты.
Күпләп мал аҫрау өсөн тәүҙә эшҡыуарға ҡура мәсьәләһен хәл итергә тура килә. Элекке хужалыҡтан ҡалған ярым емерек цех бинаһын һатып алғас, артабан уны йүнәтеү өсөн льготалы шарттарҙа “Россельхозбанк”тан биш йылға ҙур күләмдә кредит ала. Был аҡсаға ул аҙбарҙы рәткә килтерә, малға, быҙауҙарға йылы урын хәстәрләй.
“Ғаилә һөт фермаһы” программаһы ҡабул ителгәнгә тиклем булдыҡлы хужа йөҙ баш ҡуй һарығы аҫрай. Герофот тоҡомло ун ике һауын һыйыры һәм тана һатып ала. Һөттө “Аҡъяр-һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыра. Әммә уның хаҡы түбән булғанлыҡтан, барлыҡ сығымдарҙы ла ҡапларға аҡса етмәй. Бәхетенә күрә, Данил Дәминев үҙ эшен башлаусылар өсөн дәүләт ярҙамы — субсидия бирелеүе хаҡында ишетә һәм, тиҙ арала документтарын туплап, бизнес-план тапшыра. Ниһайәт, 300 мең һум аҡса алыуға өлгәшә, район етәкселеге лә матди ярҙам күрһәтә. Киләсәген малсылыҡ менән бәйләгән хужа Ырымбур ҡалаһынан һөт һыуытыу һәм уның ҡуйылығына анализ яһау ҡоролмаһы һатып ала.
— Бөгөн 50 һауын һыйырға иҫәпләнгән бина тулыһынса әҙер, һуғарыу өсөн махсус һауыт ултыртылған, көнөнә дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған. Яңы тыуған быҙауҙар йылы аҙбарҙа тотола, — ти Данил.
Дәминевтең хыялдарыУңған эшҡыуар өс йөк аты һатып алған, сөнки киләсәктә йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнергә теләге ҙур. Әгәр ҙә янында уның һәр аҙымын ҡеүәтләп, ярҙам ҡулы һуҙыусы ҡатыны Светлана Николаевна булмаһа, бындай оло эштәрҙе бер үҙенә атҡарып сығыу ауырға төшөр ине. Балалары ла уның уң ҡулы. Бөгөн туғыҙ кеше эш менән тәьмин ителгән, уларға ай һайын хеҙмәт хаҡы түләнә.
Эшҡыуар киләсәктә мал һанын ишәйтеү өсөн өҫтәмә ҡура талап ителеү кәрәклеген дә әйтте. Элекке хужалыҡтың емерелеп ултырған биналары күп, хужалары ғына юҡ, булғандары хаҡты иҫ киткес юғары ҡуя. Үҙҙәренә лә, башҡаларға ла булмаһын, тигән ҡараштан сығып эш итеүселәргә ҡарата тейешле сара күрергә ваҡыттыр. “Техника асыҡ һауала ултыра, сөнки гараж юҡ. Киләсәктә һөт ташыусы машина ла алып ебәргәндә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине”, — ти Данил.
Уның борсолоуы юҡҡа ғына түгел, һөттө завод бик арзан хаҡҡа ҡабул итә. “Урында мини-завод төҙөп, һөт ризыҡтарын үҙебеҙ һатыуға сығарғанда, отошло ла, табышлы булыр ине”, — ти эшҡыуар.
Хәйбулла районында тәүгеләрҙән булып “Ғаилә һөт фермаһы” программаһына ярашлы үҙ эшен асҡан һәм артабан да ҡеүәтен арттырыу ниәте менән янған егәрле эшҡыуар Данил Дәминевтең хыялдары күп һәм барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айбэк  узаман
    Айбэк узаман от 25.02.2012, 04:05
    Спасибо за хорошие статьи ! Вы очень активный автор .






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487