Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар
 Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар — Беҙҙең өсөн йыл бик уңышлы булды. Көндәр ултырып китеп, үҫкәнде ваҡытында алып өлгөрһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин.

Машина аҡрын ғына әле кукуруз баҫыуы буйлап бара, әле сөгөлдөр яғына боролабыҙ, алтын тулҡын тирбәлткән иген “даръяһы” киңле­генә артылабыҙ. Иҫең китер — бер сүп, ҡый үләне күренмәй! Ҡасан ғы­на туҡ арыш башаҡтарын ел ыңға­йына бәүелткән баҫыуҙарҙа ҡара таҫмалар һуҙыла.
Хужалыҡ районда иң көслөләрҙән һанала. Республика буйынса был йәһәттән Мәләүездең алдынғылар рәтендә булыуын иҫәпкә алһаҡ, ху­жа­лыҡтың ошо районда тәүге баҫ­ҡыста тороуын өҫтәһәк, барыһы ла аңлашыла. Ләкин быларҙың береһе лә әкиәттәге һымаҡ тылсымлы таяҡ ярҙамында барлыҡҡа килмәгән, ә көндәлек, айлыҡ, йыл­лыҡ хеҙмәт, әсе тир аша яуланған.
 Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере барСалауаттарҙың 7500 гектар һө­рөн­тө ере бар. Шуның 3700 гектарында — иген культуралары, 500-өн­дә — шәкәр сөгөлдөрө, 450 гек­тарында — көнбағыш, 110 гектарында картуф үҫтерелә. Кукуруз силосҡа ғына һалынып ҡалмай, орлоғо еткерелеп, фуражға алына. Әйткәндәй, витаминға бай туҡлыҡлы орлоҡтарҙы малдарҙың аҙыҡ берә­мегенә ҡушыу менән һөт тә һиҙе­лер­лек артҡан.
Иген, техник культураларҙы етерлек итеп үҫтереү хужалыҡтарға мал­сылыҡ тармағын тейешенсә алып барырға мөмкинлек бирә. Бында барыһы 2426 баш һыйыр ма­лы аҫралһа, шуларҙың 610-ы — һауын һыйыры. Тармаҡтың хәл-торошо, мал­сыларҙың уңыштары тураһында күп яҙып булыр ине. Уларҙың йыл башынан 17 мең ярым центнер һөт һауып алыуы, был уҙған йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда 120 тон­наға күберәк икәне хаҡында әйтһәк, барыһы ла аңлашылалыр.
 Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере барҺыйырҙың һөтө телендә тигән­дәй, мал аҙығы әҙерләүгә иғтибар ҙур. Белгестәр саҡырып, аҙыҡ берә­меге төҙөгәндәр, үҙҙәрен­дә ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнә, селекция эше алып барыла.
Кадрҙар барыһын да хәл итә. Салауат исемендәге хужалыҡта был һүҙҙәр Совет осоронан ҡалған тип иҫәпләнмәй. Асылы шулай, аксио­маға әйләнгән улар. Ике бригадаға үҙ эшен белгән Николай Подясев, Илдар Игбаев һымаҡ тәжрибәле бригадирҙар етәкселек итә. Баш агроном Денис Макеев, баш зоотехник Флүр Әхмәлетдинов үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәй, һәр яңылыҡты тотоп алып, тармаҡтарында уңышлы файҙалана. Роза Садиҡова, Илгиз Игбаевтар — ферма мөдир­ҙәре.
Баҙар иҫәп ярата. Был йә­һәт­тән хужалыҡта билдәрен бишкә быуғандар. Иҫәп-хисапты Рәси­мә Яковлева алып барһа, хужа­лыҡ етәксеһе урынбаҫары Лю­бовь Романова рәйес өлгөр­мәгән бар эште атҡара. Алдын­ғы механизатор һәм һауы­н­­сы­ларҙы ла телгә алмайынса булмай. Әлбиттә, бары­һын да исемләге килә, тик мөм­кинлек самалы. Шулай ҙа быйыл уҡ 12 меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуҡҡан Азамат Йәр­мөхәмәтов, уның эҙенә баҫып килгән Фидан Әлимбаев менән Алексей Ляльковтың исемдәрен атамайынса мөмкин түгел. Ты­рыш һауынсылар Флүрә Иман­ғо­лова, Ольга Силяева, Зүлиә Иҫәнғолова, Гәүһәр Фәйзулли­на, Лиза Бик­булатоваларҙың эше лә хуп­лауға лайыҡ.
Һәр ҡайһы­һының күрһәтке­сен уй­лай­һың да, Совет осорон­да өс мең ашлыҡ һуҡҡан ком­­байн­сы, өс мең центнер һөт һауған һауынсы геройға тиң­ләнә ине, тип ҡуяһың. Хәҙер за­ман башҡа – заң башҡа. Алда телгә алынған, шулай уҡ исемдәре аталмаған уңған­дарҙы район кимәлендә лә, эш урынында ла дәртләндереү яғын ҡарайҙар, шәхси хужалыҡ­тарын алып барғанда ярҙам итәләр. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар Мәләүездә. Шуға ла районда аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтар бар ғына түгел, бөтөн республикаға өлгө итеп ҡуйырлыҡ­тары етерлек. Салауат исемендәге хужалыҡ — бының асыҡ миҫалы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490