Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таратмайҙар, юҡ итәләр...
Таратмайҙар, юҡ итәләр... “Россельхознадзор”ҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй биләмәһенә законһыҙ индерелгән аҙыҡ-түлекте юҡ итеү башланғандан бирле, санкцияланған тауар ағымы бермә-бер кәмегән. Ҡулға алынғандары иһә, әйтәйек, үҫемлекселек продукцияһы полигондарға оҙатыла, ә ит, һөт ризыҡтары яндырыла. Аҙыҡ-түлектең ошо рәүешле юҡҡа сығарылыуын халыҡ төрлөсә ҡабул итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа төрлө фекерҙә.

Илдар ШӘРИПОВ, Стәрлетамаҡ ҡала­һы:
— Юҡ итергә кәрәк ундай тауарҙарҙы. Беҙгә законһыҙ килеп ингән икән, тимәк, төрлө химик матдә менән ағыуланған булыуы ихтимал. Санкцияланған аҙыҡ-түлекте индереүҙе шулай ҡаты саралар аша тыймаһаҡ, баҙарҙа тәртип урынлашмаясаҡ. “Күләгәләге” иҡтисад былай ҙа тотош илде быуып алып бара.

Алтынай МУСИНА, Тәтешле районы:
— Киң мәғлүмәт сараларында “шунса тонна законһыҙ тауарҙы бульдозер менән тапаттыҡ”, “ә беҙҙә фәләнсә йөк кейем-һа­лым­­ды яндырҙылар” тип бер-береһен уҙҙы­ра-уҙҙыра хәбәр тараталар. Был бит — ах­маҡ­лыҡ, хатта вәхшилек! Санкцияланған булһа ла, ул продукцияны бит кемдер хәләл көсөн түгеп етештерә. Күрәләтә исраф ҡылыу, ризыҡты мыҫҡыллау була түгелме?!

Сания ИШҠОЛОВА, Мәсетле районы:
— Донъяла әллә күпме кеше ас-яланғас йәшәй. Төрлө бәлә-ҡазаға осрап, урамда бер ниһеҙ тороп ҡалғандар бар. Балалар йорттары, интернаттар, ҡарттар өсөн приюттар... Ниңә әлеге тауарҙы шуларға таратып бирмәҫ­кә? Бына был, исмаһам, ирҙәрсә булыр ине. Ил ҡаҙнаһына ла бер аҙ экономия кәрәктер тип уйлайым.

Роберт ВИЛДАНОВ, Дүртөйлө районы:
— Минеңсә, чиновниктар күҙ буяу өсөн ситтән рөхсәтһеҙ индерелгән тауарҙарҙың бер өлөшөн юҡ итә лә ҡалғанын ниндәйҙер йәшертен юлдар менән һата. Шуға ла улар был әйберҙәрҙе мохтаждарға тапшырыуға ҡаршы.

Абдулла КӘРИМОВ, Өфө ҡалаһы:
— Һуғыш йылдарында бер телем икмәккә зар-интизар булып йәшәнек. Бөгөн туйып һикерәбеҙ түгелме? Аллаһ Тәғәлә бит барыһын да күреп тора, улай ҡыланһаҡ, уҙған быуат башындағы кеүек һынауҙарҙы тағы ла ебәрер әле.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.

Заказать доставку роллов в уфе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090