Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бындай тиҙлек менән барһаҡ...
Төп ризығыбыҙ – икмәк. Унан бөйөгөрәк аш-һыу юҡлығын бала саҡтан ҡанға һеңдереп үҫтек. Икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу ҡунаҡ өсөн ҙур мәртәбә һанала.

Икенсе урында картуф килә. “Бәрәңге – ярты икмәк” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һөт иһә арттараҡ тора. Халыҡ фольклорында уға “Ағы барҙың туғы бар”, “Икмәкте ҡатыҡҡа манған ас булмай” тигән һүҙҙәрҙән артығыраҡ баһа тапманым.
Икмәк менән картуфтың “өҫтөнөрәк” тороуы уларҙың социаль әһәмиәте менән аңлатылалыр. Әммә, минеңсә, сос­тавы буйынса һөттән дә файҙалыраҡ ризыҡ юҡ. Ундағы аҡһым, май, микроэлементтар кеше организмы өсөн ифрат мөһим. Әйтәйек, төрлө сәбәп арҡаһында әсә йылыһынан мәхрүм ҡалған баланы (бәрәсте, быҙауҙы һ.б.) һөт менән генә үлемдән ҡотҡарырға мөмкин. Әле икмәк, картуф ашауҙан баш тартҡандар осрап ҡуя, әммә, магазинда һатылғандың сифаты элеккенән күпкә ҡайтыш булыуына ҡарамаҫтан, “аҡ”һыҙ йәшәргә теләгәндәр һирәк. Юҡҡа ғына ҡайһы бер алдынғы дәүләттәрҙә балаларға бушлай һөт биреү ҡаралмаған. Шул арҡала, мәҫә­лән, Голландия, Финляндиялағы йәш быуын вәкилдәре һаулығы, буйы буйынса башҡаларҙан күпкә айырыла. Ә бына Скандинавияла кеше йылына уртаса 350 литр һөт ҡуллана. Рәсәй иһә был йәһәттән артта ҡала.
Шуныһы ғәжәп: илдә һөт буйынса теүәл генә статистика юҡ. Кемдер беҙҙә йылына 30 миллион тоннанан ашыу “аҡ” етештерелә тиһә, бәғзеләр 20 – 22 миллион тоннанан ашмауын билдәләй. Сәбәп – шәхси хужалыҡтарҙа етеш­те­рел­гән һөттөң күләмен аныҡ ҡына иҫәп­ләп булмауҙа. Хаталы мәғлүмәт биреү дауам итһә, был өлкәлә тейешле дәүләт сәйәсәте үткәреү еңелдән булмаясаҡ. Айырманы ҡаплау өсөн кәмендә бер миллион һәйбәт һауын һыйыры кәрәк, бының өсөн 500 миллиардтан 1 триллион һумға тиклем инвестиция талап ителә.
Һөттө һәм унан етештерелгән про­дукт­тарҙы фальсификациялау осраҡта­ры ла эсемлектең мөһимлеген күрһәтә. Етештереүселәр икмәк менән картуфҡа ҡарағанда һөттө боҙоуҙы, ялғанлаш­ты­рыуҙы хуп күрә. Эксперттар фекеренсә, әле һатылған аҙыҡ-түлектең яҡынса 10 проценты яһалма булып тора, ә һөт буйынса был күрһәткес 30 – 40 процентҡа тиклем барып етә. Иң зарарһыҙ юл – уға һыу ҡушыу. Шул арҡала һауылған һөттән эселгәне байтаҡҡа күберәк килеп сыға. Немец Шмидт-Мильгейм әйтеүенсә, әгәр ҡушылған һыуҙы бер урынға йыйып булһа, бәләкәй океан хасил булыр, унда донъялағы бөтөн флот иркен сәйәхәт ҡылыр ине.
Санкциялар арҡаһында Рәсәйҙә сыр етештереү 30 процентҡа артты, тип маҡтаналар. Ә һөттөң күләме өс про­центҡа ғына күбәйгән. Тимәк, айырманы унан алмағандар. Һөт урынына һаулыҡ­ҡа зыянлы пальма майын ҡулланыу ошо “мөғжизә”не бирә лә инде. Хәҙер һөттөң литрын уртаса 20 һумға һатып алалар. Тимәк, сырҙың бер килограмындағы 200 һумды һөттөң хаҡы тәшкил итә. Ә халыҡ сыр өсөн 350 – 400 һумдан артыҡ түләргә риза түгел. Ошондай шарттарҙа тейешле табыш алыу өсөн һөт урынына осһоҙораҡ үҫемлек майын ҡулланыу отошлораҡ, һәм был мөмкинлек менән йыш файҙаланалар. Май менән дә шул уҡ хәл. Уның бер килограмы өсөн 20 литрҙан ашыу һөт кәрәк.
Сифатлы һөттө шәхси хужа­лыҡтар­ҙағы һыйырҙарҙан ғына алып булалыр. Тимәк, Рәсәй Хөкүмәтендә малдың һанын ҡыҫҡартыу буйынса күптән түгел ҡаралған тәҡдимде бер нисек тә хуплау мөмкин түгел.
Әйткәндәй, яңыраҡ һөт етештергән ил төбәктәренә федераль бюджеттан субсидия бүлеү тураһында ҡарар сыҡты. Ниәт – тармаҡты үҫтереү һәм эсемлекте эшкәртеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарының процентын ҡаплау. Беренсе маҡсат өсөн Татарстан – 616,5, Ярославль өлкәһе – 362,4, ә Башҡор­тостан 308,6 миллион һум, икенсеһенә Белгород өлкәһе – 620, Татарстан – 345, Башҡортостан 108 миллион һум аҡса аласаҡ. Ҡалышабыҙ, йәмәғәт. Бындай тиҙлек менән “Һөт иле” булып ҡалыуы еңелдән булмаҫ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов юҡҡа ғына ауыл хужалығын даими иғтибарҙа тотмай шул. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса баш­ҡа төбәктәрҙән артта ҡалмаҫ өсөн бар көстө һалыу зарур.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487