Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәм эш ырамлы була
Берҙәм эш ырамлы була Фотохәбәрсебеҙҙең күҙе үткер. Оло юлдан йыраҡ түгел эшләп йөрөгән тракторҙарҙы күрҙе лә:
– Туҡтайыҡ әле, егеттәр арыш сәсеп йөрөй. Күҙ һалып китәйек, – тине. Коман­дировкабыҙ бөтөп, ҡайтырға сыҡҡан ерҙән яланға боролдоҡ.


Тракторсы Илгиз Минһажетдиновҡа, сәсеүселәр Зөлфәт Әфтәхов менән Рәмил Хәйҙәровҡа сәсеүҙе тамамларға бер-ике бураҙна ғына ҡалған ине.
– Быйыл уңыш мул булды, барыһын да ваҡытында йыйып алдыҡ. Эш хаҡыбыҙ ауыл ере өсөн һәйбәт, – тине егеттәр, ҡы­уа­ныс­тары менән уртаҡлашып. Ул арала әлеге крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илһам Хәйҙәров та килеп етте яныбыҙға.
– Егеттәр эргәһенә тикшереүселәр килеп туҡтанымы, тип торам, – тип шаяртып алды ул.
Илһам Рифҡәт улы уңайы тура килгәндә хужалығы менән таныштырҙы. Үҙ эшен 2001 йылда 53 гектар ер һәм 10 баш мал менән башлап ебәргән. Хәҙер иһә 603 гектар майҙаны һәм 450 баш һыйыр малы бар.
Берҙәм эш ырамлы була– Район хакимиәте эшләйем тигән кешегә ярҙам ҡулы һуҙып тора. Ерҙәрҙе киңәйтеп, мал һанын ишәйтеү теләге менән янғанымды күргәс, элекке ферманы төҙөкләндереүгә 1 миллион һум бүлделәр. Һуңынан тоҡомло мал үрсетеү өсөн 2 миллион 600 мең һумлыҡ грант алдым. Киләсәктә ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы тағы 150 башҡа арттырырға йыйынабыҙ. Әле хужалыҡта 15 кеше эшләй, 10 берәмек техника бар. Быйыл ужым бойҙайының гектарынан 15 центнер йыйып алдыҡ, уны халыҡҡа ла һатабыҙ. Хатта Пермь тарафтарынан килеп алыусылар бар. Һауын һыйырҙары – 120 баш. Көнөнә 1,5 тонна һөт заводҡа оҙатыла. Әйткәндәй, эргә-тирәләге хужалыҡтар менән сағыштырғанда, беҙҙең һөт иң осһоҙо – литры 14 һум ғына, – тип һөйләне Илһам Рифҡәт улы.
Нисек кенә булмаһын, хужалыҡтың көйлө эше бында тир түккән кешеләргә бәйле, тип билдәләне етәксе. Водитель Зәнфир Әфтәхов, VII кластан комбайн руле артына ултырған Хәсән Нуриәхмәтов, һауынсылар Лилиә Ғәлинурова, Фирүзә Солтанбәкова, быҙау ҡараусы Гүзәл Әфтәхова, ферма мөдире Рөстәм Ғәлинуров һәм башҡалар үҙ эшен намыҫлы, еренә еткереп башҡара.
Гел алға ынтылып йәшәгән Илһам Рифҡәт улы киләсәктә иген елгәртеү машинаһы алырға хыяллана. Ул саҡта үҙҙәренә яҡшы орлоҡ хәстәрләрҙәр ине. Сифатлыһын сәскәндә генә мул уңыш алып була бит.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 488