Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Уңыш” кеүектәргә ил таяна
“Уңыш” кеүектәргә ил таянаБылтыр күп илдәр Рәсәйгә ҡарата иҡтисади санкциялар ҡабул итте. Шуларҙың иң бәкәлгә һуҡҡаны – беҙҙең илгә аҙыҡ-түлек һатыуҙан баш тартыуҙары. Бығаса үҙебеҙҙә эшләгән фермаларҙы тамырынан юҡ итеп, сит тарафтан әҙер тауар алыуға күнеккәс, әлеге хәл ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Ошо сәбәпле магазинда ризыҡтарҙың хаҡы бермә-бер артты.
Бөгөн беҙгә яттар­ға өмөтләнергә түгел — продукцияны үҙебеҙҙә етештерер­гә ваҡыт. Бындай шарттарҙа урын­дағы крәҫтиән­дәргә тая­нырға кәрәк. Башҡор­тостанда бай­таҡ ың­ғай тәжрибә бар. Мәҫәлән, Ишембай районында бынамын тигән “Уңыш” хужа­лығы эшләп килә. Ул — республикала сус­ҡа аҫра­ған һирәк предприятие­лар­ҙың береһе.
– Ит етештереү ме­нән 2006 йылдан бирле шөғөлләнәбеҙ, – ти хужалыҡтың директоры Айҙар Тиме­рә­шев. – Мең баш самаһы сусҡа аҫрайбыҙ. Малға етерлек игенде, бесәнде үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, бер ниндәй ҙә химик матдәләр ҡулланмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең тауарҙы баҙарҙа сират тороп алалар.
Айҙар Әмир улы белдереүенсә, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе эшҡыуарҙарға төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Мәҫәлән, сусҡаны үҫтереү өсөн беҙҙә һигеҙ ай тәрбиәләргә кәрәк. Ә сит илдәрҙә, төрлө химик матдәләр ҡулланып, уны ике айҙа һимертеп ҡуялар. Һөҙөмтәлә импорт тауары осһоҙораҡ булып сыға.
– Халыҡ бит һаулығын уйламай, осһоҙға алдана, – тип һүҙен дауам итә хужалыҡ етәксеһе. – Ә беҙ һәр яҡлап таҙа ит етештерәбеҙ. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, етди тикшереү үткәреп, тауарҙы сифатлы тип баһаланы.
“Бәхет булмаҫ та ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә”, ти урыҫтар. Рәсәйгә ҡарата ҡулла­нылған санкциялар үҙебеҙҙең хужалыҡтарға киң мөмкинлектәр асты. Хәҙер үҙеңдең тауарыңды рәхәтләнеп баҙарға сығарырға була.
“Уңыш” хужалығы етештергән ризыҡҡа халыҡ араһында ихтыяж ҙур. Улар мал үҫтереп кенә ҡалмай, махсус цехта сусҡа итен ыҫлай­ҙар, тоҙлайҙар. Етәксе Марат Хәбибуллин, Рима Саҙрисламова, Зөлфиә Дауытова, Наил Хисмәтуллин кеүек хеҙмәткәрҙәренең эшен юғары баһалай.
“Уңыш” кеүектәргә ил таянаӘлбиттә, сусҡа итенә мосолмандарҙа мөнә­сәбәт башҡасараҡ. Әммә ошо өлкәлә байтаҡ тәжрибәһе булған йүнсел Айҙар Тимерәшев бизнесының уңышлы барырына ышана һәм дөрөҫ юлдан атлауын былай аңлата:
– Салоның кеше өсөн файҙаһы фән тарафынан дәлилләнгән. Унда организмға бик кәрәкле һирәк аминокислота бар. Сало менән туҡланған кешеләр йөрәк сиренән яфаланмай хатта. Брежнев заманында Кремлдәге һәр кеше көнөнә 50 грамм сусҡа майы ашаған ...
Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа “Уңыш” кеүек хужалыҡтар күберәк булһын ине. Шул осраҡта беҙгә бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс тыуҙырмаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492