Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡандраны икмәк данлай
Ҡандраны  икмәк данлай“Ҡандра икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәтенең тарихы йыраҡ 1966 йылға барып тоташа. Төрлө осорҙарҙы кисерергә тура килә уға, әммә заман елдәренә бирешмәй. Улай ғына ла түгел, Ҡандра икмәгенең даны йылдан-йыл үҫә. Был — предприятиела эшләп, изге эш башҡарған бер нисә быуын һөнәр оҫталарының намыҫлы, тырыш хеҙмәт емеше.

Бөгөн комбинат биш икмәкхананы берләштерә. Уларҙың икеһе – Ҡандра­ла, ҡалғандары Ҡарамалы-Ғөбәй, Дуҫлыҡ һәм Түбәнге Троицк ауылдарында урынлашҡан. Йәнә ике кондитер цехы эшләй. Комбинат тәүлегенә ете тонна икмәк-ҡалас һәм 180 килограмм тәм-том етештерә. Предприятие етештереү күләме буйынса “Башпотребсоюз” тармағында икенсе урында тора. Эш күләмдә генә түгел. Иң мөһиме — икмәктәренең сифаты юғары, сөнки уны халҡыбыҙҙың икмәк бешереүҙәге күркәм йолаларына нигеҙләнеп, ҡомалаҡ әсетке­һендә генә бешерәләр. Технологиялар заманы булһа ла, ҡамырҙы форма­ларға автомат бүлмәй, сөнки ҡамыр ҡул йылы­һын тойғанда ғына күпереп ҡабара, тәмле була, тиҙәр. Ысынлап та, Ҡан­дра икмәге хуш еҫле, ҡабарып бешә, ҡомалаҡ ҡулланғас, оҙаҡ һаҡлана.
Көн һайын иртә менән яңы бешкән икмәкте тиҫтәгә яҡын махсус машина Өфө, Туймазы, Октябрьский ҡалала­рына, күрше Татарстанға алып китә. Сауҙа предприятиелары менән киле­шеү­ҙәр төҙөлгән. Икмәкте комбинат­тың Ҡандра ауылындағы ике ма­га- ­зи­нында һәм башҡа сауҙа нөктә­лә­рендә, ауыл магазиндарында һаталар.
Ҡандраны  икмәк данлайПредприятие халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған икмәк-булканың 100 төрөн бешереү мөмкинлегенә эйә. Тәм-томдоң да ассортименты бай. Сәксәк, бәлештәрҙе шәхси заказдар буйынса ла әҙерләйҙәр.
Етештереү күләмен арттырыу, яңы технологиялар индереү, хеҙмәт шарттарын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа етештереү биналары реконструкцияланған, йыһаздар яңыр­тылған. Әйтәйек, Ҡандралағы икмәк цехтарының икеһе лә үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Һуңғы өс-дүрт йылда уларҙы яңыртыуға ҙур сығым тотонолған. Әле Түбәнге Троиц­киҙа төҙөкләндереү эштәре теүәлләнгән. Уларҙы предприятие үҙ иҫәбенә башҡарған. Йәнә кондитер цехында заманса йыһаздар урынлаштырып, етештереүсәнлекте тағы ла ҡеүәт­лерәк итергә ниәтләйҙәр. Ҡанд­ра­лағы 1-се икмәкханала бер юлы 400 дана икмәк бешереү мөмкинлеге биргән яңы мейес урынлаштырғандар. Һуңғы бер нисә йылда предприя­тиеның автопаркы ла тулыһынса яңыртылған.
Яңы техника, технологиялар заманы булһа ла, ойошманы алтын ҡуллы һөнәр оҫталары данлай. Бында бөгөн йөҙгә яҡын кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап ҡына алалар. Һәләтле йәштәрҙе ойошма өлөшләтә үҙ иҫәбенә уҡыта. Әле алты кеше – Рәсәй кооперация университетының Башҡортостан кооператив институтында һәм техникумдарҙа, күптәр ваҡыт-ваҡыт “Башпотребсоюз” ҡара­мағындағы белемде камиллаштырыу курсында уҡый. Хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлек ҙур бында. Алдын­ғыларҙы ял йорттарына ебәрә­ләр. Тотороҡло хеҙмәт хаҡы алғас, һәр кем күңел биреп эшләй.
Предприятие эшсәндәре, әленән-әле конкурстарҙа, һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙҙәрен таныта. Мәҫәлән, Кулинария һәм сервис буйынса республика чемпионатында III урынды яулағандар. Уларҙың уңыштары “Башпотребсоюз” һәм “Центросоюз”дың күп Почет грамоталары, дипломдар менән бүләкләнгән. Ойошма бешергән I сорт­лы бойҙай икмәге “Башҡортостан продукты” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған. Предприятиеның тауары йәрминкә һәм күргәҙмәләрҙә лә маҡтаулы урын яулай.
Ҡандраны  икмәк данлайӘлбиттә, коллективтың уңыштары етәксенең тырышлығына, ойоштороу һәләтенә бәйле. Предприятиеға һуңғы егерме йылда Башҡортостандың аҙыҡ индустрияһы буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре Рәлиә Исхаҡова етәкселек итә. Әлеге ойошмаға ул техникум тамамлағандан һуң юллама буйынса эшкә килә. Тәүҙә лаборант-технолог, унан производство мөдире булып эшләй. Рәлиә Әғзәм ҡыҙы ойошманы әлеге тармаҡта алдынғы итеү өсөн ҙур көс һала. “Ҡандра икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәте – “Башпотребсоюз”да финанс тотороҡ­лолоғо буйынса тәүге өс предприятие иҫәбендә. Был уңайҙан оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән баш хисапсы Ғәлимә Яҡупова, уның хеҙмәттәштәре Эльмира Сәйфетдинова менән Роза Хәлиуллинаның тырышлығын билдәләп үтеү кәрәк.
Бөгөнгө ауыр иҡтисади шарттарҙа ла йылдың тәүге яртыһында етеш­тереү күләме 101,5 процентҡа артҡан. Табыш алыу буйынса ла үҫеш шаҡтай юғары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090